Яңылыҡтар

Сибай музейы - Йошкар-Олала

8 декабрь 2023, 15:19

15 ноябрҙән Мари Иле Республикаһының Йошкар-Ола ҡалаһында, Тимофей Евсеев исемендәге Милли музейҙа, Сибай ҡалаһының тарих һәм тыуған яҡты өйрәнеү музейының «Мираҫ» исемле күргәҙмәһе эшләй.

Был күргәҙмә башҡорт халҡының этнографияһына, һынлы сәнғәтенә, тарихына ҡағылышлы 135 музей экспонатын беҙҙең ватандаштарға, мари халҡына, республика ҡунаҡтарына тәҡдим итә. Музей экспонаттары менән берлектә «Ағиҙел» художество кәсептәре берекмәһе, Өфө фән һәм технологиялар университетының Сибай институты музейы, ҡаланың Камил Вәлиев исемендәге сәнғәт колледжы әйберҙәре лә күрһәтелә. Әйткәндәй, Сибай музейы күргәҙмәһен Рәсәйҙең башҡа төбәктәрендә лә беләләр, сит өлкәләрҙә бишенсегә ойошторола.

Атап әйткәндә, ошондай саралар Ямал-Ненец автономиялы округының Тарко-Сале ҡалаһында 2016, 2018 йылдарҙа, Яңы Уренгой һәм Ноябрьск ҡалаларында 2020 йылда, Ханты-Манси автономия округының Ханты-Манси ҡалаһындағы Тәбиғәт һәм Кеше музейында 2022 йылда беренсе тапҡыр ойошторолдо.

«Мираҫ» күргәҙмәһе 2024 йылдың 18 февраленә тиклем эшләйәсәк.
Мари Илендә, Йошкар-Ола ҡалаһында булһағыҙ, рәхим итегеҙ!

Сибай музейы хеҙмәткәрҙәре күргәҙмәне ойоштороуҙа ярҙам күрһәткән музей партнерҙарына, Мари Иле Республикаһындағы Йошкар-Ола ҡалаһы башҡорттары ҡоролтайы рәйесе Муса Нурдәүләтовҡа, Ямал-Ненец автономиялы округының Ноябрьск ҡалаһындағы башҡорттар ҡоролтайы рәйесе Ирек Мәҡсүтовҡа, эшҡыуар Гөлназ Азатоваға рәхмәт белдерә.

Уртаҡлашыу