|
![]() Яңылыҡтар
Ҡоролтай ҡотлауҙар ҡабул итәI Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы сирек быуат элек – 1995 йылдың 1-2 июнендә уҙҙы. Төп башҡорт йәмәғәт ойошмаһы – Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы тарихының йылъяҙмаһы тап ошо көндән башлана. Бөгөн донъяның төрлө тарафтарынан тәүге оло форум хаҡында хәтирәләр, ҡотлауҙар ҡабул итәбеҙ. Улар менән "Ҡоролтай тауышы" рубрикаһында "Ҡоролтай25" тегы аша танышырға мөмкин.
Изоляция осоронда 25 йыллыҡ уңайынан саралар онлайн үткәрелә. Ошо көндәрҙә социаль селтәрҙә Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы тарихына сумырға мөмкин. Беренсе ҡоролтайҙар делегаттары, Башҡарма комитет ағзалары үҙҙәренең хәтирәләре менән бүлешә. Көн һайын Инстаграмда киске сәғәт 8-ҙә башҡорт халҡының милли-рухи үҫешенә мөһим өлөш индергән билдәле шәхестәр менән осрашыуҙар үтә. Улар – Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитетының элекке етәкселәре һәм ағзалары, съезд делегаттары, аппарат белгестәре. Инстаграмда Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы тураһында ҡыҙыҡлы факттар менән танышырға мөмкин. Шулай уҡ һәр кем көн һайын ойошторолған викторинала үҙ белемен тикшерә ала.
Социаль селтәрҙә онлайн-концерт эстафетаһы ла бара. Интернет-ҡулланыусылар өсөн «Башҡортса уҡыйыҡ» акцияһы ла уҙғарыла. Ул башҡорт телендәге гәзит-журналдарға яҙылыу кампанияһы барышында башланды. Теләгәндәрҙең башҡортса баҫмаға яҙылып, аҡсалата бүләк отоу мөмкинлеге бар. Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы, БР Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығы, "Юлдаш" радиоһы менән берлектә ойошторолған акция Акция уҙғарыу ваҡыты оҙайтылды. Ул 9 июндә тамамланасаҡ. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, "Башҡортостан", "Йәшлек", "Йәншишмә", "Киске Өфө" гәзиттәре һәм “Ватандаш”, "Ағиҙел", “Башҡортостан ҡыҙы”, “Башҡортостан уҡытыусыһы”, “Шоңҡар”,”Тамаша”, "Һәнәк", “Аманат”, “Аҡбуҙат” журналдары матбуғатҡа яҙылыу кампанияһында ҡатнашыусыларға бүләк әҙерләй! Шарттар менән Бәйләнештә селтәрендә Ҡоролтай төркөмөндә танышырға мөмкин. |