Башҡарма комитет комиссиялары

Мәғариф, фән, башҡорт теле һәм әҙәбиәтен үҫтереү буйынса комиссия

Куратор – Баязитов Сынтимер Биктимер улы, Өфө күп профилле профессиональ колледж директоры;

Рәйес – Шаммазов Айрат Минһаж улы, Өфө дәүләт нефть университеты президенты, техник фәндәр докторы, профессор, Рәсәй Федерацияһының һәм Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған фән эшмәкәре;

Рәйес урынбаҫары – Бураҡаева Зөһрә Дикҡәт ҡыҙы, прозаик, тәржемәсе, публицист, драматург, Рәсәй һәм Башҡортостан Республикаһы Яҙыусылар союзы ағзаһы, Рәсәй һәм Башҡортостан Республикаһының Кинематографистар Союзы ағзаһы, Шәйехзада Бабич исемендәге йәштәр дәүләт премияһы лауреаты;

Комиссия ағзалары:

  • Сәйетбатталов Искәндәр Рәсүл улы, Башҡорт дәүләт университеты Тарих һәм дәүләт идаралығы институтының Башҡортостан Республикаһы тарихы, археологияһы һәм этнологияһы кафедраһы доценты, филология фәндәре кандидаты;

  • Мортазин Ҡамса Дәүләтбай улы, «Сфера» Силәбе социаль-профессиональ колледжы» дәүләт бюджет һөнәри белем биреү учреждениеһының педагог-ойоштороусыһы, Силәбе һәм Ҡурған өлкәләренең Башҡорт теле уҡытыусылары ассоциацияһы рәйесе, М.Аҡмулла исемендәге Силәбе өлкә әҙәби берекмәһе етәксеһе;

  • Йосопова Гөлназ Рәүел ҡыҙы, Башҡорт телен һаҡлау һәм үҫтереү фонды директоры.

Мәҙәниәт һәм киң мәғлүмәт саралары буйынса комиссия

КураторҮтәшев Хөрмәтулла Ғаззали улы, М.Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театры актёры, Рәсәй Федерацияһының халыҡ һәм атҡаҙанған, Башҡортостан Республикаһының халыҡ һәм атҡаҙанған артисы. Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты;

Рәйес – Үлмәҫбаева Тәнзилә Абдулла ҡыҙы, Башҡортостан Республикаһы «Башҡортостан» ТРК-һы директоры урынбаҫары, Башҡортостандың һәм Рәсәйҙең журналистар союзы ағзаһы, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары хеҙмәткәре, Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге республика премияһы лауреаты;

Рәйес урынбаҫары – Йосопов Булат Тимербай улы, башҡорт кинорежиссёры, Рәсәй кинематографистары Союзы, Рәсәй Федерацияһы кинорежиссёрҙар Гильдияһы ағзаһы, Башҡортостан Республикаһы атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре

Комиссия ағзалары:

  • Абдразаҡов Асҡар Әмир улы, Башҡортостан Республикаһы Башлығының мәҙәниәт һәм сәнғәт буйынса кәңәшсеһе, Башҡорт дәүләт опера һәм балет театры художестволы етәксеһе, Башҡортостандың халыҡ артисы, Мариинск театры солисы;

  • Абдуллина Лариса Хашим ҡыҙы, башҡорт шағирәһе, тәржемәсе, журналист, «Аҡбуҙат» журналының баш мөхәррире, Башҡортостандың һәм Рәсәйҙең Яҙыусылар һәм Журналистар союздары ағзаһы, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге республика премияһы, Шәйехзада Бабич исемендәге дәүләт республика йәштәр премияһы, киң мәғлүмәт саралары өлкәһендә ТӨРКСОЙ премияһы лауреаты;

  • Мырҙағолов Ростислав Рафҡат улы, «Башинформ» акционерҙар йәмғиәтенең директорҙар советы рәйесе;

  • Хәсәнова Гүзәл Рафаэль ҡыҙы, «Башҡортостан» телерадиокомпанияһы дәүләт унитар предприятиеһының телевидение студияһы баш мөхәррире.

Территориялар менән эш буйынса комиссия

Куратор – Ҡолмәнбәтов Рәүҙәт Абдулхаҡ улы, Ханты-Манси автономиялы округы-Югра башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты рәйесе, «АМИКАРО» профессиональ белем биреү уҡытыу-производство үҙәге» өҫтәмә профессиональ белем биреү шәхси учреждениеһы директоры, Ханты-Манси автономиялы округы-Югра хакимиәте эргәһендә милли мәсьәләләр буйынса координацион совет ағзаһы;

Рәйес – Мырҙағәлиев Радик Ишҡәле улы, «Берлек» геосәйәси тикшеренеүҙәр үҙәге етәксеһе;

Рәйес урынбаҫары – Аҙнабаев Урал Әнүәр улы, Ҡаҙағстан Республикаһы «Аҡбуҙат» башҡорт этномәҙәни берекмәһе рәйесе;

Комиссия ағзалары:

  • Зарипов Ғаяз Фазул улы, «Томскнефть» көнсығыш нефть компанияһы акционерҙар йәмғиәте генераль директорының иҡтисади хәүефһеҙлек буйынса урынбаҫары;

  • Бирҙин Азат Таһир улы, Социомәҙәни моделләштереү үҙәге директоры, Милләт эштәре буйынса федераль агентлыҡтың Эксперт советы ағзаһы, Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Стратегик тикшеренеүҙәр институты Социомәҙәни анализ үҙәгенең әйҙәүсе ғилми хеҙмәткәре, философия фәндәре кандидаты;

  • Сәлимов Мәхмүт Бакир улы, яҙыусы, «Яҡташтар» татар-башҡорт мәҙәни үҙәгенең башҡорт үҙәге рәйесе;

  • Тимербулатов Әхнәф Дәүләтйәр улы, йәмәғәт эшмәкәре, «Меңле» ырыуы ҡорбашы;

  • Яманһарин Йәғәфәр Йәнгилде улы, «Ҡарауан-Һарай» Ырымбур өлкә башҡорттары ҡоролтайы» йәмәғәт хәрәкәте етәксеһе.

Тарих һәм башҡорт халҡын үҫтереү мәсьәләләре буйынса комиссия

КураторАйытҡолова Эльвира Ринат ҡыҙы, Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайы рәйесе урынбаҫары, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Президиумы рәйесе;

Рәйес – Ярмуллин Азат Шәкирйән улы, Башҡортостан Республикаһының Милли архивы бүлек етәксеһе

Рәйес урынбаҫары – Йосопов Юлдаш Мөхәмәт улы, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитеты рәйесе, Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһының «Стратегик тикшеренеүҙәр институты» Социомәҙәни анализ үҙәге етәксеһе, тарих фәндәре кандидаты

Комиссия ағзалары:

  • Әхмәҙуллин Салауат Йәмил улы, «Мәскәү башҡорттары ҡоролтайы» йәмәғәт ойошмаһы етәксеһе, Рәсәй фәндәр академияһы Рәсәй тарихы институтының ғилми хеҙмәткәре, тарих фәндәре кандидаты;

  • Зөлҡәрнәйев Марат Миңлеғәли улы, З. Вәлиди исемендәге Милли китапхана директоры, тарих фәндәре кандидаты, «Башҡортостан Республикаһы тыуған яҡты өйрәнеүселәр йәмғиәте» йәмәғәт ойошмаһы советы рәйесе;

  • Хәмиҙуллин Салауат Ишмөхәмәт улы, тарих фәндәре кандидаты, тележурналист, продюсер, телепроекттар авторы һәм алып барыусыһы.

Ижтимағи-иҡтисади үҫеш һәм эшҡыуарлыҡ мәсьәләләре буйынса комиссия

КураторХәмитов Рәсих Әғзәм улы, Башҡортостан Башлығының йәмәғәт башланғысындағы тәбиғәт ресурстарын файҙаланыу һәм экологик хәүефһеҙлек мәсьәләләре буйынса советнигы, «Башнедра» тау-геологик мираҫты, мәғарифты һәм бизнесты үҫтереү фонды президенты, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған металлургы, Рәсәйҙең ер аҫты ресурстарын разведкалау отличнигы, Башҡортостан Республикаһының мәғариф отличнигы, Тау фәндәре академияһының ғәмәлдәге ағзаһы;

Рәйес – Ғәйнуллин Данир Әхмәҙи улы, Башҡортостан Республикаһының күсемһеҙ мәҙәни ҡомартҡыларын һаҡлау һәм ҡулланыу фәнни-сәнәғәт үҙәге директоры;

Комиссия ағзалары:

  • Гуляев Ринат Әмир улы, Үзбәкстан Республикаһы ауыл хужалығы министрлығы эргәһендә «Орлоҡсолоҡ үҫтереү үҙәге» директоры, Үзбәкстан Республикаһы Зәки Вәлиди исемендәге башҡорт мәҙәни үҙәге советы ағзаһы;

  • Мөхәмәтйәнов Рәсил Тимерғәзи улы, Пермь крайы башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты рәйесе, “ПермАвтоТрансСервис” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенең Чернушка участогы начальнигы;

  • Юлъяҡшин Радик Мөхәрләм улы (Элвин Грей), башҡорт эстрадаһы артисы, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған артисы;

  • Яҡупов Ғәлим Миңлеғәли улы, йәмәғәт эшмәкәре

Йәштәр эштәре, ирекмәнлек һәм спорт буйынса комиссия

КураторМоратбаҡыев Фәнит Нәсип улы, Башҡортостан Республикаһы Көйөргәҙе районы муниципаль район советы рәйесе,«Юрий» аудитор фирмаһы директоры урынбаҫары, «Башҡорт халыҡ-патриотик хәрәкәте» йәмәғәт ойошмаһы етәксеһе;

Рәйес – Азаматов Байрас Фәнил улы, Башҡортостан Республикаһы «Йәш яҡташтар» берлеге ассоциацияһы етәксеһе, Башҡорт телен һаҡлау һәм үҫтереү фонды белгесе;

Комиссия ағзалары:

  • Ахунов Мансур Мөнир улы, «Башҡортостан Республикаһы Дингеҙ йыйылышы» төбәк йәмәғәт ойошмаһы ағзаһы, «Варна» яуаплылығы сикләнгән ойошмаһы директоры;

  • Баймөхәмәтов Айгиз Ғиззәт улы, Рәсәй һәм Башҡортостан Республикаһы яҙыусылары Союздары ағзаһы, Рәсәй һәм Башҡортостан Республикаһы журналистары Союздары ағзаһы;

  • Ғәлиуллин Юлай Рәфҡәт улы, Башҡортостан Республикаһы «Мәргән уҡсы» һыбай барған килеш һәм традицион уҡ атыуҙы үҫтереү буйынса комерцияға ҡарамаған автономиялы ойошма директоры;

  • Рамазанов Ринат Заһир улы, «Арғымаҡ» этнотөркөмө етәксеһе, Х.Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһы солисы, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған артисы, Шәйехзада Бабич исемендәге Башҡортостан Республикаһының йәштәр премияһы лауреаты;

  • Рәхмәтуллин Хәлил Юлай улы, Рәсәй Федерацияһы Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса идаралығы белгесе.

Демография, һаулыҡ һаҡлау һәм ғаилә мәсьәләләре буйынса комиссия

КураторМырҙабаева Сәлиә Шәрифйән ҡыҙы, Башҡорт дәүләт медицина университетының генетика һәм фундаменталь медицина кафедраһы профессоры, медицина фәндәре докторы, Рәсәй Федерацияһының һәм Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған табибы;
Рәйес – Тойғонов Марсель Марат улы, Башҡорт дәүләт медицина университеты профессоры, микробиолог, медицина фәндәре докторы, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған фән эшмәкәре;

Рәйес урынбаҫары – Лоҡманов Морат Нәжип улы, журналист, «Йома» телепрограммаһы авторы;

Комиссия ағзалары:

  • Зәйнетдинов Миңлеғәфүр Миңләхмәт улы, донъяның виртуоз ҡумыҙсыһы, Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Башҡортостандың Шәйехзада Бабич исемендәге йәштәр дәүләт премияһы лауреаты;

  • Рәжәпов Тимерйән Рәжәп улы, Башҡортостандың Хәрби хәрәкәт ветерандары союзы советы рәйесе;

  • Хәсәнов Ғәли Әхтәр улы, Татарстан Республикаһы «Башҡорттар ҡоролтайы» башҡорт милли-мәҙәни автономияһы советы рәйесе, (MedClinic) «Реабилитация» күп профилле медицина үҙәге генераль директоры – баш табип, кардиолог, терапевт.

Аҡһаҡалдар ҡоро

КураторШәкүров Рәшит Закир улы, филология фәндәре докторы, профессор, шағир, публицист, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған фән эшмәкәре, Башҡортостан Республикаһының мәғариф отличнигы, Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Халыҡ-ара Төрөк академияһы академигы, Салауат Юлаев Ордены кавалеры, Өфө ҡалаһының почетлы гражданины.

Абдрахманов Илдус Барый улы, ғалим, химик. Башҡортостан Республикаһы фәндәр академияһы академигы, «Д.И. Менделеев исемендәге Рәсәй химия йәмғиәте» дөйөм Рәсәй йәмәғәт ойошмаһының Башҡортостан бүлеге рәйесе, Башҡорт АССР-ның атҡаҙанған фән эшмәкәре, Салауат Юлаев ордены кавалеры.

Аҙнабаев Марат Тәлғәт улы, ғалим-офтальмолог, юғары мәктәп уҡытыусыһы. Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы академигы (1995), медицина фәндәре докторы (1987), профессор (1989). РСФСР‑ҙың (1986) һәм Башҡорт АССР‑ының (1977) атҡаҙанған табибы, Рәсәй Федерацияһының (2004) һәм Башҡортостандың (1991) атҡаҙанған фән эшмәкәре. Башҡорт АССР‑ының 12‑се саҡырылыш Юғары Советы депутаты. Башҡортостан Республикаһының Фән һәм техника өлкәһендәге дәүләт премияһы лауреаты (2011). Почёт (1999), Салауат Юлаев (2004), Абхазия Республикаһының «Намыҫ һәм дан» (2004) ордендары кавалеры.

Аҙнабаев Румил Тәлғәт улы, дәүләт хеҙмәткәре, йәмәғәт эшмәкәре. Башҡорт АССР-ы Юғары Советының ХII саҡырылыш халыҡ депутаты (1991—1995), Башҡортостан Республикаһының 5-се саҡырылыш Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаты (2013—2018). Бөтә донъя башҡорттары Ҡоролотайы (Конгресы) рәйесе (2006—2009, 2012—2015).

Аҙнаев Вельмир Хәйбрахман улы, Аҡһаҡалдар ҡоро рәйесе , 2016-2017 йылдарҙа Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитеты рәйесе урынбаҫары, БР Көрәш һәм билбау көрәше федерацияһы рәйесе урынбаҫары, 1997—2006 йылдарҙа Башҡортостан Республикаһы Президенты Хакимиәтенең Төбәктәр һәм кадрҙар менән эшләү идаралығы етәксеһе урынбаҫары. Башҡортостан Республикаһының 1-се саҡырылыш Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтай депутаты. «Почёт Билдәһе»(1981), Салауат Юлаев (2018) ордендары кавалеры. «Башҡортостан Республикаһында күрһәткән фиҙаҡәр хеҙмәте өсөн» ҡаһарманлыҡ билдәһе менән бүләкләнгән. Стәрлетамаҡ районының Почётлы гражданы (2008).

Айытҡолов Азат Миңлеғәли улы, ҡурайсы, педагог, Рәсәйҙең атҡаҙанған (1998), Башҡортостандың халыҡ артисы (1991), Башҡортостан комсомолының Ғәлимов Сәләм исемендәге йәштәр премияһы(1990) һәм Башҡортостан Республикаһының Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы (2000) лауреаты, Салауат Юлаев ордены кавалеры (2021).

Аралбаев Ҡәҙим Әбделғәлим улы, Башҡортостандың халыҡ шағиры (2011), . Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (1991), Салауат Юлаев исемендәге дәүләт һәм бик күп әҙәби (С.Чекмарёв ис. (1984), Р.Ғарипов ис. (1996), З.Биишева ис. (2000), Ф.Кәрим ис. (2009) пр.) премиялар лауреаты, Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре. 1967 йылдан — КПСС, 1978 йылдан — СССР Яҙыусылар союзы ағзаһы.

Әйүпов Мансур Әнүәр улы, политолог, Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһының мөхбир-ағзаһы, вице-президенты һәм президиумы ағзаһы, философия фәндәре кандидаты, сәйәси фәндәр докторы, профессор. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре.

Башҡортостан Республикаһы Президенты ҡарамағындағы Башҡортостан дәүләт хеҙмәте һәм идара итеү академияһының элекке ректоры (1998—2003, 2007—2011).

Бураҡаева Мәрйәм Сабирйән ҡыҙы, башҡорт журналисы, яҙыусы, йәмәғәт эшмәкәре. 1981 йылдан СССР Яҙыусылар союзы ағзаһы. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (1993), Рәсәй Федерацияһының почётлы дөйөм белем биреү хеҙмәткәре (2002). Зәйнәб Биишева (2002) һәм Рәми Ғарипов исемендәге (2005) премиялар лауреаты. Салауат Юлаев ордены кавалеры (2013), педагогик хеҙмәт ветераны, «Тормош һабаҡтары» дәреслектәре, «Йәйләү» программаһы авторы.

Ғәйнуллина Мәхмүзә Кәлимулла ҡыҙы, ғалим-профпатолог, йәмәғәт эшмәкәре. Медицина фәндәре докторы (1999). Рәсәй Федерацияһының һәм Башҡортостан Республикаһының Журналистар союздары ағзаһы (1997). Рәсәй Федерацияһының (1999) һәм Башҡорт АССР-ының (1989) атҡаҙанған табибы. Нуриман районының почётлы гражданы.

Ғөзәйеров Борис Миҙхәт улы, Р.Ғарипов ис. 1-се БРГИ-ны тамамлаусыларҙың «Беренсе» ассоциацияһы етәксеһе, юрист.

Иҙелбаев Мираҫ Хәмзә улы, яҙыусы, филология фәндәре докторы, пофессор, Рәсәй фәндәр академияһының ағза корреспонденты, РФ һәм БР Яҙыусылар союзы ағзаһы; БР-һының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре; БР–ның атҡаҙанған халыҡ мәғарифы хеҙмәткәре, РФ-ның почетлы юғары профессиональ белем биреү хеҙмәткәре, Салауат Юлаев ордены кавалеры.

Йомағужин Өлфәт Зәйнетдин улы, Башҡортостан Республикаһындағы ЮНЕСКО эштәре буйынса комитеттың башҡарма директоры, БР атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Халыҡтар дуҫлығы ордены кавалеры.

Йосопова Рәшиҙә Мөхәмәт ҡыҙы, 2-се Республика клиник дауаханаһы баш врачы урынбаҫары, врач-гериатр (оло йәштәге пациенттарға медицина ярҙамы күрһәтеүсе), медицина фәндәре кандидаты, БР-ның атҡаҙанған табибы, Маҡтау грамоталары.

Килдейәрова Флүрә Әхмәтша ҡыҙы, башҡорт опера йырсыһы (сопрано), педагог, Рәсәй Федерацияһының (2002) һәм Башҡорт АССР-ының (1989) халыҡ артисы, Башҡортостан Республикаһының Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты (1985).

Ҡолшәрипов Марат Мәхмүт улы, башҡорт тарихсы-ғалимы һәм йәмәғәт эшмәкәре, тарих фәндәре докторы (1998), профессор (2000), Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған фән эшмәкәре (2001), Башҡортостан Фәндәр Академияһының Зәки Вәлиди исемендәге премияһы лауреаты (2002), Салауат Юлаев ордены кавалеры (2009).

Күзбәкова Рәйсә Абдрахман ҡыҙы, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитеты ағзаһы, Мәғариф, фән, башҡорт теле һәм әҙәбиәте мәсьәләләре буйынса комиссия рәйесе урынбаҫары, РФ-ның почётлы дөйөм белем биреү хеҙмәткәре, БР мәғарифы отличнигы, «Аҡ тирмә» милли-мәҙәни үҙәге рәйесе.

Мөхәмәтйәнова Ғәлиә Мөхтәр ҡыҙы, 1998—2004 йылдарҙа БР-ның мәғариф министры, педагогия фәндәре кандидаты, СССР-ҙың мәғариф отличнигы, РФ дөйөм белем биреү буйынса почетлы хеҙмәткәре, Башҡортостан халыҡ мәғарифының атҡаҙанған хеҙмәткәре, Өфө һәм Сибай «Ҡалалары алдында ҡаҙаныштары өсөн» билдәләре, В.А. Сухомлинский миҙалы менән бүләкләнгән. Дүртенсе саҡырылыш Башҡортостан Йәмәғәт палатаһы рәйесе урынбаҫары, Башҡортостандың Мәғариф өлкәһендә контроль һәм күҙәтеү идаралығының йәмәғәт советы ағзаһы.

Мортазин Зөфәр Йәдкәр улы, табип, медицина фәндәре кандидаты. РФ атҡаҙанған табибы (1999). Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған табибы (1989). Башҡортостан Республикаһының һаулыҡ һаҡлау министры (1995—1999).

Ситдыҡова Гүзәл Рамазан ҡыҙы, башҡорт шағиры, прозаик, публицист, тәржемәсе һәм йәмәғәт эшмәкәре. Башҡорт АССР-ы ХII саҡырылыш Юғары Советының халыҡ депутаты (1991—1995), Башҡортостан Республикаһының 1—3-сө саҡырылыш Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаты (1995—2008), Башҡортостан Республикаһының 1-се саҡырылыш Йәмәғәт Палатаһы ағзаһы (2011—2012), Башҡортостан Республикаһы Башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары йәмғиәте рәйесе (2004—2011), Рәсәй Федерацияһы һәм Башҡортостан Республикаһы яҙыусылар берлектәре ағзаһы (1995), Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (2007). Һәҙиә Дәүләтшина исемендәге дәүләт премияһы лауреаты (2017)[1]. 2012 йылдан Башҡорт Википедияһының әүҙем мөхәррире.

Солтангәрәева Розалия Әсфәндиәр ҡыҙы, башҡорт фольклорсы-ғалимы, филология фәндәре докторы (2003). Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (1990), Салауат Юлаев ордены кавалеры (2005). Мифтахетдин Аҡмулла исемендәге премия лауреаты (1991).

Сөләймәнова Сәбилә Ғәйзулла ҡыҙы, педагог-методист һәм тел ғалимы, педагогия фәндәре кандидаты. 1985—1988 йылдарҙа БАССР-ҙың мәғариф министры. РСФСР-ҙың халыҡ мәғарифы алдынғыһы (1976) Башҡорт АССР-ы мәктәбенең атҡаҙанған уҡытыусыһы (1980) Башҡорт АССР-ының мәғариф алдынғыһы билдәһе (1987) менән бүләкләнгән, күп һанлы дәреслектәр һәм методик әсбаптар авторы.

Солтанова Рәшиҙә Искәндәр ҡыҙы, дәүләт, партия һәм йәмәғәт эшмәкәре. 1999—2003 йылдарҙа БР Министрҙар Кабинетының һәм БР Хөкүмәте ҡарамағындағы ЗАГС идаралығы начальнигыБР өсөнсө саҡырылыш Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаты. 1998 йылдан Башҡортостандың Ҡатын-ҡыҙҙар союзы рәйесе. Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (2000). «Башҡортостан Республикаһында күрһәткән хеҙмәттәре өсөн» (2021) һәм Салауат Юлаев ордендары кавалеры (2017). Учалы районының Муса Мортазин исемендәге премияһы лауреаты.

Тимербулатов Вил Мамил улы, ғалим-хирург, юғары мәктәп, дәүләт һәм йәмәғәт эшмәкәре. рофессор, медицина фәндәре докторы (1989), Рәсәй Медицина фәндәре академияһының мөхбир ағзаһы, Башҡортостан Фәндәр академияһы академигы, Петр Фәндәр академияһы академигы (1995), БР Хирургтар ассоциацияһы президенты. Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған табибы (2005)[1], БР атҡаҙанған табибы (1990), РФ атҡаҙанған фән эшмәкәре (1998).

Фәйзуллин Фәнил Сәйет улы, ғалим-философ, социолог, юғары мәктәп уҡытыусыһы. Философия фәндәре докторы (1983), профессор (1984). Башҡортостан Фәндәр Академияһы, Рәсәй тәбиғи фәндәр академияһы академигы (дөйөм алғанда биш академия академигы). Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған фән эшмәкәре (1985), Рәсәй Федерацияһы юғары мәктәбенең атҡаҙанған хеҙмәткәре (2003). Салауат Юлаев ордены кавалеры (2012), Рәсәй Фәндәр академияһының социология институты баш ғилми хеҙмәткәре.

Ханов Олег Закир улы, Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театрының художество етәксеһе, башҡорт театр һәм кино актёры, режиссер, профессор, Санкт-Петербург Фән һәм сәнғәт академияһының ағза — корреспонденты (2005), РСФСР-ҙың атҡаҙанған, Башҡортостандың халыҡ артисы, Салауат Юлаев исемендәге (1981), Рәсәйҙең әҙәбиәт һәм сәнғәт өлкәһендәге дәүләт (1996), Станиславский исемендәге халыҡ-ара (2014), Рәсәй театр эшмәкәрҙәре Союзының А.Яблочкина исемендәге премиялар лауреаты (1995), «Салауат Юлаев» ордены (2016) кавалеры, «Василий Шукшин» миҙалы менән бүләкләнгән.

Шәкүров Рәшит Закир улы, башҡорт шағиры, тел һәм әҙәбиәт белгесе, публицист; Башҡортостан Республикаһының Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты (2012), Салауат Юлаев ордены кавалеры (2007), Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған фән эшмәкәре (1997). 1961 йылдан СССР-ҙың Журналистар, 1978 йылдан — Яҙыусылар союздары ағзаһы, Өфө ҡалаһының почетлы гражданы (2018).

Юлдашев Марс Тимербулат улы, табип һәм медицина ғалимы, әүҙем йәмәғәт эшмәкәре, медицина фәндәре докторы, профессор. Рәсәй тәбиғи фәндәр академияһы академигы. Башҡортостандың атҡаҙанған фән эшмәкәре, Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың атҡаҙанған табибы, Екатерина 2-се, Бөйөк Петр ордендары кавалеры, «Фәнни мәктәпкә нигеҙ һалыусы» почет билдәһе, Вернадский, Альфред Нобель исемендәге миҙалдар менән бүләкләнгән.

Юнысова Гөлфиә Аҙнағол ҡыҙы, Башҡортостандың халыҡ шағиры (2015), журналист, шағир һәм йәмәғәт эшмәкәре. 1978—1999 йылдарҙа «Башҡортостан ҡыҙы» журналының баш мөхәррире, 1990—1995 йылдарҙа РСФСРҙың 12-се саҡырылыш (артабан Рәсәй Федерацияһының) Юғары Советы һәм Башҡортостан Республикаһының 3-сө саҡырылыш Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаты. 1974 йылдан СССР Яҙыусылар һәм 1979 йылдан СССР Журналистар союздары ағзаһы. «Почёт Билдәһе» ордены кавалеры (1984), Башҡорт АССР-ының (1989) һәм Рәсәй Федерацияһының (2005) атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре. Башҡортостан Республикаһының Һәҙиә Дәүләтшина исемендәге дәүләт (2006) һәм Миәкә районының Мифтахетдин Аҡмулла исемендәге премиялары (2000) лауреаты. Башҡортостандың мәғариф отличнигы (2000).

Янбаева Гөлфиә Гәрәй ҡыҙы, «Киске Өфө» гәзите мөхәррире, БР «Ағинәй» төбәк-ара йәмәғәт ойошмаһы рәйесе, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитеты ағзаһы, башҡорт журналисы һәм йәмәғәт эшмәкәре. 1981 йылдан СССР Журналистар союзы ағзаһы. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (1997). Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге (2006) һәм Рәми Ғарипов исемендәге (2012) премиялар лауреаты.