|
|
Яңылыҡтар
Евгений Декатовтан - финанс грамоталылығы буйынса китаптар«Финанс тикшеренеүҙәр үҙәге» коммерцияға ҡарамаған автономиялы ойошмаһы «Айыҡ ауыл» проекты менән тығыҙ хеҙмәттәшлек итә. Уның директоры Евгений Декатов Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы менән бергә республика райондарына күп тапҡыр барып, ауыл халҡы өсөн финанс грамоталылығы буйынса лекциялар үткәрҙе, тематик семинарҙарҙа сығыш яһаны. Евгений Александрович 18 июндә Ейәнсура районында ойошторолған күсмә зона сараһында ла ҡатнашты. Ул "Һаулыҡ хаҡына хеҙмәттәшлек: сәләмәт йәшәү рәүешен популярлаштырыуҙа төбәк-ара тәжрибә уртаҡлашыу" тигән секция ултырышында "Үҙеңде һәм яҡындарыңды нисек һаҡларға: Дәүләт хеҙмәттәрендә, Макс мессенджерында, банктарҙың мобиль ҡушымталарында һ.б. хәүефһеҙлек булдырабыҙ" тигән темаға сығыш яһаны. Евгений Декатов күсмә зона сараһында ҡатнашҡан райондар вәкилдәренә финанс грамоталылығы буйынса китаптар комплектын бүләк итте. |