Башҡорт теле һәм әҙәбиәте буйынса Йыл уҡытыусыһы

23 мартта «Торатау» Конгресс-холлында Башҡортостандың йыл уҡытыусыһы конкурсының еңеүселәре билдәләнде. Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Президиумы рәйесе Эльвира Айытҡолова конкурс лауреаттарын тәбрикләп, уларға артабан да уңыштар теләне. Конкурста ҡатнашҡан ике уҡытыусыға Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитеты ағзаһы Сынтимер Баязитов Ҡоролтайҙың иң юғары наградаһы- «Ал да нур сәс халҡыңа» миҙалын тапшырҙы. Миҙалға Ейәнсура районы Иҫәнғол ауылы башҡорт гимназия-интернаты Клара Дәүләтбаева һәм Илеш районы Ишҡар ауыл мәктәбе уҡытыусыһы Гүзәл Саҙретдинова лайыҡ булды.