«Шайморатов вариҫтары» халыҡ проекты сиктәрендә донъя күргән белешмәнең исем туйы

Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитетының Тарих һәм башҡорт халҡын үҫтереү мәсьәләләре буйынса комиссияһы рәйесе Азат Ярмуллин төньяҡ-көнбайыш башҡорттарының легендар 112-се кавалерия дивизияһы составында күрһәткән батырлыҡтары менән таныштырҙы. Советтар Союзы Геройы Туймазы районынан Ҡыр-йылан ырыуы башҡорто Шакирйән Йосоп улы Ғәтиәтуллин, майор Сабир Рәхим улы Ҡадиров, Йәрмәкәй районынан Ҡыр-йылан ырыуы вәкиле капитан Мөғин Кәрим улы Нагаев, Краснокама районы Яңы Аҡтанышбаш ауылынан Гәрәй ырыуы вәкиле капитан Хәнәфи Нурғәле улы Нурғәлиев, шул уҡ ауылдан Әхмәтхужа Әхмәҙуллиндарҙың ҡаһарманлыҡтарын хәтергә төшөрөп үтте. Данлыҡлы 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы яугирҙары тураһында белешмәне әҙерләүҙә әүҙемлек күрһәткән шәхестәр Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының Рәхмәт хаттарына лайыҡ булды. Был белешмә буйынса эш әле дауам итәсәк, ти Азат Ярмуллин. Шулай уҡ, Әнүәр Әсфәндиәровтың «Аулы мензелинских башкир» һәм «История сел и деревень Башкортостана и сопредельных территорий» тигән китаптарының да исем туйы үтте. Был ике китап быйыл донъя күрҙе һәм тарихы, халҡының үткәне менән ҡыҙыҡһынған һәр кемгә файҙалы буласаҡ.