Яңылыҡтар

Ғәйнә һәм Танып ырыуы башҡорттарында ҡунаҡта

21 февраль, 10:28

Пермь крайы башкорттары «Ғәйнә һәм Танып ырыуы башҡорттарының теле, мәҙәниәте һәм тарихы көндәре» сиктәрендә ҙур сара ойошторҙо.Пермь крайының Башҡултай ауылында «Башҡорт донъяһының Пермь крайында төньяҡ-көнбайыш диалектының мәҙәниәт һәм мәғариф донъяһында ҡулланылышы» тигән темаға арналған түңәрәк өҫтәлдә балаларҙы туған телдә тәрбиәләү, уҡытыу мәсьәләләре хаҡында фекер алышынды.Шунда уҡ Ф. Сәйҙәшевтың «Муллинские башкиры» тигән китабының исем туйы ла үтте. Ул төбәк башҡорттарының йәшәйешенә, тарихына, мәҙәниәтенә арналған.Артабан сара Пермь крайының Ҡуян ауылында дауам итте. Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының рәйесе, Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаты Юлдаш Йосопов төбәк ҡоролтайының әүҙем эшен, Ҡуян ауылы мәктәбендә асылған музей мөйөшөн хуплап телгә алды. «Бында төбәк халҡы тураһында бай йөкмәткеле экспонаттар тупланған. Хәрби тарих, милли кейем, милли аштар, билдәле шәхестәр хаҡында мәктәп уҡыусылары үҙҙәренә күп мәғлүмәт аласаҡ,» - тине ул.

Башҡортостан Республикаһы Мәғариф һәм фән министрлығының дәүләт программаларын тормошҡа ашырыу һәм төбәк — ара хеҙмәттәшлек итеү бүлегенең әйҙәүсе белгес — эксперты Гөлсөм Дилмөхәмәтова ике төбәктең эшмәкәрлеген баһалап, киләсәктә лә балаларҙы туған телен, тарихын, мәҙәниәтен белеп үҫһен өсөн Башҡортостан Республикаһы ярҙам ҡулы һуҙырға әҙер булыуын белдерҙе. Урындағы уҡытыусылар башҡорт теленең һөйләшендә ҡулланма әҙерләгән һәм уны тап телде, мәҙәниәтте өйрәткәндә файҙалана. Башҡортостан Республикаһы Мәғариф һәм фән министрлығының Милли мәғариф идаралығының дәреслектәр нәшер итеү бүлеге начальнигы Флүзә Ғайсина төньяҡ-көнбайыш диалектының дәрестән тыш сәғәттәрҙә ҡулланылышы менән ҡыҙыҡһынды. Ул уҡытыусылар коллективына рәхмәт әйтте.

Пермь крайы башҡорттары ҡоролтайы рәйесе Рәсил Мөхәмәтйәнов башҡорт халҡының тарихын, мәҙәниәтен өйрәнеү буйынса асыҡ конкурс ойошторолоуы һәм уның еңеүселәрен тап бөгөн билдәләүҙәре хаҡында әйтеп китте. Ойоштороусылар балаларға диплом һәм бүләктәр тапшырҙы. Ҡуян ауылы мәктәбе

Югов мәктәбенә ҡарай. Уның директоры Юлия Ветрова сарала ҡатнашыусыларға рәхмәтен белдерҙе. "Беҙ Башҡортостандың беҙгә яҡшы мөнәсәбәтен тоябыҙ. Киләсәктә лә бергә эшләргә терәк ҙур! — тине.


Сарала «Аҡбуҙат» журналының баш мөхәррире Лариса Абдуллина ла ҡатнашты. Кескәйҙәр өсөн сыҡҡан баҫма вәкилдәренең был сарала майҙан тотоуы һис юҡҡа түгел, сөнки редакция хеҙмәткәрҙәре 2020 йылда ғәйнә һөйләшендә журнал сығарҙы. Унан тыш, төбәк балалары өсөн тағы ла бер һан әҙерләнә.

Аҡбуҙат" журналы был мәктәптә күп тапҡырҙар булғаны бар. Был юлы ла балалар менән осрашыу булды. Әйткәндәй, журналдың 2023 йылдың 11-се һанында балалар яҙыусыһы Нияз Сәлимовтың «Таш донъяға тәүге сәйәхәт йәки мәғдәнсе Исмәғил» тигән хикәйәһе баҫылды. Уны рәссам Азамат Ғарипов йөкмәткеле һүрәттәре менән биҙәне. Осрашыу барышында баш мөхәррир Лариса Абдуллина балаларға ошо һанды бүләк итте.

Сара барышында, ғәҙәттәгесә, башҡорт балаһының дүрт рухи таяуы тураһында һөйләне. «Туған телде, ил тарихын, шәжәрәңде белеү һәм иманлы булыу, һәр кескәй башҡортто ҡеүәтле итә!» — тине Лариса Хашим ҡыҙы үҙ сығышында.

Айгөл ҒӘБИТОВА
Уртаҡлашыу