VIВКБЯңылыҡтарБашҡорт телеМәҙәниәтРәсәй башкорттарыБашҡорттар - донъяла Башҡорт Ғаиләһе ЙылыАйыҡ ауылТарихВатандыһаҡлаусыларАтайсалФекерБашҡорт ырыуҙарыҠоролтай тауышыШайморатов вариҫтарыКалендарь ПроекттарВидеоРадий ХәбировБөйөк ЕңеүМәғариф Фольклор БР - 100 йылБелорет районыБөтә донъя башҡорттары ҡоролтайыЙәштәрЦифралы башҡортБәйгеФән һәм мәғрифәт йылыБашҡорт мәҙәниәте һәм рухи мираҫ йылыИжади майҙанҠазанЕкатеринбургФольклориадаВладивостокБөрөАғиҙелЙәрмәкәйCтәрлебашБалтасӨфө районыҠариҙелПодкастыИталияБлаговар районыБашҡорт халҡының үҫеш стратегияһы ГранттарБорайБашҡорт тарихы йылыМифтәхетдин АҡмуллаКейеҙ баҫыуӘхмәр ҮтәбайНурия ИҡсановаФәнГөлназ ЯҡуповаЭльвира МоталоваBashkort 2.0Тәтешле Башҡорт милли кейемеДинБашҡорттарҒәббәс ДәүләтшинӘлшәй районыБашҡортостан ҡатын-ҡыҙҙары берлегеУрал батырКанадаҺылыуҡайБашҡорт әҙәбиәтеБашҡорт биҙәүестәреМилли аш-һыуБашҡорт мәҙәниәте көндәреМишкә районыАҡбуҙатҠуштауЮлдыбайБейеүЙәйләүАуҙарышБелорецкТөркиәФедоровка районыМәләүезБизнесБуздәкАуырғазыСалауат районыМәсетлеТөньяҡ-көнсығыш башҡорттарыҠоролтай25ҠоролтайОнлайнБалаҡатайТөркмәнстанНефтекамаБабичСалауат ЮлаевБашҡорт теле көнөШүлгәнташБашВикиЙылайырБөрйәнҒафуриШаранҠыйғыВладимирКүгәрсенАлтайУдмурт РеспубликаһыМәләүезХәйбуллаХМАОИглинСалауатҠалтасыДүртөйлөСанкт-ПетербургИлешМәскәүӨфөТуризмКөйөргәҙеШишмәСаҡмағошДәүләкәнМиәкәМежгорьеБишбүләкТеатрСибайКүмертауУчалыБәләбәйЯңауылҺарытауСвердловск өлкәһеБаҡалыХалыҡ иҫәбен алыуПермьТуймазыИшембайБашҡорт балыОктябрьскийУраҙаҠурайҠымыҙБашҡорт атыМатуғатБлаговещенДыуанСпортАрхангелҮзбәкстанАсҡынСтәрлетамаҡҠырмыҫҡалыӘбйәлилИнтернетКушнаренкоНуриманКраснокамаБСТКоронавирусДиктантТөньяҡ амурҙарыТөньяҡ-көнбайыш башҡорттарыСиләбеЕйәнсураЫрымбурҠаҙағстанТатарстанТәбиғәтБаймаҡҺарытауБашҡорт теле йылыҠурғанҺамарДиалектРус телендәге материалдарИнтервьюФлэшмобШайморатовШәхесМәҡәләләр
Яңылыҡтар

Гәләбәш түңе буйында

24 апрель, 11:11

Хәйбулла районы башҡорттары ҡоролтайы хәбәр итеүенсә, Аҡъяр ауылы мәҙәниәт йортонда Әсмә Усманова исемендәге "Гәләбәш түңе буйында" төбәк милли кейемдәр бәйгеһе үткән.


"Бәйгелә Хәйбулла, Йылайыр, Баймаҡ һәм Ырымбур өлкәһе оҫтабикәләре ҡатнашты. Әсмә Усманова – йырсы, сәсәниә, һәүәҫкәр фольклорсы һәм этнограф, «Урал батыр» эпосын яттан һөйләүсе, шулай уҡ «Ҡош юлы» халыҡ ансамбленең ойоштороусыһы һәм тәүге етәксеһе. Әсмә Мәүләмбирҙе ҡыҙы Республикала башҡорт милли кейемдәрен өйрәнеүсе, тергеҙеүсе һәм халыҡ араһында популярлаштырыусы булараҡ та билдәле.

Әйткәндәй, «гәләбәш» һүҙе баш кейеме тигәнде аңлата, «түң» — ҡалҡыулыҡ. Гәләбәш түңе иһә — Хәйбулла районындағы топонимик атама, урындағы атама менән бәйле. легенда буйынса, ҡасандыр ҡалҡыулыҡ башында бер ҡыҙ гәләбәшен элеп ҡалдырған.


Мәртәбәле бәйге халҡыбыҙҙың милли һынланышын, зауығын ғына күрһәтеп ҡалманы, ә быуындан быуынға күсә килгән рухи хазинабыҙ оло мираҫ һәм бөйөк ҡаҙаныш икәнен иҫбатланы.


Оҫта, тилбер ҡуллы ҡатын-ҡыҙҙарыбыҙ башҡорт халҡының рухи хазинаһын күңелендә ҡәҙерләп йөрөтә, үҫтерә, балҡыта һәм киләсәк быуындарға тапшыра килә. Милли асылыбыҙҙы сағылдырған бәйгелә ҡатнашыусы ҡатын-ҡыҙҙарҙың һәр эше оло баһаға лайыҡ", - тиелә яҙмала.

Уртаҡлашыу