|
Ойошма хаҡындаТарихБашҡорт йәмәғәт ойошмалары 1995 йылда башҡорт халҡының ижтимағи-иҡтисади үҫешенә һәм заманса мәҙәни-рухи ихтыяждарын тағы ла тулыраҡ ҡәнәғәтләндереүгә булышлыҡ итеүсе башҡорт милли йәмәғәт хәрәкәтенең юғары формаһы булараҡ Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайын йыйыу инициативаһы менән сығыш яһанылар. 1-се июндә Беренсе Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы йыйылды һәм ул иң ҙур башҡорт йәмәғәт ойошмаһы Йәмәғәт ойошмаларының халыҡ-ара берлеге «Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы (конгресы)» эшмәкәрлегенә башланғыс булды.
I Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Өфөлә 1995 йылдың 1-2 июнендә үтте. II Ҡоролтай 2002-се йылда, III — 2010 йылда, IV — 2015 йылда ойошторолдо. V Ҡоролтай 2019 йылдың 27-29 июнендә уҙғарылды. Был ҡоролтайҙар эшендә бөтә донъянан башҡорт халҡы вәкилдәре: Мәскәү, Санкт-Петербург ҡалалары, башҡорттар тығыҙ ултырған Рәсәй Федерацияһы субъекттары, яҡын һәм алыҫ сит илдәр — Үзбәкстан, Ҡаҙағстан, Тажикстан, Украина, Ҡырғыҙстан, Әзербайжан, Латвия, Эстония, Венгрия, Польша, Германия, Италия, Бөйөк Британия, Монголия, Ҡытай, Япония, АҠШ, Канада, Төркиә, КАР, Австралия, Финляндия, Португалия, Израиль һ.б. илдәрҙән делегациялар ҡатнашты. Ҡоролтайҙа ҡабул ителгән документтар башҡорт халҡының күп проблемаларын хәл итеү юлдарын билдәләне, тормоштоң ижтимағи-иҡтисади һәм мәҙәни-рухи шарттарын яҡшыртыуҙың төрлө аспекттарын анализланы һәм баһаланы. Ҡоролтайҙарҙа ҡабул ителгән ҡарарҙарҙы тормошҡа ашырыу өсөн Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитеты төҙөлдө. Уның тәүге рәйесе йәмәғәт эшмәкәре, профессор, тарих фәндәре докторы Нияз Абдулхаҡ улы Мәжитов булды. Артабан төрлө йылдарҙа Башҡарма комитетты Сөләймәнов Әхмәт Мөхөмөтвәли улы, Аҙнабаев Румиль Талғат улы, Мырҙабаев Батырхан Әмирхан улы, Ғәлин Азамат Зәки улы, Солтанморатов Илгиз Замфир улы, Йосопов Марсель Харис улы, Ишемғолов Әмир Миңләхмәт улы, Ғәйнуллин Данир Әхмәҙи улы, Юлдашев Искәндәр Хисмәтулла улы етәкләне. 2020 йылдың 4 мартында, сираттан тыш Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайында Йәмәғәт ойошмаларының халыҡ-ара берлеге «Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы (конгресы)» Башҡарма комитеты рәйесе итеп журналист, медиаменеджер Яҡупов Ғәлим Миңлеғәли улы һайланды. 2019 йылда V Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы барышында Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаты Айытҡолова Эльвира Ринат ҡыҙы етәкселегендә Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Президиумы булдырылды. Бөгөн Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы 140-тан ашыу милли-мәҙәни йәмәғәт ойошмаһын үҙ ҡанаты аҫтына алған. 70 Башҡортостан Республикаһы муниципаль берәмектәре башҡорттары ҡоролтайы, Рәсәй Федерацияһының төрлө субъекттарында ойошторолған 38 төбәк ҡоролтайы, һәм шулай уҡ 20 сит ил, Австрия, Латвия, Литва, Германия, Ҡырғыҙстан, Ҡазахстан, Үзбәкстан һәм башҡа илдәрҙә булған ҡоролтайҙар халҡыбыҙҙың мәҙәниәтен, телен һәм йолаларын һаҡлау, донъяуи киңлектә республикабыҙҙың имиджын нығытыу буйынса әүҙем эш алып бара. 2019 йылда Америка Ҡушма Штаттары, Канада, Швеция, Финляндия, Удмурт Республикаһы һәм Владимир өлкәләрендә яңы ойошмалар барлыҡҡа килде. 2010 йылғы Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәттәренә күҙ һалһаң, Рәсәй Федерацияһында 1 584 554, шул иҫәптән Башҡортостан Республикаһында 1 172 287 башҡорт йәшәй. Бөтә донъяла башҡорттар иҫәбе 1,7 миллионға яҡын. 26 процент башҡорттар Башҡортостан Республикаһынан ситтә иҫәпләнә. Силәбе, Ырымбур, Ҡурған, Свердловск, Һамар, Һарытау өлкәләрендә, Пермь крайында — күпселек булһа, Төмән өлкәһе, Мәскәү, Санкт-Петербургта — илдәге иң эре башҡорт диаспоралары һанала. Рәсәй Федерацияһынан ситтә Ҡазахстан, Ҡырғыҙстан, Төркмәнстан, Белоруссия һ.б., шулай уҡ Венгрия, Германия, Ҡытай, Төркиә, Япония һәм башҡа илдәрҙә лә башҡорттар күп йәшәй. Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының төп маҡсаттары һәм бурыстары:
Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы эшмәкәрлегенең төп йүнәлештәре:
КомиссияларБөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы эргәһендә 7 комиссия эшләй: 1) мәғариф, фән, башҡорт теле һәм әҙәбиәтен үҫтереү; 2) мәҙәниәт һәм ваҡытлы матбуғат саралары; 3) территориялар менән эш, 4) тарих һәм башҡорт халҡын үҫтереү мәсьәләләре; 5) ижтимағи-иҡтисади үҫеш һәм эшҡыуарлыҡ мәсьәләләре; 6) йәштәр эштәре, ирекмәнлек һәм спорт; 7) демография, һаулыҡ һаҡлау һәм ғаилә мәсьәләләре буйынса. БөгөнБашҡортостан Республикаһы Башлығы Радий Хәбиров: «Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы барлыҡ ижади көстәрҙе туплаусы башҡорт халҡы үҫеше локомотивы, инициатив штабы булырға тейеш», — тип белдерҙе. (V Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы, 2019г.) Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы бөгөн республиканың ижтимағи-сәйәси тормошонда әһәмиәтле роль уйнай. 25 йыллыҡ эшмәкәрлеге осоронда Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайҙары ҡарарҙарын тормошҡа ашырып, ойошма милли мәғариф үҫешенә, тарихи мираҫты өйрәнеүгә, туған телде, башҡорт халҡы үҙенсәлеклелеген һәм мәҙәниәтен һаҡлауға мөһим өлөш индерә, милли мәҙәниәт позицияларын нығытыу буйынса күп проекттарҙың башында тора, халыҡ-ара дуҫлыҡты нығытыу, күп милләтле республикала төрлө конфессия кешеләре араһында үҙ-ара аңлашып һәм килешеп йәшәү йүнәлешендә эш алып бара. Һуңғы йылдарҙа тормошҡа ашырылған әһәмиәтле проекттар араһынан І Бөтә Рәсәй башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусылары съезын, «V Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Йәштәр советы» халыҡ-ара йәштәр форумын, башҡорт телендә Халыҡ-ара диктантты, V Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайын, «Айыҡ ауыл» республика конкурсын, Рәсәй төбәктәрендә башҡорт мәҙәниәте һәм мәғрифәте көндәрен, «Шайморатов вариҫтары» халыҡ проектын, күп һанды форумдарҙы, стратегик сессияларҙы, конференцияларҙы, тарихи шәхестәрҙең исемен мәңгеләштереүҙе, оҫталыҡ дәрестәре һ.б. атарға мөмкин. Ҡоролтай инициативаһы менән 2020 йыл Башҡорт теле йылы тип иғлан ителде. Республикала, Рәсәйҙә һәм бөтә донъяла йәшәгән башҡорттарҙың мәҙәниәтен һәм традицияларын һаҡлауҙың актуаль мәсьәләләрен хәл итеүгә йүнәлтелгән проекттар һәм программалар комплексы әҙерләнде. Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы, йәмәғәт ойошмаһы функциялары менән бер рәттән, башҡорт халҡы үҫеше стратегияһын координациялаусы ғилми-эксперт үҙәк ролен башҡарыу маҡсатын ҡуйҙы. Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы өҫтөнлөктәре үҙгәрешһеҙ — туған телде һәм үҙенсәлекле мәҙәниәтте, милли тамырҙарҙы һәм үҙаңды һаҡлау, ҡайҙа йәшәүенә ҡарамаҫтан, башҡорттарҙың ижтимағи һәм рухи-мәҙәни үҫешенә һәр яҡлап булышлыҡ итеп, башҡорт милләтен бергә туплау. Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Штаб-фатиры Башҡортостан Республикаһының Өфө ҡалаһында урынлашҡан. |