VIВКБЯңылыҡтарБашҡорт телеМәҙәниәтРәсәй башкорттарыБашҡорттар - донъяла Башҡорт Ғаиләһе ЙылыАйыҡ ауылТарихВатандыһаҡлаусыларАтайсалФекерБашҡорт ырыуҙарыҠоролтай тауышыШайморатов вариҫтарыКалендарь ПроекттарВидеоРадий ХәбировБөйөк ЕңеүМәғариф Фольклор БР - 100 йылБелорет районыБөтә донъя башҡорттары ҡоролтайыЙәштәрЦифралы башҡортБәйгеФән һәм мәғрифәт йылыБашҡорт мәҙәниәте һәм рухи мираҫ йылыИжади майҙанҠазанЕкатеринбургФольклориадаВладивостокБөрөАғиҙелЙәрмәкәйCтәрлебашБалтасӨфө районыҠариҙелПодкастыИталияБлаговар районыБашҡорт халҡының үҫеш стратегияһы ГранттарБорайБашҡорт тарихы йылыМифтәхетдин АҡмуллаКейеҙ баҫыуӘхмәр ҮтәбайНурия ИҡсановаФәнГөлназ ЯҡуповаЭльвира МоталоваBashkort 2.0Тәтешле Башҡорт милли кейемеДинБашҡорттарҒәббәс ДәүләтшинӘлшәй районыБашҡортостан ҡатын-ҡыҙҙары берлегеУрал батырКанадаҺылыуҡайБашҡорт әҙәбиәтеБашҡорт биҙәүестәреМилли аш-һыуБашҡорт мәҙәниәте көндәреМишкә районыАҡбуҙатҠуштауЮлдыбайБейеүЙәйләүАуҙарышБелорецкТөркиәФедоровка районыМәләүезБизнесБуздәкАуырғазыСалауат районыМәсетлеТөньяҡ-көнсығыш башҡорттарыҠоролтай25ҠоролтайОнлайнБалаҡатайТөркмәнстанНефтекамаБабичСалауат ЮлаевБашҡорт теле көнөШүлгәнташБашВикиЙылайырБөрйәнҒафуриШаранҠыйғыВладимирКүгәрсенАлтайУдмурт РеспубликаһыМәләүезХәйбуллаХМАОИглинСалауатҠалтасыДүртөйлөСанкт-ПетербургИлешМәскәүӨфөТуризмКөйөргәҙеШишмәСаҡмағошДәүләкәнМиәкәМежгорьеБишбүләкТеатрСибайКүмертауУчалыБәләбәйЯңауылҺарытауСвердловск өлкәһеБаҡалыХалыҡ иҫәбен алыуПермьТуймазыИшембайБашҡорт балыОктябрьскийУраҙаҠурайҠымыҙБашҡорт атыМатуғатБлаговещенДыуанСпортАрхангелҮзбәкстанАсҡынСтәрлетамаҡҠырмыҫҡалыӘбйәлилИнтернетКушнаренкоНуриманКраснокамаБСТКоронавирусДиктантТөньяҡ амурҙарыТөньяҡ-көнбайыш башҡорттарыСиләбеЕйәнсураЫрымбурҠаҙағстанТатарстанТәбиғәтБаймаҡҺарытауБашҡорт теле йылыҠурғанҺамарДиалектРус телендәге материалдарИнтервьюФлэшмобШайморатовШәхесМәҡәләләр
Яңылыҡтар

Хаҡлы ялды биҙәй “Аҡ тирәк”

12 часов назад

Илештә 2016 йылда 22 ауыл биләмәһе халҡы “Бәләкәй Ватан” район фестивалендә көс һынаша: бер-бер артлы Үрге Йәркәй сәхнәһендә бай йөкмәткеле, сағыу концерт менән сығыш яһайҙар. Мәҙәниәт йортоноң фойеһында иһә ҡул эштәренән, милли ризыҡтарҙан, картиналарҙан күргәҙмә ойошторола. Ә йыл аҙағында фестивалдә ҡатнашыусыларҙы гала концерт көтә.

– Зәйтүнә Риф ҡыҙы, һеҙгә ҙур өмөт бағлайбыҙ. Йомғаҡлау концертын үткәреүҙе үҙ ҡулығыҙға алһағыҙ ине, – тип оло ихтирам, ышаныс менән мөрәжәғәт итәләр район үҙәгенән Ҡужбахты ауылында йәшәгән Зәйтүнә Шәрифйәноваға.

– Мин инде ул осорҙа хаҡлы ялда инем, – ти Зәйтүнә Риф ҡыҙы. – Райондаштарым ҙур ышаныс белдергәс, яуаплы эшкә тотонорға риза булдым. “Бәләкәй Ватан” фестиваленең ике сәғәтлек гала концертына сценарий яҙҙым, бик матур үтте ул. Тамаша залы халыҡ менән шығырым тулы булды.

Илеш халҡы араһында ошолай оло ихтирам ҡаҙанған, ижади күңелле, мәҙәниәтте, сәнғәтте мөкиббән яратҡан кеше ул Зәйтүнә Шәрифйәнова. Тыумышы менән Ауырғазы районының Үтәймулла ауылынан. Стәрлетамаҡ мәҙәниәт-мәғрифәт училищеһында белем алғанда буласаҡ ире менән таныша, уҡыуҙы бергә тамамлайҙар.

– 1976 йылда, диплом алғас, иремдең тыуған яғына – Илеш районының Ҡужбахты ауылына ҡайтып төпләндек. Ғүмер буйы мәҙәниәт өлкәһендә эшләнек, – ти бөгөн Зәйтүнә Риф ҡыҙы. – Мин урындағы мәҙәниәт йортонда 30 йыл директор булдым. Хаҡлы ялға сыҡҡас та төрлө ҙур сараларҙы үткәреүҙе ышанып тапшырыуҙарына рәхмәт – күңелем һәр саҡ йәштәрсә дәртле, яңынан-яңы ниәттәр менән йәшәйем.

“Бәләкәй Ватан” район фестиваленең йомғаҡлау концертына сценарий яҙып, унда ҡатнашҡандар менән яҡындан танышҡан, төрлө ауылдарҙың үҙешмәкәр ансамблдәре ижадын ҡыҙыҡһынып күҙәткән Зәйтүнә Риф ҡыҙы ҙур теләк менән яна башлай: “Беҙҙең Ҡужбахтыла ла ағинәйҙәрҙән фольклор төркөмө төҙөргә була бит!”

Оҙаҡламай ошо уйын тормошҡа ашырып та ҡуя: бер төркөм ҡатын-ҡыҙ менән һөйләшеп, коллектив ойоштороп, сығыш яһау өсөн йыр-бейеү өйрәнә лә башлайҙар. Милли кейем тегеп алалар. Уның өҫтөнән тағырға селтәрҙәр кәрәк була башлай...

– Хәҙер беҙҙең “Аҡ тирәк” ансамблендә 16 ҡатын-ҡыҙ шөғөлләнә. Барыһына ла милли кейемде үҙем тегәм. Биҙәүестәр ҙә эшләйем, – ти бөгөн төркөм етәксеһе Зәйтүнә Шәрифйәнова. – Әйткәндәй, үҙебеҙҙең төньяҡ-көнбайыш башҡорттары милли кейемен дә тегеп алдыҡ. Төркөмөбөҙҙәге һәр ҡатын-ҡыҙға хәситә эшләп бирҙем.

Үҙ көсөбөҙ менән йыл да ҙур концерт әҙерләйбеҙ. Тирә-яҡ ауылдарҙа ла сығыш яһайбыҙ. Әүҙем эшмәкәрлегебеҙ өсөн 2022 йылда “халыҡ” исемен алдыҡ – “Аҡ тирәк” халыҡ фольклор ансамбле беҙ хәҙер. Быйыл төркөмдөң ун йыллығын билдәләргә йыйынабыҙ.

“Аҡ тирәк”тәр район, республика кимәлендәге мәҙәни сараларҙа даими ҡатнаша, “Ауаз”, “Яратам һине, тормош!” кеүек фестивалдәрҙә еңеү яулай, башҡорт ырыуҙары йыйындарында сығыш яһай, шулай уҡ махсус хәрби операция биләмәһендәге яугирҙәргә гуманитар ылау әҙерләүҙә һәр саҡ әүҙем.

Ижади күңелле Зәйтүнә Шәрифйәнова райондың төрлө быуын вәкилдәрен ҡул эштәренә өйрәтеү маҡсатында уҙғарылған оҫталыҡ дәрестәрендә даими ҡатнаша. Үрге Йәркәй мәҙәниәт йортонда дәүләт грантына булдырылған “Халҡыбыҙ мираҫын тергеҙеү” этностудияһында күргәҙмәләрен ойоштора, балаларға ғына түгел, өлкәндәргә лә милли биҙәүестәр эшләргә өйрәтә, бай тәжрибәһе менән ихлас уртаҡлаша.

– Был хеҙмәт бит бөгөн милли кәсепкә әйләнде – ижади индустрияның сағыу өлгөһө, – ти ҡул оҫтаһы. – Йәштәребеҙ уны тағы ла юғарыраҡҡа күтәреп, мәҙәниәтебеҙҙе киң танытыр тигән ышаныстамын.

Фотоларҙа: 1. Зәйтүнә Шәрифйәнова “Халҡыбыҙ мираҫын тергеҙеү” этностудияһында. 2. Оҫтаның ҡул эштәре.

Айрат Нурмөхәмәтов фотолары.

Илеш районы.

Дилбәр Ишморатова.
Уртаҡлашыу