|
|
Яңылыҡтар
Берҙәмлектә – ҡот, ырыҫ, бәрәкәт Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы ифтар үткәрҙеРамаҙан — яҡшылыҡҡа, яҡтылыҡҡа ынтылғандарҙы тағы ла яҡынайтҡан, уртаҡ ниәттәрҙе нығытҡан, яңы күркәм башланғыстарға юл һалған изге ай. Берҙәмлектә иһә — ҡот, ырыҫ, бәрәкәт. Милләттәштәребеҙ, мосолман ҡәрҙәштәребеҙ ошо хәҡиҡәткә Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы ойошторған ауыҙ асыу мәжлесендә тағы бер ҡат инанды. “Урал батыр” күрһәткән юлданӨфөләге «Бәрәкәт» хәләл кафелар селтәре етәкселәре Азамат менән Илгиз Рамаҙановтар, башҡорт ҡоролтайының милләттәштәребеҙҙе, мосолман ҡәрҙәштәребеҙҙе йыйып ауыҙ асыу мәжлесе үткәреү тәҡдимен ихлас хуплап, бағыусы булырға теләк белдерә. Уларға шулай уҡ Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы ҡарамағындағы социаль-иҡтисади үҫеш һәм эшҡыуарлыҡ комиссияһы рәйесе Альфред Вәлиев, «Девелопменттың яңы технологиялары» йәмғиәтенең операция директоры Марат Баймөхәмәтов, «Ново Клиник» ойошмаһы генераль директоры Лилиә Тимербулатова ҡушыла — бергәләп бағыусылыҡ ярҙамы күрһәтәләр.— Рамаҙан айында ауыҙ астырыу мәжлесе үткәреү мәрхәмәтлек сараһы ғына түгел, ә ватандаштарыбыҙҙы изге ҡиммәттәребеҙ тирәләй туплау ҙа, — тине тәбрикләү һүҙендә Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Президиумы рәйесе, Рәсәй Дәүләт Думаһы депутаты Эльвира Айытҡолова. — Ураҙа күңелебеҙҙәге иманды нығыта, илһөйәрлек тойғоһон көсәйтә, тамырҙарыбыҙҙы, асылыбыҙҙы һаҡлау, үткәндәребеҙгә ихтирамлы булыу, яҡты киләсәгебеҙҙе хәстәрләү мөһимлегенә инандыра.Ошо маҡсаттарҙы күҙ уңында тотоп, беҙ быйылғы ифтарҙы халҡыбыҙҙың «Урал батыр» ҡобайырына арнап үткәрергә ҡарар иттек, тине Эльвира Ринат ҡыҙы. — Даны донъяуи кимәлгә сыҡҡан эпосыбыҙҙың нигеҙенә милләтебеҙҙең рухи ҡиммәттәре, бар асылы, тормош мәғәнәһе, ынтылыштары һалынған. «Нисек йәшәргә?» тигән һорауға хаҡ яуапты ошо бөйөк ҡобайырыбыҙҙан алабыҙ, ул, маяҡ кеүек, алдан дөрөҫ юлды күрһәтеп бара. “Хәстәрлек өсөн рәхмәт!”Ауыҙ асыу мәжлесе — халыҡтың аралашыу, фекер алышыу, төрлө һорауҙарға бергәләп яуап эҙләү, уртаҡ ниәттәр ҡороу урыны. Әлеге сарала, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Президиумы, Башҡарма комитеты, Аҡһаҡалдар ҡоро ағзалары, Аппарат хеҙмәткәрҙәренән тыш, төрлө министрлыҡ, ведомстволар, дин һәм йәмәғәт ойошмалары вәкилдәре, депутаттар, эшҡыуарҙар, сәнғәт оҫталары, блогерҙар, ирекмәндәр, махсус хәрби операция яугирҙәре, уларҙың яҡындары һ.б. ҡатнашты. — Ислам дине, уның әҙәп-ҡанундары һәр мосолмандың күңеленә, ҡанына һалынған, — тине сығышында Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы рәйесе, Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаты Юлдаш Йосопов. — Динебеҙгә иғтибар бүлеү — халҡыбыҙҙың имен, иманлы киләсәген хәстәрләү ул. Ошондай күмәк кеше ҡатнашлығындағы сараларҙы даими уҙғарып киләбеҙ һәм, иншаллаһ, киләсәктә лә үткәрәсәкбеҙ. Ата-бабаларыбыҙ ҙа борон-борондан ҡорға йыйылып, күҙгә-күҙ ҡарашып һөйләшеүҙе өҫтөн күргән — берҙәмлектең, татыулыҡтың нигеҙе шунда. Юлдаш Мөхәммәт улы милли ойошма менән киң хеҙмәттәшлек алып барған ватандаштарыбыҙға, шул иҫәптән ошо ауыҙ асыу мәжлесенең бағыусыларына, МХО яугирҙәренә, хәрби госпиталдәргә ярҙам ойоштороуҙа булышлыҡ иткән ирекмәндәргә Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының Рәхмәт хаттарын тапшырҙы. Сараға махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар, ветерандар, яуҙағыларҙың ғаилә ағзалары ла саҡырылғайны. Уларға ифтарҙың бағыусылары әҙерләгән иҫтәлекле бүләктәр, сертификаттар бирелде. — Ауыҙ асыу мәжлесен ойошторған башҡорт ҡоролтайына, сараның бағыусыларына, мине бында саҡырған «Ватанды һаҡлаусылар» фонды филиалы етәксеһе Гөлнур Ҡолһаринаға ҙур рәхмәт, — тине яугир-ветерандарҙың береһе Флүр Ғарипов. — Мин Афғанстандағы локаль бәрелештәрҙә лә, МХО-ла ла ҡатнаштым. Хәрби хәрәкәттәр ветеранымын. МХО биләмәһендәге иптәштәребеҙ менән даими бәйләнештәбеҙ, уларға гуманитар ярҙам йыйып ебәреүҙе ойоштороп торабыҙ. Отпуск ялына ҡайтҡандарында ҡаршы алабыҙ, аҙаҡ бергәләп оҙатабыҙ. Үҙебеҙ ҙә, ветерандар булараҡ, республикабыҙҙа даими хәстәрлек тойоп йәшәйбеҙ. Әлеге ифтар — шуға тағы бер дәлил. МХО ветеранының һүҙҙәрен махсус хәрби операция яугире ҡатыны Розалиә Хисмәтуллина ла хупланы. Ул сараға балалары менән бергә килгәйне. — Ирем, «Хан» позывнойлы яугир, 2023 йылдан алып МХО биләмәһендә. Мин балаларыбыҙҙы яҡшы итеп тәрбиәләргә тырышам, шулай уҡ төрлө сараларҙа әүҙем ҡатнашам. Ирекмән булараҡ, бер нисә тапҡыр Донецк, Луганск өлкәләренә барып ҡайттым. МХО-лағы ир-егеттәребеҙгә хәлебеҙҙән килгәнсә ярҙам итәбеҙ, төрлө акциялар ойошторабыҙ, — тине Розалиә Әмин ҡыҙы. Өммәтте кемдәр күтәрә?Ауыҙ асҡас, диндәштәребеҙ Башҡортостан мосолмандары Диниә назараты рәйесе Айнур хәҙрәт Бирғәлин менән бергә аҡшам намаҙын уҡыны. «Өммәтебеҙ тәү сиратта иманлы ир-егеттәре менән көслө, — тине мөфтөй. — Әлеге сарала ла шуға шаһит булдыҡ: арабыҙҙа ураҙа тотҡан, йәмәғәт намаҙына баҫҡан көслө зат вәкилдәре йылдан-йыл арта, әл-хәмдү лил-ләһ. Аллаһ Тәғәләнең рәхмәте яуып торған изге айыбыҙҙа ҡылған ошондай ғәмәлдәребеҙ оло сауап алһын, киләсәкле булһын, артабан да бергәләп уртаҡ ниәттә эшләргә яҙһын, иншаллаһ». Сарала шулай уҡ Башҡортостан Башлығы ҡарамағындағы дәүләт-конфессия мөнәсәбәттәре буйынса совет рәйесе урынбаҫары Руслан Ҡарамышев, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитеты ағзаһы, Башҡортостан юлдаш телеканалының «Йома» тапшырыуы авторы Морат хәҙрәт Лоҡманов, Башҡортостандың күсемһеҙ мәҙәни мираҫ объекттарын һаҡлау һәм файҙаланыу буйынса ғилми-етештереү үҙәге директоры Данир Ғәйнуллин, «Аy Yola» төркөмө солисы, Башҡортостандың халыҡ артисы Ринат Рамаҙанов, М. Аҡмулла исемендәге БДПУ-ның башҡорт филологияһы факультеты деканы Ләйлә Хөсәйенова, «Бикбайман» заманса этник кейемдәр брендын булдырған Арыҫлан Бикбаев, республика амбассадоры, Көньяҡ Урал һуҡмағына нигеҙ һалған Рәйес Ғәбитов, «Ватанды һаҡлаусылар» фонды филиалы етәксеһе Гөлнур Ҡолһарина һәм башҡалар сығыш яһаны. «Сәрби» ательеһы етәксеһе, дизайнер Сәимә Хәсәнова иһә «Таң һылыуы» тигән коллекцияһын тәҡдим итте, кейем өлгөләрен этник матурлыҡ һәм талант төбәк конкурсы финалына сыҡҡан ҡыҙҙар күрһәтте. Ҡөрьән һүҙенең юғарылығына, «Урал батыр» ҡобайырының көсөнә инандырған бай йөкмәткеле сара, әл-хәмдү лил-ләһ, бик йәнле, йәмле булды, берҙәмлектең, бер-береңә, рухи ҡиммәттәреңә ҡарата хөрмәттең мөһимлеген йәнә бер ҡат тәҡрарланы, күңелдәрҙә иманлы киләсәккә ынтылышты көсәйтте. — Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы, ватандаштарыбыҙҙы бер ҡорға туплап, ауыҙ асыу мәжлесен инде икенсе йыл рәттән уҙғарҙы. Бындай сараларҙы, әлбиттә, хуплайбыҙ. Улар дин, йәмәғәт ойошмалары менән власть органдары араһындағы бәйләнеште тағы ла нығыта, ышаныслы «күпер» барлыҡҡа килтерә. Башҡорт ҡоролтайы ифтарҙарҙы артабан да үткәреп торор, был сара мосолман ҡәрҙәштәрҙең осрашыу, фекер алышыу, уртаҡ изге маҡсаттар ҡороу урынына әйләнер, тигән өмөттәмен.Руслан ҠАРАМЫШЕВ, Башҡортостан Башлығы ҡарамағындағы дәүләт-конфессия мөнәсәбәттәре буйынса совет рәйесе урынбаҫары: — Мин, һаулыҡ һаҡлау тармағы вәкиле, ураҙаның кеше организмы өсөн файҙаһын белгән кеше булараҡ, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы ойошторған ауыҙ асыу мәжлесенә бағыусылыҡ ярҙамы күрһәтеү эшенә ҙур теләк менән ҡушылдым. Рамаҙан тәнде генә түгел, йәнде лә дауалай, тимәк, бар яҡлап сәләмәтлеккә ынтылыш бирә. Ошондай изге айҙа мосолман ҡәрҙәштәребеҙ өсөн күпмелер файҙа күрһәтә алыуым менән бәхетлемен, әл-хәмдү лил-ләһ.Лилиә ТИМЕРБУЛАТОВА, эшҡыуар, сараның бағыусыһы: — Туғандар, ҡәрҙәштәр, теләктәштәр йыйылған табындың әһәмиәте борон-борондан юғары булған. Уның янында иң яуаплы, етди мәсьәләләр ҡаралған, ғаилә, өммәт, халыҡ мәнфәғәтендәге ҡарарҙар ҡабул ителгән. Мосолман ҡәрҙәштәребеҙҙе бергә туплаған әлеге ауыҙ асыу мәжлесе лә, иншаллаһ, берҙәмлегебеҙҙе нығытһын, динебеҙ үҫешенә ҡеүәт өҫтәһен.Азамат РАМАҘАНОВ, “Бәрәкәт” хәләл кафелар селтәре етәксеһе, сараның бағыусыһы: |