ЯңылыҡтарАйыҡ ауылТарихАтайсалЦифралы башҡортБәйгеФән һәм мәғрифәт йылыБашҡорт тарихы йылыФекерБашҡорт ырыуҙарыҠоролтай тауышыБашҡорт телеШайморатов вариҫтарыКалендарь ПроекттарВидеоРадий ХәбировБөйөк ЕңеүМәғариф Фольклор БР - 100 йылБелорет районыБөтә донъя башҡорттары ҡоролтайыЙәштәрБашҡорт мәҙәниәте һәм рухи мираҫ йылыИжади майҙанҠазанЕкатеринбургФольклориадаВладивостокБөрөАғиҙелЙәрмәкәйCтәрлебашБалтасӨфө районыҠариҙелПодкастыИталияБлаговар районыБашҡорт халҡының үҫеш стратегияһы ГранттарБорайМифтәхетдин АҡмуллаКейеҙ баҫыуӘхмәр ҮтәбайНурия ИҡсановаФәнГөлназ ЯҡуповаЭльвира МоталоваBashkort 2.0Тәтешле Башҡорт милли кейемеДинБашҡорттарҒәббәс ДәүләтшинӘлшәй районыБашҡортостан ҡатын-ҡыҙҙары берлегеУрал батырКанадаҺылыуҡайБашҡорт әҙәбиәтеБашҡорт биҙәүестәреМилли аш-һыуБашҡорт мәҙәниәте көндәреМишкә районыАҡбуҙатҠуштауЮлдыбайБейеүЙәйләүАуҙарышБелорецкТөркиәФедоровка районыМәләүезБизнесБуздәкАуырғазыСалауат районыМәсетлеТөньяҡ-көнсығыш башҡорттарыҠоролтай25ҠоролтайОнлайнБалаҡатайТөркмәнстанНефтекамаБабичСалауат ЮлаевБашҡорт теле көнөШүлгәнташБашВикиЙылайырБөрйәнҒафуриШаранҠыйғыВладимирКүгәрсенАлтайУдмурт РеспубликаһыМәләүезХәйбуллаХМАОИглинСалауатҠалтасыДүртөйлөСанкт-ПетербургИлешМәскәүӨфөТуризмКөйөргәҙеШишмәСаҡмағошДәүләкәнМиәкәМежгорьеБишбүләкТеатрСибайКүмертауУчалыБәләбәйЯңауылҺарытауСвердловск өлкәһеБаҡалыХалыҡ иҫәбен алыуПермьТуймазыИшембайБашҡорт балыОктябрьскийУраҙаҠурайҠымыҙБашҡорт атыМатуғатБлаговещенДыуанСпортАрхангелҮзбәкстанАсҡынСтәрлетамаҡҠырмыҫҡалыӘбйәлилИнтернетКушнаренкоНуриманКраснокамаБСТКоронавирусДиктантТөньяҡ амурҙарыТөньяҡ-көнбайыш башҡорттарыСиләбеЕйәнсураЫрымбурҠаҙағстанТатарстанТәбиғәтБаймаҡҺарытауМәҙәниәтБашҡорттар - донъяла Башҡорт теле йылыҠурғанҺамарРФ башкорттарыДиалектРус телендәге материалдарИнтервьюФлэшмобШайморатовШәхесМәҡәләләр
Яңылыҡтар

Салауат Юлаев көндәре быйыл онлайн форматта үтә

4 июнь 2020, 21:12

2020 йылда Башҡортостандың милли геройы Салауат Юлаевтың тыуыуна 266 йыл. Пандемия сәбәпле, байрам быйыл онлайн форматта үтәсәк.

12 — 16 июндә саралар бөтә республикала һәм интернет-майҙансыҡтарҙа ойошторола.

БР Милли музейында видеоконференция үтәсәк. Ул Салауат Юлаев шәхесенә арнала.

Башҡорт дәүләт опера һәм балет театры Заһир Исмәһилевтың «Салауат Юлаев» операһын, БР Милли симфоник оркестры операға увертюраһын үҙ ютуб-каналында күрһәтәсәк.

М.Кәрим исемендәге милли йәштәр театры архивтағы М.Кәримдең «Салауат. Өн аралаш төш» спектаклен, Нефтекама филармонияһы «Оран» шиғри программаһын әҙерләй.

"Башҡортостан» киностудияһы төшөргән документаль фильмдар республика телеканалдары эфирына ҡуйыла. Ф.Ғәскәров исемендәге академия бейеү ансамбле лә тамашасыларға айырым программа күрһәтәсәк.

Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Инстаграмында шиғырҙар бәйгеһе ойошторола.

Күргәҙмә, концерт программалары, ижади конкурстар - барһы ла Салауат Юлаевҡа бағышлана.

Уртаҡлашыу