ЯңылыҡтарАйыҡ ауылТарихАтайсалЦифралы башҡортБәйгеФән һәм мәғрифәт йылыБашҡорт тарихы йылыФекерБашҡорт ырыуҙарыҠоролтай тауышыБашҡорт телеШайморатов вариҫтарыКалендарь ПроекттарВидеоРадий ХәбировБөйөк ЕңеүМәғариф Фольклор БР - 100 йылБелорет районыБөтә донъя башҡорттары ҡоролтайыЙәштәрБашҡорт мәҙәниәте һәм рухи мираҫ йылыИжади майҙанҠазанЕкатеринбургФольклориадаВладивостокБөрөАғиҙелЙәрмәкәйCтәрлебашБалтасӨфө районыҠариҙелПодкастыИталияБлаговар районыБашҡорт халҡының үҫеш стратегияһы ГранттарБорайМифтәхетдин АҡмуллаКейеҙ баҫыуНурия ИҡсановаФәнТәтешле Башҡорт милли кейемеДинБашҡорттарҒәббәс ДәүләтшинӘлшәй районыБашҡортостан ҡатын-ҡыҙҙары берлегеУрал батырКанадаҺылыуҡайБашҡорт әҙәбиәтеБашҡорт биҙәүестәреМилли аш-һыуБашҡорт мәҙәниәте көндәреМишкә районыАҡбуҙатҠуштауЮлдыбайБейеүЙәйләүАуҙарышБелорецкТөркиәФедоровка районыМәләүезБизнесБуздәкАуырғазыСалауат районыМәсетлеТөньяҡ-көнсығыш башҡорттарыҠоролтайОнлайнБалаҡатайНефтекамаБабичСалауат ЮлаевБашҡорт теле көнөШүлгәнташБашВикиЙылайырБөрйәнҒафуриШаранҠыйғыВладимирКүгәрсенАлтайУдмурт РеспубликаһыМәләүезХәйбуллаХМАОИглинСалауатҠалтасыДүртөйлөСанкт-ПетербургИлешМәскәүӨфөТуризмКөйөргәҙеШишмәСаҡмағошДәүләкәнМиәкәМежгорьеБишбүләкТеатрСибайКүмертауУчалыБәләбәйЯңауылҺарытауСвердловск өлкәһеБаҡалыХалыҡ иҫәбен алыуПермьТуймазыИшембайБашҡорт балыОктябрьскийУраҙаҠурайҠымыҙБашҡорт атыМатуғатБлаговещенДыуанСпортАрхангелҮзбәкстанАсҡынСтәрлетамаҡҠырмыҫҡалыӘбйәлилИнтернетКушнаренкоНуриманКраснокамаБСТКоронавирусДиктантТөньяҡ амурҙарыТөньяҡ-көнбайыш башҡорттарыСиләбеЕйәнсураЫрымбурҠаҙағстанТатарстанТәбиғәтБаймаҡҺарытауМәҙәниәтБашҡорттар - донъяла Башҡорт теле йылыҠурғанҺамарРФ башкорттарыДиалектРус телендәге материалдарИнтервьюФлэшмобШайморатовШәхесМәҡәләләр
Яңылыҡтар

Силәбе башҡорттарының мәҙәниәтте, фәнде үҫтереүгә индергән өлөшө ҙур

28 июнь, 15:41

Бөгөн, 28 июндә, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының конференциялар залында Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған фән эшмәкәре, Башҡортостан Фәндәр академияһының ағза-корреспонденты, философия фәндәре докторы, профессор Дамир Жәүәт улы Вәлиевтең иҫтәлегенә арналған «Силәбе башҡорттарының Рәсәй һәм Башҡортостандың мәҙәниәтен, фәнен үҫтереүгә индергән өлөшө» тигән темаға халыҡ-ара ғилми-ғәмәли конференция үтте.
Программа буйынса, тәүҙә конференция материалдары йыйынтығы презентацияланды. Сарала ҡатнашыусыларҙы Башҡортостан Республикаһының Силәбе өлкәһендәге даими вәкиле Әлфир Байымов, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитеты рәйесе Юлдаш Йосопов, Өфө фән һәм технологиялар университеты доценты, тарих фәндәре кандидаты Нурислам Ҡалмантаев сәләмләне.

Артабан пленар ултырыш үтте, модераторы булып Юлдаш Йосопов сығыш яһаны. Сарала философия фәндәре докторы, профессор, Рәсәй Фәндәр академияһы Өфө федераль тикшеренеү үҙәгенең Тарих, тел һәм әҙәбиәт институты директоры З.Й. Рәхмәтуллина «Дамир Жәүәт улы Вәлиев: ғалим, уҡытыусы, остаз (фәнгә арналған тормош)», Башҡортостан Фәндәр академияһы академигы, философия фәндәре докторы Ф.С. Фәйзуллин «Д.Ж. Вәлиевтең йәмғиәт үҫешенең социаль проблемаларын тикшереүгә индергән өлөшө», тарих фәндәре кандидаты, Рәсәй Фәндәр академияһы Өфө федераль тикшеренеү үҙәге Тарих, тел һәм әҙәбиәт институтының өлкән ғилми хеҙмәткәре З.Р. Сабирова «Арғаяш районының почетлы гражданы Дамир Жәүәт улы Вәлиевтең яҙма мираҫының әхлаҡи потенциалы» тигән темаларға доклад тәҡдим итте.
Пленар ултырыштан һуң секция эштәре ойошторолдо. Беренсеһендә — «Д.Ж. Вәлиевтең Башҡортостанда һәм Рәсәйҙә ижтимағи-гуманитар фекерҙе үҫтереүгә индергән өлөшө», икенсеһендә «Силәбеләрҙең Башҡортостан һәм Рәсәй фәнен, мәҙәниәтен үҫтереүгә индергән өлөшө» тигән темалар буйынса фекер алышу булды. Аҙаҡҡы пленар ултырышында сараға йомғаҡ яһалды, резолюция ҡабул ителде.

Уртаҡлашыу