Халыҡ-ара туған телдәр көнөндә башҡорт теленән диктант

Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Әхмәтзәки Вәлиди исемендәге Милли китапханала ойошторған диктант яҙыуҙа ҡоролтай Башҡарма комитеты ағзалары, күренекле артистар, яҙыусылар, журналистар ҡатнашты. Тексты Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Президиумы ағзаһы, РФ һәм БР халыҡ артисы Хөрмәтулла Үтәшев уҡыны.