Рус телендәге материалдарЯңылыҡтарАйыҡ ауылТарихБашҡорт тарихы йылыФекерБашҡорт ырыуҙарыҠоролтай тауышыБашҡорт телеШайморатов вариҫтарыКалендарь Радий ХәбировБөйөк ЕңеүМәғариф Фольклор БР - 100 йылБелорет районыБөтә донъя башҡорттары ҡоролтайыЙәштәрCтәрлебашБашҡорт халҡының үҫеш стратегияһы ГранттарБорайФәнЭльвира МоталоваBashkort 2.0Башҡорт милли кейемеДинӘлшәй районыБашҡорт әҙәбиәтеМилли аш-һыуАуҙарышБизнесБуздәкТөньяҡ-көнсығыш башҡорттарыБашВикиЙылайырҒафуриКүгәрсенМәләүезХәйбуллаХМАОДүртөйлөСанкт-ПетербургӨфөТуризмСаҡмағошДәүләкәнБишбүләкТеатрСибайУчалыСвердловск өлкәһеХалыҡ иҫәбен алыуПермьТуймазыИшембайҠурайҠымыҙБашҡорт атыМатуғатСпортСтәрлетамаҡИнтернетКушнаренкоДиктантТөньяҡ амурҙарыТөньяҡ-көнбайыш башҡорттарыСиләбеЕйәнсураЫрымбурТатарстанБаймаҡҺарытауМәҙәниәтБашҡорттар - донъяла Башҡорт теле йылыҠурғанҺамарРФ башкорттарыДиалектИнтервьюШайморатовШәхес
Яңылыҡтар

Башҡорт ырыуҙары тәүге оло ҡорға йыйылды

15 октябрь 2021, 19:46


Туймазы ҡалаһында Башҡорт тарихы йылы сиктәрендә Башҡорт ырыуҙары ҡоро үтте. Ойоштороусылары: Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы, Башҡортостандың мәҙәниәт министрлығы, Туймазы районы хакимиәте. Саралар Туймазы районының Ҡандра-Төмәкәй ауылында башланды, бында рәсми ҡунаҡтар, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы вәкилдәре ҡатнашлығында башҡорт ырыуҙарына бағышланған иҫтәлекле таҡтаташ асылды.
Артабан Ырыуҙар ҡоро саралары Туймазы ҡалаһындағы «Родина» мәҙәниәт һарайында дауам итте. Унда сағыу күргәҙмә, театрлаштырылған тамаша ойошторолғайны.
Ошонда уҡ Ырыуҙар ҡороноң пленар өлөшө үтте, сарала Башҡортостан Башлығы Хакимиәте, республика Хөкүмәте ағзалары, төрлө министрлыҡтар, ведомстволар вәкилдәре, башҡорт ырыуҙары йәмәғәт ойошмалары советтары, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының Президиумы, Башҡорма комитеты ағзалары, милли-мәҙәни үҙәктәр етәкселәре һәм башҡа ҡунаҡтар ҡатнашты.
Модератор булараҡ Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы президиумы рәйесе, Рәсәй Дәүләт Думаһы депутаты Эльвира Айытҡолова, Башҡортостан Фәндәр академияһы Стратегик тикшеренеүҙәр институтының Социаль-мәҙәни тикшеренеүҙәр үҙәге етәксеһе, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының башҡорт халҡы тарихы һәм үҫеше буйынса комиссия рәйесе урынбаҫары Юлдаш Йосопов сығыш яһаны.
Эльвира Ринат ҡыҙы үҙ сығышында Башҡорт тарихы йылында үткәрелгән ҙур сараларҙы, Бөтә Рәсәй Халыҡ иҫәбен алыу кампанияһы башланыуын, милләттәр һәм телдәрҙе белеү тураһындағы мәғлүмәттәр Рәсәйҙең этномәҙәни һәм тел төрлөлөгөн һаҡлау өсөн мөһимлеген телгә алды.
«Ырыуҙар ҡорон, был көндө түҙемһеҙләнеп көттөк. Бындай сара уртаҡ мәсьәләләрҙе уртаға һалып һөйләшү өсөн бик кәрәк ине. Оло ҡорҙоң халыҡ иҫәбен алыу кеүек мөһим ваҡиға башланып торғанда үткәрелеүе лә ҙур әһәмиәткә эйә. — тине Эльвира Айытҡолова. - Беҙ — башҡорттар, республиканы булдырған, бар иткән милләт. Төбәктә барған һәр ваҡиға өсөн, тыныслыҡ, берҙәмлек, Башҡортостан халыҡтарының үҫеше өсөн яуаплыбыҙ. Һәм әлбиттә, башҡорт ырыуҙары хәрәкәтен телгә алғанда, тәүге сиратта уның берләштереүсе көс икәнлегенә баҫым яһайбыҙ. Бөгөнгө заманда, глобалләшеү кеүек төшөнсәләр алға планға сыҡҡанда, үҙ тамырҙарыңды, туған телеңде, тарихыңды белеү ныҡлы рухи нигеҙ булдыра һәм төрлө тарафтан тәьҫар иткән мәғлүмәти баҫымға ҡаршы тороу мөмкинлеген бирә. Башҡорт ырыуҙары хәрәкәте милләттебеҙҙе берләштереүсе, туплаусы сара ла. Беҙ төрлөлөк менән көслө, шул иҫәптән диалекттар менән. Мәҫәлән, башҡорт теленең төнъяҡ-көнбайыш диалектын ғына алайыҡ. Әлеге ваҡытта ошо йүнәлеште нығытҡан хәрәкәттәрҙең булыуы («Без башҡортлар», мәҫәлән) башҡорт халҡы ысын мәғәнәһендә оло берләшеү юлында икәнлеген иҫбатлай".
Юлдаш Йосопов башҡорт ырыуҙары хәрәкәтенең 2021 йылдағы һөҙөмтәләре менән таныштырҙы, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының Башҡарма комитеты ағзаһы, тарих фәндәре кандидаты Салауат Хәмиҙуллин башҡорттарҙың ырыу системаһы формалашыуы үҙенсәлектәре хаҡында һөйләне. Шулай уҡ, төрлө темаларға докладтар менән Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы ағзалары, Юрматы ырыуы етәксеһе Вельмир Аҙнаев, Ҡырғыҙҙар ырыуы вәкиле Рөстәм Камалов, «Без башҡортлар» хәрәкәте етәксеһе, Туймазылағы башҡор тарихи-мәҙәни үҙәге бегесе Альберт Исмаил һәм башҡалар сығыш яһаны.
Тулыраҡ - сайттың русса өлөшөндә.

Уртаҡлашыу