Мәҙәниәт һәм рухи мираҫ йылын ҡаршылап

«Яҡшылыҡ булһын атығыҙ, Кеше булһын затығыҙ!» Башҡорт халыҡ эпосы "Урал батыр"ҙың ошо юлдары Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы тарафынан иғлан ителгән Башҡорт мәҙәниәте һәм рухи мираҫ йылының девизына әйләнде. 10 февралдә Өфөлә, «Башҡортостан» дәүләт концерт залында йылдың төп йүнәлештәренең презентацияһы үтте. Мөһим саранан фотоиҫтәлектәр тәҡдим итәбеҙ. Айрат Нурмөхәмәтов фотолары