VIВКБЯңылыҡтарБашҡорт телеМәҙәниәтРәсәй башкорттарыБашҡорттар - донъяла Башҡорт Ғаиләһе ЙылыАйыҡ ауылТарихВатандыһаҡлаусыларАтайсалФекерБашҡорт ырыуҙарыҠоролтай тауышыШайморатов вариҫтарыКалендарь ПроекттарВидеоРадий ХәбировБөйөк ЕңеүМәғариф Фольклор БР - 100 йылБелорет районыБөтә донъя башҡорттары ҡоролтайыЙәштәрЦифралы башҡортБәйгеФән һәм мәғрифәт йылыБашҡорт мәҙәниәте һәм рухи мираҫ йылыИжади майҙанҠазанЕкатеринбургФольклориадаВладивостокБөрөАғиҙелЙәрмәкәйCтәрлебашБалтасӨфө районыҠариҙелПодкастыИталияБлаговар районыБашҡорт халҡының үҫеш стратегияһы ГранттарБорайБашҡорт тарихы йылыМифтәхетдин АҡмуллаКейеҙ баҫыуӘхмәр ҮтәбайНурия ИҡсановаФәнГөлназ ЯҡуповаЭльвира МоталоваBashkort 2.0Тәтешле Башҡорт милли кейемеДинБашҡорттарҒәббәс ДәүләтшинӘлшәй районыБашҡортостан ҡатын-ҡыҙҙары берлегеУрал батырКанадаҺылыуҡайБашҡорт әҙәбиәтеБашҡорт биҙәүестәреМилли аш-һыуБашҡорт мәҙәниәте көндәреМишкә районыАҡбуҙатҠуштауЮлдыбайБейеүЙәйләүАуҙарышБелорецкТөркиәФедоровка районыМәләүезБизнесБуздәкАуырғазыСалауат районыМәсетлеТөньяҡ-көнсығыш башҡорттарыҠоролтай25ҠоролтайОнлайнБалаҡатайТөркмәнстанНефтекамаБабичСалауат ЮлаевБашҡорт теле көнөШүлгәнташБашВикиЙылайырБөрйәнҒафуриШаранҠыйғыВладимирКүгәрсенАлтайУдмурт РеспубликаһыМәләүезХәйбуллаХМАОИглинСалауатҠалтасыДүртөйлөСанкт-ПетербургИлешМәскәүӨфөТуризмКөйөргәҙеШишмәСаҡмағошДәүләкәнМиәкәМежгорьеБишбүләкТеатрСибайКүмертауУчалыБәләбәйЯңауылҺарытауСвердловск өлкәһеБаҡалыХалыҡ иҫәбен алыуПермьТуймазыИшембайБашҡорт балыОктябрьскийУраҙаҠурайҠымыҙБашҡорт атыМатуғатБлаговещенДыуанСпортАрхангелҮзбәкстанАсҡынСтәрлетамаҡҠырмыҫҡалыӘбйәлилИнтернетКушнаренкоНуриманКраснокамаБСТКоронавирусДиктантТөньяҡ амурҙарыТөньяҡ-көнбайыш башҡорттарыСиләбеЕйәнсураЫрымбурҠаҙағстанТатарстанТәбиғәтБаймаҡҺарытауБашҡорт теле йылыҠурғанҺамарДиалектРус телендәге материалдарИнтервьюФлэшмобШайморатовШәхесМәҡәләләр
Яңылыҡтар

Табында – үҙҙәре етештергән бал һәм сәй

6 часов назад

Тыуған яғыңды яратыу уны үҫтереүҙә, үҙенсәлектәрен һаҡлауҙа сағыла, тибеҙ. Үҙ ерендә умартасылыҡ, солоҡсолоҡ менән шөғөлләнгәндәрҙе лә изге ниәт – төйәгенең яҙмышын хәстәрләү теләге берләштерә. Илеш районының Яңы Күктау ауылынан Данис Саҙертдиновтың да эш-ғәмәлдәре тәү сиратта тыуған яғының мәнфәғәттәрен яҡлауға йүнәлтелгән.

“Республикала балдың таҙалығын раҫланыҡ”

Йәш йүнсел “АпиДар-2025” Бөтә Рәсәй бал продукцияһы конкурсының ике номинацияһында еңеү яуланы: “Ҡорт елеме ҡатнашлығындағы продукттар” буйынса – икенсе, “Һитә” тип аталғанында өсөнсө урынға сыҡты.

Мәскәүҙә уҙғарылған был ярышта Рәсәйҙең 19 төбәгенән умартасылар һәм бал ҡорто продукттары етештереүселәр ҡатнашты. Улар эксперттар хөкөмөнә 103 төрлө эшен тәҡдим итте. Конкурс һөҙөмтәләре буйынса, 24 призлы урындың етеһе – беҙҙең республикала. Илеш эшҡыуары Данис Саҙертдиновтан тыш, еңеүселәр араһында Башҡортостандың умартасылыҡ һәм апитерапия буйынса ғилми-тикшеренеү үҙәге, Күгәрсендән Ольга Лыщенко, Ишембайҙан Галина Шестеринская, Өфө районынан Артур Абсаттаров (ике номинацияла) бар. Шулай уҡ Мәләүездән Самат Әмирханов Рәхмәт хатына лайыҡ булды.

“АпиДар” конкурсы Рәсәйҙә беренсе тапҡыр үткәрелде. Ул К.И. Скрябин исемендәге Мәскәү дәүләт ветеринария медицинаһы һәм биотехнологиялар академияһында “Ҡортсолоҡто ветеринария йәһәтенән тәьмин итеү: хәл итәһе мәсьәләләр, заманса алымдар, үҫеш мөмкинлектәре” тигән тема буйынса симпозиумға ярашлы ойошторолдо. Маҡсаты – балды һәм ҡортсолоҡтоң аҙ билдәле өҫтәмә продукттарын популярлаштырыу, уларҙы халыҡтың һаулығын һаҡлау өсөн файҙаланыу, ватан етештереүселәрен ҡеүәтләү, сифатҡа яуаплы ҡарау мәҙәниәтен үҫтереү. Конкурс биш номинация буйынса үткәрелде: “Япраҡ балы”, “Балды мисәтләү”, “Һитә”, “Һеркә”, “Ҡорт елеме ҡатнашлығындағы продукттар” (май, крем, мазь, төнәтмә һ.б.). Мәскәү дәүләт ветеринария медицинаһы һәм биотехнологиялар академияһы, ғилми-белем биреү үҙәге булараҡ, ватан ҡортсолоғо традициялары менән заман алымдарын берләштереп, агросәнәғәт комплексы продукцияһының сифатын, хәүефһеҙлеген тәьмин итеү маҡсатында ошо башланғысҡа юл һалған.

“Бал ябай аҙыҡ түгел. Ул – милләт сәләмәтлегенең мәҙәни һәм биохимик билдәһе. Нәҡ шуның өсөн дә илдәге сифатлы балды баһалауға, тейешле кимәлдә күрһәтеүгә һәләтле эксперттарҙың һөнәри берләшмәһен булдырырға кәрәк” тигән фекерҙә академия белгестәре.

Тәүге конкурста уҡ Башҡортостан ҡортсолары үҙ продукцияһының сифатын күрһәтеүгә өлгәште.

– Һынауҙа беҙҙән биш кешенең һәм бер ойошманың ҡатнашыуы, төрлө номинацияларҙа еңеп ҡайтыуы республикабыҙҙа был тармаҡҡа, кәсепселеккә ҙур иғтибар бүленеүе хаҡында һөйләй, – ти Башҡортостан Ауыл хужалығы министрлығы белгестәре. – Иң мөһиме – беҙҙә продукцияның сифатына өҫтөнлөк бирелә, шуға ла үҙебеҙҙе ҡурҡмай күрһәтә алабыҙ. Тәүге тапҡыр үткәрелгән “АпиДар” конкурсында ошоно ныҡлы раҫланыҡ.

Балаларҙың да айырым умартаһы бар

Конкурстың ике номинацияһында еңеү яулаған Данис Саҙертдинов, үҙе әйткәнсә, бала саҡтан умарта араһында үҫкән.

– Атайым уҙған быуатта уҡ ҡортсолоҡ менән ныҡлап шөғөлләнә ине. Уға эйәреп, был кәсептең бар үҙенсәлектәрен, ауырлыҡтарын яҡындан күреп, белеп үҫтем, – ти Данис Данил улы. – Әсәйем дә умарталыҡта гел ярҙам итә ине. Әйткәндәй, әле ул Үрге Йәркәйҙәге Башҡорт аграр технология колледжында ҡортсо булып эшләй. Атай-әсәйем хәҙер ҙә ғаилә кәсебен дауам итә.

Данис Данил улының 60-лап умартаһы бар. Улар яҡшы ҡышлап килә. Ҡортсо был йәһәттән эштәрҙе яңғыҙы ғына башҡармай. Эргәмдә өйрәнеп йөрөүсе булмаһа, фәтүә күрмәйем, ти. Шуға ла күп мәшәҡәттәрҙе ғаиләһе менән бергәләп атҡаралар. 16 йәшлек ҡыҙҙары Лиана менән 13 йәшлек улдары Артемдың айырым умарталары ла бар. “Ошолай бүлеп биреү отошло: балалар бер-береһенән өйрәнеп кенә ҡалмай, ә сәмләнеп уҙыша, күберәк табыш алыу өсөн тырыша”, – ти аталары.

Йүнселдең ҡатыны Гүзәл Мөхәмәтләбиб ҡыҙы ла – Илештән. Йәштәр икәүләшеп Мәскәү финанс-сәнәғәт университетын тамамлаған. “Электән уй-ниәтебеҙ бер, уртаҡ булды. Тыуған ерҙә, һил тәбиғәт ҡосағында үҙ кәсебебеҙ менән шөғөлләнеп йәшәүҙе өҫтөн күрҙек, – ти Гүзәл. – Ғаиләбеҙ ишле булыр тип тә теләй инек. Аллаға шөкөр, өс балабыҙ бар. Лиана менән Артем – мәктәп уҡыусылары, кинйәбеҙ Камилға – өс йәш”.

Балаларҙың ғаилә кәсебенә ҡарата ҡыҙыҡһыныуы ғына түгел, ә туған телендә шундай матур итеп һөйләшеүе лә һоҡландырҙы. Өс йәшлек Камил да “атай, әсәй, апай, ағай” тип кенә тора. Бәләкәй китапсыҡтары ла – тик туған телендә.

– Ниндәй генә ғәмәл башҡарһаң да, уның файҙалы, киләсәкле булыуын хәстәрләргә кәрәк. Динебеҙҙә лә бит шулай тиелгән. Ата-бабабыҙҙан ҡалған кәсепте һаҡларға тырышыуыбыҙ ҙа, балалар менән тик туған телебеҙҙә һөйләшеүебеҙ ҙә – киләсәгебеҙ өсөн, – ти рухлы ғаилә башлығы.

“Коронавирус үҙ ҡиммәттәребеҙҙе ҡәҙерләргә өйрәтте”

Данис Саҙертдинов “АпиДар” конкурсының “Ҡорт елеме ҡатнашлығындағы продукттар” һәм “Һитә” номинацияларында еңеү яулаған, тигәйнек. Уның бал менән дауалауға ҡыҙыҡһыныуы коронавирус пандемияһы мәлендә башланған.

– Үҙем бала саҡтан ҡорттан сағыла-сағыла үҫкәнгәме, был ауырыуҙы еңел, аяғөҫтө үткәрҙем, – ти Данис. – Ҡатыным иһә ныҡ сирләне. Шул сәбәпле балдан дауалау продукттары эшләү менән мәжбүри тигәндәй ҡыҙыҡһына башланым. Балауыҙ көйәһенең – умарта ҡоротҡосоноң – иммунитетты күтәреү көсө тураһында алдан да белә инем. Уның менән ныҡлап ҡыҙыҡһына башлап, ошо өлкәләге профессор менән танышып, эш үҙенсәлектәрен өйрәнергә тотондом.

Данис хәҙер балдан төрлө дауаланыу продукттары, төнәтмәләр яһай. Шулай уҡ былтыр ҡыш күсмә апийорт төҙөгән. Ул умарталыҡ эсенә ҡуйыла. “Кеше кистән – бал эҫе аңҡып торған мәлдә килеп ята. Ҡорттар гөжләүен тыңлап, рәхәтләнеп йоҡлап китә. Астма сиренән яфаланғандар, коронавирус эҙемтәһенән ҡотола алмағандар, күңел көсөргәнеше, стресс кисергәндәр өсөн айырыуса файҙалы”, – ти Данис Данил улы. Киләсәктә тағы бер нисә апийорт төҙөмәксе ул.

Өс балалы йәш ғаилә, ғөмүмән, бар яҡлап сәләмәт йәшәүгә ынтыла. Данис Данил улы йома һайын ауылдағы мәсеткә йөрөй, намаҙҙарын ҡалдырмай. Табындарында һәр саҡ – Илеш үләндәренән үҙҙәре эшләгән сәй.

– Аллаһ Тәғәлә бер һынауҙы ла юҡҡа ғына ебәрмәй. Коронавирус пандемияһы беҙгә тыуған еребеҙҙе, уның тәбиғи байлыҡтарын һанларға өйрәтте. Бәрәкәттең оло юлда икәнен аңланыҡ, – ти Данис Саҙертдинов. – Дәүләтебеҙҙең умартасыларға даими ярҙамын тойоу – эшебеҙҙә ҙур терәк. Күптән түгел ауыл хужалығы министры Илшат Фәзрахманов үткәргән умартасылар форумында ла булып, тармаҡта ниндәй ҡаҙаныштар, проблемалар барлығы хаҡында фекер алышыуҙарҙа ҡатнашып ҡайттым. “Агрокомплекс” агросәнәғәт форумына барып торам. Үҙебеҙҙең аҙыҡ-түлекте күберәк етештереүгә йүнәлтелгән ошондай саралар беҙгә ныҡ ярҙам итә.

Айрат Нурмөхәмәтов фотоһы.

Илеш районы.

Дилбәр Ишморатова.


Уртаҡлашыу