Яңылыҡтар

Башҡорт ҡоролтайында Аҡмулла исемендәге дәүләт премияһын булдырырға тәҡдим ителде

2 часа назад

Башҡортостан Республикаһы хөкүмәте премьер-министрының беренсе урынбаҫары вазифаһын башҡарыусы Урал Килсенбаев Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының VI съезының икенсе пленар ултырышында сығыш яһағанда мәғариф өлкәһендә Мифтахетдин Аҡмулла исемендәге дәүләт премияһын булдырырға тигән тәҡдим индерҙе.

Шулай уҡ Урал Таһир улы телдәрҙе һаҡлау һәм үҫтереү буйынса программала, Башҡортостан Республикаһы Башлығының тел гранттарында ғаиләлә телде үҫтереү йүнәлештәрен ҡарарға тәҡдим итте.

- Балаларҙың башҡорт телен мәктәптә генә өйрәнеп, өйгә ҡайтҡас русса һөйләшеүенән файҙа юҡ. Шуға күрә Башҡортостан Башлығы гранттары программаһында ғаиләлә телде үҫтереү йүнәлешен күҙ уңында тоторға кәрәк, - тип билдәләне Урал Килсенбаев.

Тағы ла бер тәҡдим йыл һайын Бөтә Рәсәй башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусылары съезын үткәреүгә ҡағыла. Бындай тәҡдим менән уҡытыусылар мөрәжәғәт итте.

Урал Таһир улы шулай уҡ башҡорт телен уҡытыуҙың методик базаһын яңыртырға, заманға яраҡлаштырырға тәҡдим итте:

- Башҡорт телен һаҡлау ғына түгел, ә үҫтереү, көсәйтеү мөһим, - тип билдәләне спикер.

Ләйлә Аралбаева.
Уртаҡлашыу