Яңылыҡтар

Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы башҡорт теленә арналған подкасттар шәлкемен башлай

24 сентябрь 2020, 15:42

Әгәр башҡорт телен аҫыл таш менән сағыштырһаң, әҙәби тел—ул таштың бер генә ҡыры. Ул ҡыр үтә сифатлы итеп йышылған булһа ла, таштың тотош матурлығын күрер өсөн, уның бөтә ҡырҙарын күреү зарур.

Башҡорт теленең диалекттары—күптәр өсөн аңлауы ҡатмарлы булған өлкә. Ул башлыса филологтарҙың белем даирәһенә инә.

Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы башлаған яңы проекттың маҡсаты—башҡорт теленең диалекттары тураһында мәғлүмәтте ябай телдә халыҡҡа еткереү. Бының өсөн йәнле әңгәмәләр форматындағы видеоподкасттар әҙерләнә. Уларҙа урындағы һөйләш вәкилдәре һәм филология белгестәре ҡатнаша. Бер өҫтәл ҡырына ултырып, улар теге йәки был урындағы һөйләштең үҙенсәлектәрен барлай.

Беренсе сығарылыш Саҡмағош районында йәшәгән башҡорттарҙың һөйләштәренә арналған. Әңгәмәлә филология фәндәре докторы Гөлфирә Риф ҡыҙы Абдуллина һәм йырсы, Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Рәмил Хәзиев ҡатнаша.

Уртаҡлашыу