Яңылыҡтар

Иғтибар! «Тамыр» яңы конкурс иғлан итә!

11 февраль, 11:01

Төп бүләк — телевизор!

«Өйҙә» медиаконкурсы Башҡортостан Республикаһында Ҙур һәм татыу ғаилә йылына арнала.
Ҡатнашыр өсөн 8-17 йәшлек балалар һәм үҫмерҙәр үҙҙәренең ғаиләһе тураһында 3 минутҡа тиклем горизонталь форматта видео төшөрөп ебәрергә тейеш.

Конкурс 3 этаптан тора:
1 этап. 30 мартҡа тиклем документ итеп айырым беркетелгән ғаризаны (Ҡушымта № 1) һәм видеоны «Бәйләнештә» селтәрендәге төркөмөбөҙгә vk.com/tamir_telekanal шәхси хәбәр итеп ебәрергә кәрәк.
Ойоштороусылар 2-се этапҡа 15 иң яҡшы эште һайлап ала.

2 этап. Апрелдең беренсе декадаһында «Тамыр» телеканалының төркөмөндә тауыш биреү шарты буйынса 1 еңеүсе һайлап алына.

3 этап. Иң күп тауыш йыйған ғаилә 14 апрель Өфө ҡалаһына «Тамыр» телеканалының ҙур концертына саҡырыла һәм конкурстың төп призы — телевизор менән бүләкләнә.

Уңыштар теләйбеҙ!

Уртаҡлашыу