VIВКБЯңылыҡтарБашҡорт телеМәҙәниәтРәсәй башкорттарыБашҡорттар - донъяла Башҡорт Ғаиләһе ЙылыАйыҡ ауылТарихВатандыһаҡлаусыларАтайсалФекерБашҡорт ырыуҙарыҠоролтай тауышыШайморатов вариҫтарыКалендарь ПроекттарВидеоРадий ХәбировБөйөк ЕңеүМәғариф Фольклор БР - 100 йылБелорет районыБөтә донъя башҡорттары ҡоролтайыЙәштәрЦифралы башҡортБәйгеФән һәм мәғрифәт йылыБашҡорт мәҙәниәте һәм рухи мираҫ йылыИжади майҙанҠазанЕкатеринбургФольклориадаВладивостокБөрөАғиҙелЙәрмәкәйCтәрлебашБалтасӨфө районыҠариҙелПодкастыИталияБлаговар районыБашҡорт халҡының үҫеш стратегияһы ГранттарБорайБашҡорт тарихы йылыМифтәхетдин АҡмуллаКейеҙ баҫыуӘхмәр ҮтәбайНурия ИҡсановаФәнГөлназ ЯҡуповаЭльвира МоталоваBashkort 2.0Тәтешле Башҡорт милли кейемеДинБашҡорттарҒәббәс ДәүләтшинӘлшәй районыБашҡортостан ҡатын-ҡыҙҙары берлегеУрал батырКанадаҺылыуҡайБашҡорт әҙәбиәтеБашҡорт биҙәүестәреМилли аш-һыуБашҡорт мәҙәниәте көндәреМишкә районыАҡбуҙатҠуштауЮлдыбайБейеүЙәйләүАуҙарышБелорецкТөркиәФедоровка районыМәләүезБизнесБуздәкАуырғазыСалауат районыМәсетлеТөньяҡ-көнсығыш башҡорттарыҠоролтай25ҠоролтайОнлайнБалаҡатайТөркмәнстанНефтекамаБабичСалауат ЮлаевБашҡорт теле көнөШүлгәнташБашВикиЙылайырБөрйәнҒафуриШаранҠыйғыВладимирКүгәрсенАлтайУдмурт РеспубликаһыМәләүезХәйбуллаХМАОИглинСалауатҠалтасыДүртөйлөСанкт-ПетербургИлешМәскәүӨфөТуризмКөйөргәҙеШишмәСаҡмағошДәүләкәнМиәкәМежгорьеБишбүләкТеатрСибайКүмертауУчалыБәләбәйЯңауылҺарытауСвердловск өлкәһеБаҡалыХалыҡ иҫәбен алыуПермьТуймазыИшембайБашҡорт балыОктябрьскийУраҙаҠурайҠымыҙБашҡорт атыМатуғатБлаговещенДыуанСпортАрхангелҮзбәкстанАсҡынСтәрлетамаҡҠырмыҫҡалыӘбйәлилИнтернетКушнаренкоНуриманКраснокамаБСТКоронавирусДиктантТөньяҡ амурҙарыТөньяҡ-көнбайыш башҡорттарыСиләбеЕйәнсураЫрымбурҠаҙағстанТатарстанТәбиғәтБаймаҡҺарытауБашҡорт теле йылыҠурғанҺамарДиалектРус телендәге материалдарИнтервьюФлэшмобШайморатовШәхесМәҡәләләр
Яңылыҡтар

«Әр-Рәхим» мәсетенең хәле нисек?

11 часов назад

Күптән түгел Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡортостан мосолмандары Диниә назараты рәйесе Айнур Бирғәлин менән журналистар осрашыуын ойошторғайны. «Мөфтөй менән бер сәғәт» тип аталған был сара планға ярашлы үтеп торасаҡ.

Тәүге осрашыуҙа ҡатнашыусылар «Әр-Рәхим» мәсетенең төҙөлөшө менән ҡыҙыҡһынып, уның барышын яҡындан күреү теләген белдергәйне. Ошо һорау ыңғай яуап алды, һөҙөмтәлә бөгөн, 29 июндә, журналистарҙан, йәмәғәт ойошмалары вәкилдәренән бер төркөм иман йортондағы эш барышы менән танышты.

Төҙөлөштөң подрядсыһы — «Профмастеров» компанияһы етәксеһе Павел Краснов һәр һорауға ентекле яуап бирҙе, монтажлау, биҙәү эштәренең нисек башҡарылғаны, ниндәй материалдар ҡулланылғаны, ниҙәр планлаштырылыуы һ.б. хаҡында һөйләне. Уның әйтеүенсә, киләһе Ҡорбан байрамына беренсе ҡатты халыҡты ҡабул итмәле итеп әҙерләү ҡаралған.

Әле эш күп һәм ул туҡтауһыҙ бара. Иншаллаһ, уңышлы булһын!

«Мең тапҡыр ишеткәнсе, бер тапҡыр күреүең яҡшыраҡ. Журналистарҙың, йәмәғәт ойошмалары вәкилдәренең мәсет төҙөлөшө барышы менән яҡындан танышыуы һәйбәт булды. Бер-беребеҙҙе тыңлап, ишетеп, эштең уңышлы барыуына булышлыҡ итәйек. Беҙ һөйләшеү өсөн һәр саҡ асыҡ, төҙөлөштәге яңылыҡтар менән уртаҡлашып торасаҡбыҙ», - тине Башҡортостан мосолмандары Диниә назараты рәйесе урынбаҫары Морат хәҙрәт Лоҡманов.

Юлай Кәримов фотолары.
Уртаҡлашыу