Башҡорттар - донъяла VIВКБЯңылыҡтарБашҡорт телеМәҙәниәтРәсәй башкорттарыАйыҡ ауылТарихБашҡорт тарихы йылыФекерБашҡорт ырыуҙарыҠоролтай тауышыШайморатов вариҫтарыКалендарь ПроекттарРадий ХәбировБөйөк ЕңеүМәғариф Фольклор БР - 100 йылБелорет районыБөтә донъя башҡорттары ҡоролтайыЙәштәрФән һәм мәғрифәт йылыФольклориадаПодкастыИталияБашҡорт халҡының үҫеш стратегияһы ГранттарМифтәхетдин АҡмуллаФәнЭльвира МоталоваBashkort 2.0Тәтешле Башҡорт милли кейемеБашҡорттарУрал батырКанадаБашҡорт әҙәбиәтеБашҡорт биҙәүестәреМилли аш-һыуБашҡорт мәҙәниәте көндәреАҡбуҙатТөркиәМәләүезБизнесСалауат районыТөньяҡ-көнсығыш башҡорттарыТөркмәнстанСалауат ЮлаевБашҡорт теле көнөБашВикиЙылайырҒафуриМәләүезХәйбуллаХМАОДүртөйлөСанкт-ПетербургИлешМәскәүӨфөТуризмШишмәТеатрСибайУчалыСвердловск өлкәһеХалыҡ иҫәбен алыуПермьИшембайБашҡорт балыҠурайҠымыҙБашҡорт атыМатуғатСпортҮзбәкстанАсҡынСтәрлетамаҡӘбйәлилИнтернетБСТКоронавирусДиктантТөньяҡ амурҙарыТөньяҡ-көнбайыш башҡорттарыЕйәнсураЫрымбурҠаҙағстанТатарстанТәбиғәтБаймаҡБашҡорт теле йылыҠурғанҺамарДиалектРус телендәге материалдарИнтервьюФлэшмобШайморатовШәхесМәҡәләләр
Яңылыҡтар

Улар Шүлгәнташты бар донъяға танытты

23 июль, 10:50

Билдәле булыуынса, ошо көндәрҙә Шүлгәнташ мәмерйәһе Бөтә донъя ЮНЕСКО исемлегенә индерелде. Бөгөн Хөкүмәт кәңәшмәһендә Башҡортостан Башлығы был ваҡиғаға ҡағылышы булғандарҙы бүләкләне.

Халыҡтар дуҫлығы ордены менән Башҡортостан Республикаһының күсемһеҙ мәҙәни мираҫ объекттарын һаҡлау һәм файҙаланыу буйынса ғилми-етештереү үҙәге директоры Данир Ғәйнуллин бүләкләнде. «Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре» исеме «Шүлгәнташ мәмерйәһе» тарихи-мәҙәни музей-ҡурсаулығы директоры Фәүзил Маликовҡа бирелде.

Башҡортостан Башлығының Почет грамоталары Шүлгәнташ мәмерйәһе хеҙмәткәрҙәре Раян Әхмәтйәновҡа, Нәркәс Әминеваға, Ольга Червяцова, Башҡортостандың ЮНЕСКО эштәре буйынса комитетының башҡарма директоры Рената Лоҡмановаға тапшырылды.

– Был беҙҙең дөйөм еңеүебеҙ! – тине Данир Ғәйнуллин. – Беҙ бер тауыштан танылыу алдыҡ. Әммә беҙ әле юлдың башында ғына. Инфраструктураны тәртипкә килтерәсәкбеҙ. Ярҙамығыҙ, иғтибарығыҙ өсөн ҙур рәхмәт.

Әлфиә Миңғәлиева
Уртаҡлашыу