|
![]() Яңылыҡтар
Бөгөн Салауат Юлаевтың тыуыуына 267 йылСалауат Юлаев - Башҡортостандың милли геройы, 1773—1775 йылдарҙағы Крәҫтиән һуғышы етәкселәренең береһе, Емельян Пугачёвтың яуҙашы, шағир һәм сәсән. Ул 1754 йылдың 16 июнендә тыуған, Рогервик ҡәлғәһендә (Эстония) каторгала 1800 йылдың 26 сентябрендә вафат була. Бөгөн Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Азат Бадранов, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Президиумы рәйесе Эльвира Айытҡолова, ҡоролтай Башҡарма комитеты ағзалары, яҙыусылар һәм башҡа милләттәштәребеҙ батырыбыҙҙың тыуған көнөн уның һәйкәленә сәскәләр һалыу менән билдәләне.
«Салауат Юлаев — республиканың айырылғыһыҙ символы. Башҡортостан Республикаһының дәүләт ордены һәм дәүләт премияһы Салауат Юлаев исемен йөрөтә. Республикабыҙҙа ҡала, район, хоккей клубы, бик күп предприятиелар һәм урамдар ҙа уның хөрмәтенә аталған. Тимәк, беҙҙең тарихты, беҙҙең булмышты Салауат Юлаевһыҙ күҙ алдына килтереп булмай. Тыуған көнөндә ошолай сәскәләр һалыу, уға арнап төрлө саралар үткәреү — уның алдында бурысты үтәү һәм йәш быуынға үрнәк күрһәтеү», — тине Эльвира Ринат ҡыҙы. Салауат Юлаев шиғырҙарыУралым
Ай Уралым, Уралым,
Күгәреп ятҡан Уралым.
Нурға сумған түбәһе
Күккә ашҡан Уралым!
Һине маҡтай йырҙарым,
Һине данлай йырҙарым.
Төнөн күккә ай ҡалҡһа,
Алтындай балҡый Уралтау;
Көндөҙ күккә көн ҡалҡһа,
Көмөштәй балҡый Уралтау.
Биттәреңдә, Уралтау,
Ҡамыштай ҡарағай урманың,
Итәгеңдә, Уралтау,
Балаҫтан болон, ҡырҙарың...
Ҡыҙарып ҡалҡҡан ҡояшты
Һайрап ҡаршылай ҡоштарың;
Тонйорап батҡан ҡояшты
Һайрап оҙата ҡоштарың.
Ай Уралым, Уралым,
Һылыу ҙа һылыу Уралым!
Һүҙем бөтһә лә телемдә,
Йырым бөтмәне, Уралым!
Маҡтап ҡурай уйнаһам,
Бөтмәй ҙә торған көй булыр.
Данлап йырым йырлаһам,
Бөтмәй ҙә торған йыр булыр.
***
Зөләйха
Зөләйха, һин ергә ингән хур ҡыҙы,
Күҙҙәреңдә балҡый Зөһрә йондоҙо.
Күҙҙәрең, гүйә, төндәге күк йөҙө,
Яҡтыра шул күҙҙәреңдә ай үҙе.
Ер хуры һин йәки ожмах шәүләһе,
Һындарың, гүйә, фәрештә кәүҙәһе.
Мин, бахыр, һине, Зөләйха, ныҡ һөйәм.
Әйтә алмайса һүҙҙәремде, баш эйәм.
Һиңә дан йырлар өсөн телем зәғиф,
Һөйөүемде әйтергә һүҙем зәғиф.
Зөләйха, һин ерҙә йөрөгән хур ҡыҙы,
Күҙҙәреңдә яна күктең йондоҙо.
***
Мин үлмәнем, башҡорттарым!
Һин алыҫта минән, Ватаным!
Тыуған төйәк бигерәк аяулы.
Ҡайтыр инем дә бит, башҡорттар,
Аяҡтарым минең бығаулы!
Ҡарҙар күмә минең юлымды,
Тындарымды ҡыҫа таш йорттар.
Әммә яҙын ирер ул ҡарҙар.
Минме? Юҡ, үлмәнем, башҡорттар. Яу
Заманалар булған элгәре,
Булған илдең батыр улдары.
Баш етмәҫлек эштәр эшләгәндәр,
Бөтә ғаләм белгән уларҙы.
Ғүмер буйы йөрөп яуҙарҙа,
Йыйған улар һанһыҙ дуҫтарҙы,
Еңгән улар бик күп батырҙарҙы,
Ҡырған улар һанһыҙ дошманды.
Ҡурҡмағандар сихырсынан,
Аждаһалай уҫал яуыздан,
Ен-пәрейҙең мәкер-хәйләһенән,
Йылан сәсә торған ағыуҙан.
Рухым күтәрелде минең дә,
Эйәрләнем мин дә атымды.
Дошман сафын тар-мар итергә
Изге яуға уҡтай атылдым.
Мин ҡыйраттым дошман сафтарын.
Өс йөҙ дошман һөжүм иттеләр.
Бик күптәре аяҡ аҫтында
Кәүҙәләрен тупраҡ иттеләр.
Яуыз дошман яуы эсенән
Атым алып сыҡтым аҡланға.
Аҡландағы йылға ситендә
Ултырып, тәсбих әйтеп аллаға,
Изге яуға тағы барам мин,
Азатлыҡ һәм шөһрәт табам мин.
***
Егеткә
Бейектә оса ҡоҙғон ҡош,
Унан бейек осор ыласын бар.
Ыласындан да бейек оса торған
Ҡош батшаһы — ҡыйғыр бөркөт бар.
Шул бөркөттәй, егет, батыр бул.
Тайғаныңда таян дуҫтарға.
Яуҙа арыҫландай ажғырып,
Йән аямай ташлан дошманға.
***
Тирмәмдә
Тирмәм тора көмөш кеүек
Йылға ярында.
Хуш еҫле сәскәләр үҫә
Тирә-яғымда.
Көтөүҙәр йөрөй. Мин үҙем
Ятам тирмәмдә.
Туғандарым, яҡындарым
Минең эргәмдә.
Шул саҡ тирмәм ишеген
Асырға ҡуштым.
Төн буйы тыңланым моңон
Һандуғас ҡоштоң.
Ниндәй яҡшы, ниндәй татлы
Булды бөгөн төн.
Керпек тә ҡаҡмай үткәрҙем
Ошо төндө мин.
***
Тыуған илем
Минең тыуған ҡырҙарым,
Балдай татлы һыуҙарым,
Яландарым, урманым,
Күккә ашҡан Уралым, —
Минең изге төйәгем,
Һеҙҙе һөйә йөрәгем.
Күгәреп күккә үрелгән
Ҡарлы башын Уралдың,
Күҙҙең яуын алырҙай
Матурлығын ҡырҙарҙың
Мәңге маҡтар инем мин,
Мәңге данлар инем мин.
Тыуған-үҫкән илемдән
Яҙмышым йыраҡ ташлаһа,
Һеҙҙе һағынып өлгөрәм,
Төшөмдә һеҙҙе гел күрәм,
Минең тыуған ҡырҙарым,
Балдай татлы һыуҙарым,
Яландарым, урманым,
Һөйгән һылыу Уралым!
Тыуған яҡтан ел иҫһә,
Ул миңә хәбәр килтерә;
Тыуған-үҫкән еремдән,
Өҙөлөп һөйгән илемдән, —
Минең тыуған ҡырҙарҙан,
Балдай татлы һыуҙарҙан,
Яландарҙан, урмандан,
Күккә ашҡан Уралдан
Миңә хәбәр килтерә. Уҡ
Һауаларға уҡ сойорғоттом,
Ҡарлуғасҡа тейҙе уҡҡынам,
Аяҡҡайым янына ҡолап төшкәс,
Меҫкен ҡошто йәлләп юҡһынам.
Һауаға атҡан уҡҡайым
Тау, урмандар аша уҙһасы.
Ҡарлуғасҡай ҡошто үлтергәнсе,
Бер дошмандың йәнен өҙһәсе. |