Башҡорт телеЯңылыҡтарМәҙәниәтРәсәй башкорттарыБашҡорттар - донъяла Айыҡ ауылТарихБашҡорт тарихы йылыФекерБашҡорт ырыуҙарыҠоролтай тауышыШайморатов вариҫтарыКалендарь ПроекттарВидеоРадий ХәбировБөйөк ЕңеүМәғариф Фольклор БР - 100 йылБелорет районыБөтә донъя башҡорттары ҡоролтайыЙәштәрФән һәм мәғрифәт йылыҠазанЕкатеринбургФольклориадаЙәрмәкәйCтәрлебашБалтасӨфө районыҠариҙелПодкастыБлаговар районыБашҡорт халҡының үҫеш стратегияһы ГранттарБорайМифтәхетдин АҡмуллаФәнГөлназ ЯҡуповаТәтешле Башҡорт милли кейемеБашҡорттарҒәббәс ДәүләтшинӘлшәй районыУрал батырБашҡорт әҙәбиәтеМилли аш-һыуБашҡорт мәҙәниәте көндәреАҡбуҙатБейеүБизнесБуздәкАуырғазыСалауат районыМәсетлеТөньяҡ-көнсығыш башҡорттарыБалаҡатайНефтекамаБабичСалауат ЮлаевБашҡорт теле көнөБашВикиЙылайырБөрйәнҒафуриШаранҠыйғыКүгәрсенУдмурт РеспубликаһыМәләүезХәйбуллаХМАОИглинСалауатДүртөйлөСанкт-ПетербургИлешМәскәүӨфөТуризмСаҡмағошМиәкәМежгорьеБишбүләкТеатрСибайКүмертауУчалыЯңауылҺарытауСвердловск өлкәһеБаҡалыХалыҡ иҫәбен алыуПермьТуймазыИшембайБашҡорт балыОктябрьскийҠурайБашҡорт атыМатуғатБлаговещенДыуанСпортАрхангелҮзбәкстанАсҡынСтәрлетамаҡҠырмыҫҡалыӘбйәлилИнтернетКушнаренкоНуриманКраснокамаБСТКоронавирусДиктантТөньяҡ амурҙарыТөньяҡ-көнбайыш башҡорттарыСиләбеЕйәнсураЫрымбурҠаҙағстанТатарстанТәбиғәтБаймаҡҺарытауБашҡорт теле йылыҠурғанҺамарДиалектРус телендәге материалдарИнтервьюФлэшмобШайморатовШәхесМәҡәләләр
Яңылыҡтар

Матбуғатҡа яҙылыу көнө үтте

6 ноябрь, 11:51

Кисә, 5 ноябрҙә, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы башҡорт матбуғатына яҙылыу көнө ойошторҙо. Унда милли ойошманың Президиумы һәм Башҡарма комитеты ағзалары, республика башҡорт баҫмаларының баш мөхәррирҙәре ҡатнашты.


Ҡоролтай офисында күргәҙмә материалдар урынлаштырылды, матбуғат баҫмаларына яҙылыу ойошторолдо. Видеоконференция бәйләнеше тәртибендә, республиканың район-ҡалалары ҡоролтайҙары етәкселәре, ағзалары сараға ҡушылды, тәҡдимдәрен һәм фекерҙәрен еткерҙе.

Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Президиумы рәйесе, Рәсәй Дәүләт Думаһы депутаты Эльвира Айытҡолова сәләмләү һүҙҙәре менән сығыш яһаны. Ул Башҡорт матбуғатына яҙылыу акцияһын башлап ебәрҙе һәм эстафетаны ҡала, райондарҙағы ҡоролтай рәйестәренә тапшырҙы.


Артабан һүҙҙе Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының Башҡарма комитеты рәйесе Юлдаш Йосопов алды. Ул да гәзит-журналдарға яҙылды һәм эстафетаны милли ойошманың Президиумы, Башҡарма комитеты ағзаларына тапшырҙы.

Башҡорт матбуғатына яҙылыу акцияһы барышында «Башҡортостан Республикаһы» нәшриәт йорто акционерҙар йәмғиәтенең генераль директоры Зөлфиә Рәхмәтуллина, «Башҡортостан» гәзитенең баш мөхәррире, республиканың Журналистар союзы рәйесе Вәдүт Исхаҡов, «Ватандаш» журналының баш мөхәррире Рәшиҙә Мәһәҙиева, «Аҡбуҙат» журналының баш мөхәррире, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының Башҡарма комитеты ағзаһы Лариса Абдуллина сығыш яһап, сараның юғары әһәмиәтен билдәләне, уны ойошторған, үткәргән Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайына рәхмәт белдерҙе.

Артабан матбуғатҡа яҙылыуға бәйле төрлө һорауҙар буйынса фекер алышыу булды.

Уртаҡлашыу