VIВКБЯңылыҡтарБашҡорт телеМәҙәниәтРәсәй башкорттарыБашҡорттар - донъяла Башҡорт Ғаиләһе ЙылыАйыҡ ауылТарихВатандыһаҡлаусыларАтайсалФекерБашҡорт ырыуҙарыҠоролтай тауышыШайморатов вариҫтарыКалендарь ПроекттарВидеоРадий ХәбировБөйөк ЕңеүМәғариф Фольклор БР - 100 йылБелорет районыБөтә донъя башҡорттары ҡоролтайыЙәштәрЦифралы башҡортБәйгеФән һәм мәғрифәт йылыБашҡорт мәҙәниәте һәм рухи мираҫ йылыИжади майҙанҠазанЕкатеринбургФольклориадаВладивостокБөрөАғиҙелЙәрмәкәйCтәрлебашБалтасӨфө районыҠариҙелПодкастыИталияБлаговар районыБашҡорт халҡының үҫеш стратегияһы ГранттарБорайБашҡорт тарихы йылыМифтәхетдин АҡмуллаКейеҙ баҫыуӘхмәр ҮтәбайНурия ИҡсановаФәнГөлназ ЯҡуповаЭльвира МоталоваBashkort 2.0Тәтешле Башҡорт милли кейемеДинБашҡорттарҒәббәс ДәүләтшинӘлшәй районыБашҡортостан ҡатын-ҡыҙҙары берлегеУрал батырКанадаҺылыуҡайБашҡорт әҙәбиәтеБашҡорт биҙәүестәреМилли аш-һыуБашҡорт мәҙәниәте көндәреМишкә районыАҡбуҙатҠуштауЮлдыбайБейеүЙәйләүАуҙарышБелорецкТөркиәФедоровка районыМәләүезБизнесБуздәкАуырғазыСалауат районыМәсетлеТөньяҡ-көнсығыш башҡорттарыҠоролтай25ҠоролтайОнлайнБалаҡатайТөркмәнстанНефтекамаБабичСалауат ЮлаевБашҡорт теле көнөШүлгәнташБашВикиЙылайырБөрйәнҒафуриШаранҠыйғыВладимирКүгәрсенАлтайУдмурт РеспубликаһыМәләүезХәйбуллаХМАОИглинСалауатҠалтасыДүртөйлөСанкт-ПетербургИлешМәскәүӨфөТуризмКөйөргәҙеШишмәСаҡмағошДәүләкәнМиәкәМежгорьеБишбүләкТеатрСибайКүмертауУчалыБәләбәйЯңауылҺарытауСвердловск өлкәһеБаҡалыХалыҡ иҫәбен алыуПермьТуймазыИшембайБашҡорт балыОктябрьскийУраҙаҠурайҠымыҙБашҡорт атыМатуғатБлаговещенДыуанСпортАрхангелҮзбәкстанАсҡынСтәрлетамаҡҠырмыҫҡалыӘбйәлилИнтернетКушнаренкоНуриманКраснокамаБСТКоронавирусДиктантТөньяҡ амурҙарыТөньяҡ-көнбайыш башҡорттарыСиләбеЕйәнсураЫрымбурҠаҙағстанТатарстанТәбиғәтБаймаҡҺарытауБашҡорт теле йылыҠурғанҺамарДиалектРус телендәге материалдарИнтервьюФлэшмобШайморатовШәхесМәҡәләләр
Яңылыҡтар

Иң яҡшы ҡымыҙ кемдә?

25 июнь, 13:31

Башҡортостан дәүләт аграр университетында II Республика ҡымыҙ һәм ҡымыҙ технологияһы буйынса етештерелгән башҡа әсе һөтлө аҙыҡ-түлек кокурсы булды. Комиссия республиканың 12 районынан 25 етештереүсенең 30 эсемлек өлгөһөн баһаланы.


Эксперттар ҡымыҙҙың сифатын тышҡы күренеше, еҫе, консистенцияһы, төҫө, тәме буйынса билдәләне. Бынан тыш, маркировканың (этикетка) Таможня союзының техник регламенттары талаптарына ярашлылығы тикшерелде.


Конкурс «Тәбиғи ҡымыҙ», «Өҫтәмәләр ҡушылған әсе һөтлө эсемлектәр» һәм «Ҡымыҙ эсемлеге» номинациялары буйынса үткәрелде.

Тәүге номинация буйынса:


1-се урында — Әлшәй районынан Нәфис Мостафиндың крәҫтиән (фермер) хужалығы,
2-се урында — ошо уҡ райондан Азат Ғарифуллиндың КФХ-һы,
3-сө урын — Баймаҡ районының «Экопродукт» һәм Өфө районының «УралАгро» йәмғиәттәре.


Икенсе номинация буйынса:


1-се урын — Йәрмәкәй районынан Зөбәйер Ғәджиевтең крәҫтиән (фермер) хужалығы,
2-се урын — Баймаҡ районының «Экопродукт» йәмғиәте,
3-сө урын — Баймаҡ районының «Толпар» йәмғиәте.


Өсөнсө номинация буйынса:


1-се урын — Йәрмәкәй районынан Зөбәйер Ғәджиевтең крәҫтиән (фермер) хужалығы,
2-се урын — Баймаҡ районынан «Экопродукт» йәмғиәте.


Еңеүселәрҙе Өфөлә үтәсәк «Һөт иле» Рәсәй фестивалендә бүләкләйәсәктәр.


Фотолар: республиканың Ауыл хужалығы министрлығы сайтынан.

Уртаҡлашыу