|
|
Яңылыҡтар
Ауылдың көсө - эшҡыуарлыҡтаБөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының Ейәнсура районындағы күсмә зона сараһы программаһына ярашлы, «Ауыл хужалығы кооперацияһының уңышлы тәжрибәләре һәм үҫеш мөмкинлектәре» тигән секция ултырышы ойошторолдо. Унда ауыл хужалығы, эшҡыуарлыҡ, туризм тармаҡтары ведомстволары, йүнселдәр, үҙмәшғүлдәр, шәхси кәсебен асырға йыйынған граждандар, власть органдары вәкилдәре һ.б. ҡатнашты. Сараның модераторы - Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы рәйесе Юлдаш Йосопов. |