|
|
Яңылыҡтар
Хәлең нисек, "Әр-Рәхим"?Изге эш башҡарылғанда уға ҡул көсө менән дә, яҡшы һүҙ аша ла, мөмкинлек булһа, матди яҡтан да булышлыҡ итеү мөһим. Айырыуса иман йорто төҙөгәндә. Динебеҙ шулай ҡуша. Мөфтөйҙән ризалыҡ алып Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының күркәм башланғысына ярашлы, быйыл июнь башында журналистар өсөн Башҡортостан мосолмандары Диниә назараты рәйесе Айнур Бирғәлин менән осрашыу ойошторолдо. “Мөфтөй менән бер сәғәт” тип аталған ошондай сара планға ярашлы үткәрелеп торасаҡ, ти ойошма етәкселеге. Тәүге осрашыуҙа Айнур хәҙрәт күп һорауҙарға яуап бирҙе. Журналистар Өфөләге “Әр-Рәхим” мәсетенең төҙөлөш барышы менән дә ҡыҙыҡһынды. “Иман йортондағы эштәрҙе яҡындан күреү мөмкинлеге булырмы икән?” – тине улар. “Беҙ халыҡ өсөн һәр саҡ асыҡ”, – тип яуапланы мөфтөй һәм мәсеткә экскурсия ойоштороуға ризалыҡ бирҙе. Һөҙөмтәлә 29 июндә республиканың матбуғат һәм киң мәғлүмәт хеҙмәткәрҙәренән, йәмәғәт ойошмалары вәкилдәренән бер төркөм “Әр-Рәхим”дәге эштәрҙе яҡындан күрҙе. Иман йортон төҙөү барышы менән подрядсы – “Профмастеров” компанияһы етәксеһе Павел Краснов таныштырҙы. Тотош мәрмәр менән көпләһәк... Мәсеттең манаралары – грек мәрмәренән. Уларҙан тыш, тәүҙәге план буйынса, бинаның тышы ла тотошлай ошо ҡиммәтле таштан эшләнергә тейеш булған. – Эйе, бындай ҙур, ҡеүәтле дини объекттарҙың мәрмәрҙән һалынғанын күреп өйрәнгәнбеҙ һәм шулай булырға тейеш тигән һымаҡ ҡабул иткәнбеҙ. Әммә хәҙер был ҡараш үҙгәрә, – тип бинаның тышын күрһәтеп һөйләй башланы Павел Краснов. – Ни өсөн? Мәрмәр – көпшәкле тәбиғи таш. Дымды һеңдерә. Тимәк, структураһы боҙола. Шулай булмаһын, тейешенсә һаҡланһын тиһәң, ике йыл һайын уны махсус составтар менән ҡаплап торорға кәрәк. Ә был – ҙур сығым. Ошо сәбәпле, манараларҙан тыш, мәсеттең тышын арзаныраҡ материал – шундай уҡ аҡ төҫтәге керамогранит менән көпләргә ҡарар ителде. Эште ҡулайлаштырҙыҡ, әммә иң мөһиме – сифатты һаҡланыҡ. Бына сағыштырығыҙ: манараның ошо өлөшө мәрмәр менән ике йыл элек көпләнгән, ә өҫкөрәк яғы – былтыр. Тәүҙәрәк эшләнгәне көлһыуыраҡ төҫкә инә башлаған. Мәрмәр, әйткәнемсә, “наҙлы” материал. Иҙәнгә йәйелгән яҡшы паркет таҡтаһы һымаҡ. Уға иғтибар кәрәк. Бигерәк тә даими хәрәкәт барған ҙур ҡала шарттарында. Ә төҙөлөштә республикабыҙҙа сығарылған таштар ҡулланыламы? Подрядсы ойошма етәксеһе әйтеүенсә, әлегә юҡ. Ни өсөн тигәндә, беҙҙең таштар ҡара йәшел һәм көл төҫөндә генә. “Әр-Рәхим” иһә, алдан планлаштырылғанса, аҡ булырға тейеш. – Әлбиттә, бындай оло әһәмиәтле төҙөлөштә республикабыҙҙың тәбиғи байлыҡтарын ҡулланыу теләге ҙур, – тине подрядсы ойошма етәксеһе. – Үҙебеҙҙә сығарылған таштар, бәлки, конструкцияға ярашлылығына ҡарап, объекттың башҡа өлөштәрендә файҙаланылыр. Беренсе ҡат Ҡорбан байрамына әҙер булырға тейеш Подрядсы ойошма бинаның ҡыйығын эшләгән, әле тыштан йөҙләү бара. Эскә үтәбеҙ. Бында, беренсе ҡатта, мәсет хеҙмәткәрҙәренең эш урыны, шулай уҡ кәңәшмә залы кеүек бүлмәләр буласаҡ. – Әлегә беренсе ҡатты халыҡты ҡабул итерлек итеп әҙерләйбеҙ: республика Башлығы Радий Хәбиров ҡушыуынса, киләһе йыл, өлөшләтә асып, бында Ҡорбан байрамы үткәрелергә тейеш, – тип белдерҙе Павел Краснов. – Беренсе ҡаттың дизайны буйынса бер нисә вариант тәҡдим иткәнбеҙ. Башҡа компаниялар ҙа үҙҙәренең өлгөләрен әҙерләгән. Ҙур байрамда халыҡты ҡабул итергә әҙерләнгәс (ә кешеләр, һис шикһеҙ, күп киләсәк), туҡталҡа ла булырға тейеш – был мәсьәлә буйынса ла эш башланды. Беренсе ҡаттан аҫта тәһәрәтхана урынлашасаҡ. Намаҙ уҡый торған төп зал иһә – икенселә. Был ҡаттың үҙәк өлөшө ир-егет өсөн булһа, балкон һымаҡ итеп эшләнгән урындары ҡатын-ҡыҙға тәғәйенләнәсәк. Өҫкә табан иһә 32 метрлыҡ конструкция төҙөлә. Әйткәндәй, киләсәктә тәһәрәтхананан юғарыға ҡарай ике лифтта күтәрелеп буласаҡ. – Йылылыҡҡа килгәндә, күрәһегеҙ, әле ваҡытлыса контур ҡуйылған. Һөҙөмтәлә ҡыш эстә ниндәйҙер эштәрҙе башҡарғанда +15 градус температураны тоторға мөмкин, – тип журналистарҙың йылытыу системаһына бәйле һорауына яуап бирҙе Павел Андреевич. – Ә былай айырым ҡаҙанлыҡ бар. Йылытыу эшенең проекты, экспертизаның смета иҫәбе әҙерләнгән, уларҙың раҫланыуын көтәбеҙ. “Йөрәгем шулай ҡуша” Подрядсы ойошма етәксеһе төҙөлөштөң этаплап алып барылыуы тураһында әйтте. Куратор – “Өфө ҡалаһының инвестиция-төҙөлөш комитеты” махсуслаштырылған төҙөүсеһе” акционерҙар йәмғиәте (директоры – Марат Вәсимов). Төҙөлөштөң үҙе өсөн Башҡортостан мосолмандары Диниә назараты яуаплы. Техник күҙәтеү даими үткәрелеп тора. “ГОСТ-Стандарт” проект фирмаһы (директоры – Александр Князев) әле документтарҙы әҙерләй, шунан һуң төҙөлөштөң инженер өлөшөнә тотонасаҡтар. “Ә был – иң ауыры. Артабан иһә параллель рәүештә беренсе ҡатта эске йөҙләү эшен башлаясаҡбыҙ”, – ти Павел Краснов. – “Ә ниңә тап ошо объект менән шөғөлләнергә булдың?” тип йыш ҡына ҡыҙыҡһынып һорай минән таныштар. Яуабым – йөрәгем шулай ҡуша, – тип хис-тойғоһо менән дә уртаҡлашты Павел Андреевич. – Киләсәктә әллә күпме йылдар хеҙмәт итәсәк дини-рухи объект төҙөйбөҙ бит. Был минең өсөн үтә мөһим. Бар тормошомдоң маҡсаты кеүек. Морат хәҙрәт ЛОҠМАНОВ, Башҡортостан мосолмандары Диниә назараты рәйесе урынбаҫары: – Мең тапҡыр ишеткәнсе, бер тапҡыр күреүең яҡшыраҡ, тиҙәр. Ысынлап та, журналистарҙың, йәмәғәт ойошмалары вәкилдәренең “Әр-Рәхим” мәсете төҙөлөшө барышы менән яҡындан танышыуы бик һәйбәт, файҙалы, мауыҡтырғыс булды. Аллаһ йорто – иншаллаһ, яҡты киләсәгебеҙгә, именлеккә тос өлөш индерер ғибәҙәтхана һалына. Уртаҡ изге ғәмәлебеҙ ул. Шуға ла бер-беребеҙҙе тыңлап, ишетеп, эштең уңышлы барыуына бергәләп булышлыҡ итәйек. Юлай Кәримов фотолары. |