VIВКБЯңылыҡтарБашҡорт телеМәҙәниәтРәсәй башкорттарыБашҡорттар - донъяла Башҡорт Ғаиләһе ЙылыАйыҡ ауылТарихВатандыһаҡлаусыларАтайсалФекерБашҡорт ырыуҙарыҠоролтай тауышыШайморатов вариҫтарыКалендарь ПроекттарВидеоРадий ХәбировБөйөк ЕңеүМәғариф Фольклор БР - 100 йылБелорет районыБөтә донъя башҡорттары ҡоролтайыЙәштәрЦифралы башҡортБәйгеФән һәм мәғрифәт йылыБашҡорт мәҙәниәте һәм рухи мираҫ йылыИжади майҙанҠазанЕкатеринбургФольклориадаВладивостокБөрөАғиҙелЙәрмәкәйCтәрлебашБалтасӨфө районыҠариҙелПодкастыИталияБлаговар районыБашҡорт халҡының үҫеш стратегияһы ГранттарБорайБашҡорт тарихы йылыМифтәхетдин АҡмуллаКейеҙ баҫыуӘхмәр ҮтәбайНурия ИҡсановаФәнГөлназ ЯҡуповаЭльвира МоталоваBashkort 2.0Тәтешле Башҡорт милли кейемеДинБашҡорттарҒәббәс ДәүләтшинӘлшәй районыБашҡортостан ҡатын-ҡыҙҙары берлегеУрал батырКанадаҺылыуҡайБашҡорт әҙәбиәтеБашҡорт биҙәүестәреМилли аш-һыуБашҡорт мәҙәниәте көндәреМишкә районыАҡбуҙатҠуштауЮлдыбайБейеүЙәйләүАуҙарышБелорецкТөркиәФедоровка районыМәләүезБизнесБуздәкАуырғазыСалауат районыМәсетлеТөньяҡ-көнсығыш башҡорттарыҠоролтай25ҠоролтайОнлайнБалаҡатайТөркмәнстанНефтекамаБабичСалауат ЮлаевБашҡорт теле көнөШүлгәнташБашВикиЙылайырБөрйәнҒафуриШаранҠыйғыВладимирКүгәрсенАлтайУдмурт РеспубликаһыМәләүезХәйбуллаХМАОИглинСалауатҠалтасыДүртөйлөСанкт-ПетербургИлешМәскәүӨфөТуризмКөйөргәҙеШишмәСаҡмағошДәүләкәнМиәкәМежгорьеБишбүләкТеатрСибайКүмертауУчалыБәләбәйЯңауылҺарытауСвердловск өлкәһеБаҡалыХалыҡ иҫәбен алыуПермьТуймазыИшембайБашҡорт балыОктябрьскийУраҙаҠурайҠымыҙБашҡорт атыМатуғатБлаговещенДыуанСпортАрхангелҮзбәкстанАсҡынСтәрлетамаҡҠырмыҫҡалыӘбйәлилИнтернетКушнаренкоНуриманКраснокамаБСТКоронавирусДиктантТөньяҡ амурҙарыТөньяҡ-көнбайыш башҡорттарыСиләбеЕйәнсураЫрымбурҠаҙағстанТатарстанТәбиғәтБаймаҡҺарытауБашҡорт теле йылыҠурғанҺамарДиалектРус телендәге материалдарИнтервьюФлэшмобШайморатовШәхесМәҡәләләр
Яңылыҡтар

Солоҡсо ине олатай, солоҡсо булыр балам

6 часов назад

Бәләкәй генә сағынан мәрхүм Йомағужа олатаһынан һуң етемһерәп тороп ҡалған солоҡтарға ҡарап, бошонор була Илдар.

– Эх, ҙурыраҡ булһам, олатайҙың эшен дауам итеп алыр ҙа китер инем, тип уфтанам. Ә үҙебеҙҙең Яңы Монасип ауылында, эргә-тирәлә лә солоҡсолоҡто ныҡлы белгәндәр юҡ ине, – тип ул осорҙо иҫкә ала бөгөн Бөрйән районы ҡортсоһо Илдар Йәғәфәров. – 13 йәшемдә Ғәлиәкбәр ауылына барырға насип итте. Ә ул яҡтар, белеүегеҙсә, элек-электән оҫта умартасылары, солоҡсолары менән данлы. Туғаныбыҙ, урындағы ҡортсо Самат бабай Сабитов мине үҙенән ҡалдырмай алып йөрөп, милли кәсептең төрлө үҙенсәлектәрен, эш алымдарын күрһәтте. Хәҙер ҙурыраҡмын бит инде, һәммәһен дә ентекле өйрәндем. Гүйә, иңемдә ҡанат үҫкәндәй, дәртләнеп ҡайттым Ғәлиәкбәрҙән. Йәһәтләп олатайҙың солоҡтарына барып, алған белемемде, бөтә көсөмдө һалып, уларҙы ҡырағай бал ҡорттарын йәлеп итерлек итеп әҙерләнем. Аллаға шөкөр, ошо йылда уҡ тырышлығым баһаланды – олатайҙың солоҡтарына ҡырағай бал ҡорттары ҡунды. Көҙгә иһә тәүге уңышымды йыйҙым. Шулай итеп, 13 йәшемдә үҙ кәсебемә тотондом, тип әйтергә мөмкин.

Тыуған ереңдә яратҡан шөғөлөң бар икән, ситкә китеү уйы бөтөнләй булмайҙыр. Илдар Йәғәфәров та Яңы Монасипта ныҡлы төпләнеп, милли кәсепте заманса үҫтереп йәшәй бөгөн. Ҡатыны – ошо уҡ райондың Байназар ауылы ҡыҙы Елена Александровна менән өс бала үҫтерәләр. Етенсе класта уҡыған өлкән улдары Урал – ҙур хужалыҡта төп ярҙамсы. Хас та атаһының бәләкәй сағындағы кеүек, ҡортсолоҡтоң бөтә серҙәренә өйрәнергә тырыша, үҙенең айырым солоғо, умартаһы ла бар. Ун йәшлек ҡыҙҙары Эльвира ла бал ҡорттарын ҡарарға ярҙамлаша, кинйәләре Инсаф та бөжәктәрҙән сағыла-сағыла туғандары менән бергә йөрөй. “Балаларыбыҙҙың барыһы ла ғаиләбеҙҙең кәсебен үҙ күрә. Атай кеүек ҡортсо буласаҡбыҙ тиҙәр”, – тип һөйөнә Елена Александровна.

Йәғәфәровтарҙың әле алтмыш тирәһе солоғо бар. Араларында Йомағужа олатайҙыҡы ла һаҡланған. Күбеһе – ҡарағай ағасында. “Ғәҙәттәгесә, яҙғы осорҙа солоҡтарҙы йыһазландырабыҙ, яңы миҙгелгә әҙерләйбеҙ. Бал ҡорттарын хуш еҫле үләндәр менән ылыҡтырабыҙ, улар бигерәк тә мелиссаны – инә ҡорт үләнен ярата, – ти Илдар Ғәбит улы. – Сентябрь айынан кәрәҙҙәрҙе ҡырҡа башлайбыҙ. Бер солоҡтан яҡынса биш-ете килограмм бал алабыҙ. Унан ҡорттарҙың ояларын йылытыу, ҡышҡа әҙерләү эштәре башлана. Эш, ғөмүмән, бөтмәй ул, йыл дауамында бара. Ҡыш та солоҡтарҙы даими ҡарап, тикшереп торорға кәрәк”.

Йәғәфәровтарҙың умарталығы ла бар. Ул балаларҙы эшкә өйрәтеү, милли кәсеп үҙенсәлектәренә төшөндөрөү өсөн бигерәк тә отошло, ти ата-әсә. Ғөмүмән, улар ҡортсолоҡто аҡса эшләү ысулы ғына тип ҡарамай, ә күберәк тәрбиәүи, рухи яғына өҫтөнлөк бирә.

– Олатайымдың юлын дауам итә алыуыма, был эшкә ҡатынымдың, балаларымдың да ҡушылып китеүенә, ихлас яратыуҙарына шул ҡәҙәр һөйөнәм, – ти Илдар Ғәбит улы. – Борондан килгән шөғөлөбөҙҙө һаҡлау – ауылдың киләсәген хәстәрләү ҙә бит. Әлбиттә, элек өйрәнгәндәремә генә таянмайынса, заманса алымдарҙы ла өйрәнергә тырышам. Ошо йәһәттән ҡортсолоҡ буйынса төрлө семинарҙарҙа ҡатнашам, күргәҙмәләрҙе барып ҡарайым. Белеүегеҙсә, хәҙер был тармаҡҡа, умартасылыҡты, солоҡсолоҡто үҫтереүгә республикабыҙҙа ҙур иғтибар бүленә. Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров, сит яҡтарҙан бал ҡорттарын контролһеҙ индереү сәбәпле тыуған проблемаларҙан һаҡланыу өсөн, үҙебеҙҙең пакеттарҙы етештереүҙең мөһимлеген билдәләне. Улар йылына 30-35 меңдән кәм булмаҫҡа тейеш. Агрокластарҙа умартасылыҡҡа уҡытыуҙары ла һәйбәт. “Йәш быуындың ҡортсолоҡ менән ҡыҙыҡһыныуы беҙҙең өсөн үтә мөһим. Улар артабан ошо өлкәлә үҙ эшен асырға теләй икән, һәр яҡлап шарттар тыуҙырырға, дәүләт ярҙамы сараларын киңәйтергә тейешбеҙ”, – тине республика етәксеһе.

Өфөлә йыл да үткәрелеп килгән “Агрокомлекс” халыҡ-ара агросәнәғәт күргәҙмәһендә ҡатнашыу, үҙебеҙҙең аҙыҡ-түлек буйынса фекер алышыу майҙансыҡтарында эксперттарҙың кәңәштәрен, тәҡдимдәрен тыңлау эшемдә ҙур файҙа, алға этәргес булды. Ошондай форумдар ауыл хужалығын, ауылдарыбыҙҙы үҫтереүгә баһалап бөткөһөҙ өлөш индерә.

Солоҡсолоҡҡа әлегеләй дәүләт ярҙамы күрһәтелеп торғанда, ул, әлбиттә, һаҡланасаҡ, киңерәк танылыу яулаясаҡ. Һәм милли кәсепте балаларыбыҙҙың беҙҙән яҡшыраҡ, уңышлыраҡ дауам итеренә ышаныс ҙур.

Фотоларҙа: 1. Илдар Йәғәфәров быйыл да мул уңыш алған. 2. Йәғәфәровтар бар ғаиләһе менән милли кәсепте үҫтерә. 3. Урал атаһының юлын дауам итмәксе.

Фотолар Йәғәфәровтарҙың ғаилә архивынан алынды.

Бөрйән районы.

Дилбәр Ишморатова.
Уртаҡлашыу