Түңгәүер ырыуы йыйыны

19 июнь Йылайыр районы Ҡашҡар ауылында «Минең ауылым тарихы» халыҡ байрамы һәм Түңгәүер ырыуы йыйыны үтте. Байрам сиктәрендә ауылға нигеҙ һалыусы Ҡашҡар Мамытовҡа стела һәм Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы Фәрит Бикбулатов йәшәгән йортта мемориаль таҡтаташ асыу, Ырыуҙаштар аллеяһын ултыртыу тантаналары булды.