ЯңылыҡтарМәғариф ТарихФекерМәҙәниәтБашҡорт теле йылыҠоролтай тауышыШайморатов вариҫтарыКалендарь ПроекттарВидеоАйыҡ ауылРадий ХәбировБөйөк ЕңеүФольклор БР - 100 йылБелоретБөтә донъя башҡорттары ҡоролтайыЙәштәрКейеҙ баҫыуНурия ИҡсановаФәнБашҡорт милли кейемеБашҡорттарБашкирыБашҡорт тел ғилемеҺамар башкорттарыҒәббәс ДәүләтшинБашҡортостан ҡатын-ҡыҙҙары берлегеБашҡорт йолаларыУрал батырКонференцияТөрки телле халыҡтарКанадаҺылыуҡайБашҡорт әҙәбиәтеБашҡорт биҙәүестәреМилли аш-һыуБашҡорт мәҙәниәте көндәреМишкә районыФорумАҡбуҙатКонкурсҠуштауЮлдыбайСеминарЙәйләүАуҙарышБелорет районыТөркиәБаймаҡ районыМәләүезБизнесБуздәкСалауат районыМәсетлеТөньяҡ-көнсығыш башҡорттарыБашҡортостанКурултайҠоролтайОнлайнБалаҡатайНефтекамскБабичСалауат ЮлаевБашҡорт теле көнөШүлгәнташБашВикиЙылайырБөрйәнҒафуриШаранҠыйғыВладимирКүгәрсенАлтайУдмурт РеспубликаһыМәләүезХәйбуллаХМАОИглинСалауатҠалтасыДүртөйлөСанкт-ПетербургИлешМәскәүӨфөТуризмКөйөргәҙеШишмәСаҡмағошДәүләкәнМиәкәМежгорьеБишбүләкТеатрСибайКүмертауУчалыБәләбәйЯңауылҠоролтай 25 Свердловск өлкәһеБаҡалыХалыҡ иҫәбен алыуПермьТуймазыИшембайБашҡорт балыОктябрьскийУраҙаҠурайҠымыҙБашҡорт атыМатуғатБлаговещен ДыуанСпортАрхангелҮзбәкстанАсҡынСтәрлетамаҡҠырмыҫҡалыӘбйәлилСоциаль селтәрКушнаренкоНуриманКраснокамаБСТКоронавирусДиктантТөньяҡ амурҙарыТөньяҡ-көнбайыш башҡорттарыСиләбеЕйәнсураЫрымбурҠаҙағстанТатарстанТәбиғәтБаймаҡБашҡорт ырыуҙарыҺарытауБашҡорттар - донъяла ҠурғанҺамарРФ башкорттарыДиалектРус телендәге материалдарИнтервьюФлешмобБашҡорт телеШайморатовШәхесМәҡәләләр
Яңылыҡтар

Ҡоролтайҙың яңы сайтына рәхим итегеҙ!

5 июнь, 13:30

Бөгөн Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының яңы сайты тест режимында эшләй башланы. Һуңғы яңылыҡтар, буласаҡ саралар хаҡында мәғлүмәт алыу хәҙер күпкә еңеләйәсәк.

Сайтта Ҡоролтай хәрәкәтендә ҡатнашыусы барлыҡ ойошмаларҙың яңылыҡтары урын аласаҡ — район, ҡала, төбәк ҡоролтайҙары, сит илдәрҙәге милләттәштәребеҙ мәғлүмәте һәм башҡалар. Сайтта шулай уҡ аналитик мәҡәләләр, фекерҙәр ҙә баҫтырыла.

Сайттың тәүге битендә — мөһим проекттар хаҡында мәғлүмәт, яңылыҡтар, видео, саралар календары, документтар. «Ҡоролтай тауышы» рубрикаһында мәҡәлә, интервью, аналитик материал, хәтирәләр ике телдә ҡуйыла.

Сайт ике телдә. Ҡулланыусы өсөн бик ябай. Теге йәки был мәҡәләне уҡығанда, асыҡ биттән китмәйенсә, тексты япмайынса, иң өҫтәге БАШ йәки РУС һылтанмаһын һайлап, шунда уҡ тәржемәне уҡый алаһығыҙ.

Сайтта мәғлүмәт тег системаһы буйынса бүленгән. Теге йәки был яңы тегты һайлап, һеҙ үҙегеҙгә оҡшаған темалар даирәһен киңәйтә йәки кәметә алаһығыҙ. Тег зәңгәр төҫтә икән -тимәк һеҙ ул күрһәткән темала. Тегҡа баҫып, уны әүҙемләштерергә йәки һүндерергә мөмкин. Яҡын арала тег системаһы алфавит буйынса тәртипкә килтереләсәк.

«Календарь» рубрикаһы, шулай уҡ тег, республикала һәм унан ситтә буласаҡ саралар теҙмәһен күрһәтер. Унда шулай уҡ сараны уҙғарыу урыны, ваҡыты, Положениеһы, пресс-релиздары урын аласаҡ. Беҙгә үҙегеҙ ойошторған, планлаштырған саралар тураһында мәғлүмәт ебәреүегеҙҙе һорайбыҙ. Улар ҙа Календарҙа урын ала ала.

«Видео» рубрикаһы -Ҡоролтай, шулай уҡ Ҡоролтай фекерҙәштәре сығарған яҙмалар өсөн.

Һул яҡ өҫкө мөйөшкә баҫыу һеҙҙе төп биткә ҡайтарыр.

Ҡоролтайҙың сайты әлегә тест режимында эшләй, тулыландырыла, техник өҫтәлмәләр көн һайын буласаҡ. Әгәр һеҙ техник хата, етешһеҙлек күрһәгеҙ, сайттың ниндәйҙер өлөшө эшләмәһә, беҙгә яҙығыҙ: admin@kurultai.ru. Шулай уҡ хатты ошо сайттан, «Беҙгә яҙығыҙ» бүлегенән ебәрергә мөмкин. Көтәбеҙ!



Уртаҡлашыу