|
|
Яңылыҡтар
"Мөфтөй менән бер сәғәт". Ниндәй мәсьәләләр ҡаралды?Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы бинаһында ошо көндәрҙә “Мөфтөй менән бер сәғәт” тип аталған сара үтте. Унда Башҡортостан мосолмандары Диниә назараты рәйесе Айнур хәҙрәт Бирғәлин киң мәғлүмәт саралары хеҙмәткәрҙәренең һорауҙарына яуап бирҙе. – Башҡортостан мосолмандары Диниә назараты бөгөн ниндәй мәсьәләләр менән шөғөлләнә? – Республикабыҙҙа, белеүегеҙсә, ике мөфтиәт эшләй: Рәсәй мосолмандары Үҙәк диниә назараты һәм Башҡортостан мосолмандары Диниә назараты. Уларға, ябай итеп әйткәндә, мәсеттәр, дини уҡыу йорттары, имамдар менән идара итеү бурысы йөкмәтелгән. Беҙҙең ҡарамаҡта дүрт Ислам колледжы, хәйриә фондтары, коммерцияға ҡарамаған ойошмалар һ.б. бар. Ғөмүмән, халыҡҡа дин аша нисек йоғонто яһарға мөмкин – барыһы менән дә шөғөлләнәбеҙ. Мәҫәлән, спортҡа йәлеп итеүгә ҙур иғтибар бүләбеҙ. Мөфтиәттең төрлө темалар буйынса проекттары, әл-хәмдү лил-ләһ, йылдан-йыл арта бара. Шул уҡ ваҡытта мосолман илдәре менән бәйләнеште нығытып тороу ҙа – бурысыбыҙ. – Динебеҙ ҡушыуынса, мосолман ниндәй булырға тейеш? – Һәр кешегә Аллаһ Тәғәлә тарафынан күпмелер ғүмер бирелгән. Шул ваҡытты бушҡа сарыф итмәй, һөҙөмтәле итеп үткәрергә кәрәк. Хаҡ мосолман ошо бурысты белә һәм әлегә дингә килмәгәндәргә үҙ тормошо аша өлгө күрһәтергә тейеш. Һиңә ниндәйҙер вазифа йөкмәтелгән икән, уны бар күңелеңде һалып, яратып, еренә еткереп үтәү мөһим. Иң мөһиме – башҡарған эшеңдән башҡаларға файҙа булһын. Бөгөн, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, хеҙмәт урынымдан ҡыуып ебәрмәһендәр тип, йә ниндәйҙер исем алыу маҡсатында “күҙ буяп” йөрөүселәр күп. Бөгөнгө йәмғиәт, киләсәгебеҙ өсөн файҙа бармы уларҙан? Иманлы кеше изге эш-ғәмәлдәр ҡылып, Аллаһтың рәхмәтенә өлгәшергә тырыша. Әҙәм балаһы шундай ынтылыш менән йәшәй икән, һәр минутының ҡәҙерен белә. Олуғ шәхесебеҙ Мифтахетдин Аҡмулланың “Башҡорттарым, уҡыу кәрәк, уҡыу кәрәк!” тигән һүҙҙәрен онотмаҫҡа, даими белем алырға, аралашырға, әүҙем булырға кәрәк. Өйҙә тик ултырмағыҙ, йөрөгөҙ. Шул уҡ ваҡытта белегеҙ: изге тип ниндәй генә һыуҙы эсһәң дә, тауҙарға күпме менеп төшһәң дә, тормошоң үҙгәрмәҫ. Үҙеңде дин һабаҡтары аша өҙлөкһөҙ тәрбиәләргә кәрәк. Эшләргә кәрәк. – Бөгөнгө имамдар үҙ бурыстарын тейешенсә атҡарамы? – Күҙ алдына килтерегеҙ: ауылда мәҙәниәт йорто, мәктәп бар, әммә уларҙа бушлай эшләргә тәҡдим итәләр, ти. Был шартҡа риза булып, кем барыр ине икән? Берәү ҙә бармаясаҡ. Әйткәндәй, мәғлүм булыуынса, бөгөн ауылдарға уҡытыусыларҙы, фельдшерҙарҙы йәлеп итеү өсөн дәүләт программалары булдырылған, уларға аҡса, ер, торлаҡ бирәләр. Шундай мөмкинлек тыуҙырылған хәлдә лә, эшкә барырға бигүк ынтылып тормайҙар. Ә беҙҙең мәсеттәрҙә имамдар хаҡ алмай хеҙмәт күрһәтә. Шул уҡ ваҡытта улар, ғәҙәттә, барыһы өсөн дә “ғәйепле”. Мәҫәлән, зыярат муниципалитеттың яуаплылығында булһа ла, проблемалары имамға килеп төртөлә. “Ниңә зыярат төҙөкләндерелмәй?” – тип тап уға дәғүә белдерәләр. Кемдер эскелеккә бирелһә лә, имам “ғәйепле”. Йәнәһе, ул тейешенсә эшләп еткермәгән. Хатта ҡылған доғаһының үтәлмәүендә лә имамды ғәйепләүселәр табыла. “Ул дөрөҫ өйрәтмәгән”, тиҙәр. Шулай уҡ мәсеттән аҙан матур яңғыраһын, йома намаҙҙары даими үтһен, балаҫтар йомшаҡ булһын, елләткес эшләп торһон, иман йорто биләмәһе сәскәгә күмелһен һ.б. – барыһы өсөн дә имам яуаплы. Әлбиттә, был халыҡтың диндарҙарға ныҡлы ышаныуына бәйлелер. Әммә бөтә нәмәлә имамды ғәйепле итеп, хатта ҡайһы бер осраҡтарҙа уны яманлап һөйләп йөрөмәһендәр ине. Бер-беребеҙҙе ишетергә, аңларға, ярҙамлашып йәшәргә ынтылайыҡ. – Имамдар, белеүебеҙсә, махсус хәрби операцияға ярҙам итеү эшендә лә әүҙем? – Ғөмүмән, илһөйәрлек Исламда төп урынды биләй. Ватанды һаҡлау – имандың бер өлөшө. Беҙҙең имамдарыбыҙ, ысынлап та, махсус хәрби операция яугирҙәренә тәүге көндәрҙән үк ярҙам күрһәтеп килә. Гуманитар ылауҙар ташыйбыҙ, техникалар ҙа алып барабыҙ. Яңыраҡ, мәҫәлән, дизель менән эшләй торған генератор илттек. Күп райондарҙың мөхтәсибәттәрендә яугирҙәргә ярҙам итеү үҙәктәре булдырылды. Уларҙа маскировка селтәрҙәре үрелә, окоп шәмдәре ҡойола, балаларҙан МХО-ға сәләм хаттары йыйыла һ.б. Беҙ республиканың Махсус хәрби операция ветерандары ассоциацияһы, “Ватанды һаҡлаусылар” фонды филиалы менән тығыҙ бәйләнештә эшләйбеҙ. Берлектә имамдарға уҡыуҙар ҙа ойошторҙоҡ. Ошо курстарҙы үткән диндарҙар МХО ветерандары менән нисек эш алып барыу, һөйләшеү үҙенсәлектәрен өйрәнде, тимәк, уларға тейешле психологик, дини ярҙам күрһәтә аласаҡ. – Халҡыбыҙҙың дингә йылдан-йыл нығыраҡ ынтылыуы ғәйеттәр мәлендә айырыуса асыҡ күренә. Мәҫәлән, Өфөләге ҡорбан салыу майҙансыҡтарында һарыҡ алырға теләүселәр күп килә. – Әл-хәмдү лил-ләһ, халҡыбыҙ дингә ыңғайлай. Ҡорбан салыу майҙансыҡтарына килгәндә, уларҙы тейешле кимәлдә әҙерләүгә өлгәшеп киләбеҙ. Билдәле булыуынса, махсус урындарҙа ветеринар хеҙмәте, хоҡуҡ һаҡлау, ғәҙәттән тыш хәлдәр органдары берлектә эш алып бара. Малды салыр алдынан имамдарыбыҙҙан доға уҡытыу ҙа тейешенсә ойошторолған. Килтерелгән һарыҡтарҙың барыһы ла алдан иҫәптә тора. Уларҙы күпмелер ваҡыт карантин биләмәһендә тотоу шарт. Мал салдырған кеше итенең бер өлөшөн хәйриә фондтары өсөн дә бүлә ала. Ғөмүмән, барыһы ла тәртикә һалынған кеүек, әммә... Ҡорбан ғәйетен ҡайһы бер фермерҙар “аҡса эшләп ҡалыу” мөмкинлеге тип кенә ҡабул итә. Шул сәбәпле майҙансыҡтарҙа “ажиотаж” булып китә. Үҙҙәрендә уртаса 15 мең һумға һатҡан малдың хаҡын, бында килгәс, әллә күпмегә күтәреп ебәрәләр. “Барыбер алалар ул, баш ҡала халҡының башҡа әмәле юҡ”, тиҙәрҙер инде. Шул сәбәпле быйыл һарыҡтар бигүк үтмәне. Ә бит хаттин ашмай, арзаныраҡ хаҡҡа тәҡдим итһәләр, үҙҙәренә лә, һатып алыусыларға яҡшы булыр, байрам кәйефе тағы ла артыр ине. Динебеҙҙең үҫешенә күркәм этәргес бирелер ине. Ә башҡа яҡҡа килгәндә, барыһы ла Аллаға шөкөр. Ҡорбан салыу майҙансыҡтарында беҙҙең менән бергә эш алып барған бөтә органдар вәкилдәренә рәхмәт белдерәм. Киләсәктә лә, иншаллаһ, ошо башланғыс матур дауам итһен. * * * Айнур хәҙрәт Бирғәлин шулай уҡ Өфөләге “Әл-Рәхим” мәсетен төҙөү барышы, ундағы хәл ителәһе мәсьәләләр тураһында һөйләне. Журналистар Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы хеҙмәткәрҙәре менән берлектә иман йортона экскурсияға барыу теләген белдерҙе. “Беҙ ҡаршы түгел, халыҡ өсөн асыҡбыҙ”, – тине мөфтөй. Шулай уҡ оло ғәйеттәр алдынан Айнур хәҙрәт менән матбуғат конференциялары үткәреп, төрлө һорауҙарға яуап алыуҙы традицияға индереү теләге белдерелде. Мал килтергән фермерҙар менән дә алдан ошондай һөйләшеү, дини йәһәттән аңлатыу эштәре файҙаға булыр ине тигән ышаныста журналистар. Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы рәйесе Юлдаш Йосопов “Мөфтөй менән бер сәғәт” сараһының, тәүге тапҡыр үткәрелеүенә ҡарамаҫтан, ойошҡанлыҡ менән уҙыуын, асыҡтан-асыҡ һөйләшеү булыуын билдәләне. – Беҙҙең менән тығыҙ хеҙмәттәшлек алып барғанығыҙ өсөн рәхмәт, – тине ул Айнур хәҙрәт Бирғәлин менән уның урынбаҫары, “Йома” тапшырыуы авторы Морат Лоҡмановҡа. – Халҡыбыҙға терәк-таяныс булып тораһығыҙ. Кешеләрҙе дин берләштерә. Бөгөнгө һөйләшеү киләсәкле булыр, артабан да осрашып, көнүҙәк мәсьәләләргә асыҡлыҡ индереп, кәңәшләшеп йәшәрбеҙ тигән ышаныстабыҙ. Иншаллаһ, берҙәм проекттарҙы ла тормошҡа ашырырбыҙ. Айнур хәҙрәт Бирғәлин билдәләүенсә, ҡоролтайҙың “Айыҡ ауыл” проекты ла ике яҡты берләштерә. Маҡсаттар уртаҡ – йәмғиәтте сәләмәтләндереү, рухи ҡиммәттәребеҙгә таянып йәшәргә ынтылдырыу.
– “Айыҡ ауыл” конкурсында беҙҙең диндарҙар ҙур теләк менән ҡатнаша. Халҡыбыҙҙы йән, тән сәләмәтлегенә өндәү, динебеҙгә яҡынайтыу, тыуған төйәкте һаҡлауға, үҫтереүгә ынтылыу һәр кемде дәртләндерә, рухландыра, сәмләндерә. Конкурс Аллаһ Тәғәлә ҡушҡандарҙы үтәп йәшәү маҡсатына йүнәлтелгән. Шуның менән ул халҡыбыҙға айырыуса ҡәҙерле, – тине мөфтөй һәм киләсәктә лә уртаҡ маҡсатта берҙәм эшмәкәрлек алып барыуға ышаныс белдерҙе. |