VIВКБЯңылыҡтарБашҡорт телеМәҙәниәтРәсәй башкорттарыБашҡорттар - донъяла Айыҡ ауылТарихВатандыһаҡлаусыларАтайсалБәйгеБашҡорт тарихы йылыФекерБашҡорт ырыуҙарыҠоролтай тауышыШайморатов вариҫтарыКалендарь ПроекттарВидеоРадий ХәбировБөйөк ЕңеүМәғариф Фольклор БР - 100 йылБелорет районыБөтә донъя башҡорттары ҡоролтайыЙәштәрЦифралы башҡортФән һәм мәғрифәт йылыБашҡорт мәҙәниәте һәм рухи мираҫ йылыИжади майҙанҠазанЕкатеринбургФольклориадаВладивостокБөрөАғиҙелЙәрмәкәйCтәрлебашБалтасӨфө районыҠариҙелПодкастыИталияБлаговар районыБашҡорт халҡының үҫеш стратегияһы ГранттарБорайМифтәхетдин АҡмуллаКейеҙ баҫыуӘхмәр ҮтәбайНурия ИҡсановаФәнГөлназ ЯҡуповаЭльвира МоталоваBashkort 2.0Тәтешле Башҡорт милли кейемеДинБашҡорттарҒәббәс ДәүләтшинӘлшәй районыБашҡортостан ҡатын-ҡыҙҙары берлегеУрал батырКанадаҺылыуҡайБашҡорт әҙәбиәтеБашҡорт биҙәүестәреМилли аш-һыуБашҡорт мәҙәниәте көндәреМишкә районыАҡбуҙатҠуштауЮлдыбайБейеүЙәйләүАуҙарышБелорецкТөркиәФедоровка районыМәләүезБизнесБуздәкАуырғазыСалауат районыМәсетлеТөньяҡ-көнсығыш башҡорттарыҠоролтай25ҠоролтайОнлайнБалаҡатайТөркмәнстанНефтекамаБабичСалауат ЮлаевБашҡорт теле көнөШүлгәнташБашВикиЙылайырБөрйәнҒафуриШаранҠыйғыВладимирКүгәрсенАлтайУдмурт РеспубликаһыМәләүезХәйбуллаХМАОИглинСалауатҠалтасыДүртөйлөСанкт-ПетербургИлешМәскәүӨфөТуризмКөйөргәҙеШишмәСаҡмағошДәүләкәнМиәкәМежгорьеБишбүләкТеатрСибайКүмертауУчалыБәләбәйЯңауылҺарытауСвердловск өлкәһеБаҡалыХалыҡ иҫәбен алыуПермьТуймазыИшембайБашҡорт балыОктябрьскийУраҙаҠурайҠымыҙБашҡорт атыМатуғатБлаговещенДыуанСпортАрхангелҮзбәкстанАсҡынСтәрлетамаҡҠырмыҫҡалыӘбйәлилИнтернетКушнаренкоНуриманКраснокамаБСТКоронавирусДиктантТөньяҡ амурҙарыТөньяҡ-көнбайыш башҡорттарыСиләбеЕйәнсураЫрымбурҠаҙағстанТатарстанТәбиғәтБаймаҡҺарытауБашҡорт теле йылыҠурғанҺамарДиалектРус телендәге материалдарИнтервьюФлэшмобШайморатовШәхесМәҡәләләр
Яңылыҡтар

“Пәйғәмбәр сәскәһемен”

5 часов назад

Башланғыс класс уҡытыусыһы ниндәй булырға тейеш? “Тап беҙҙең Роза Юлмөхәмәт ҡыҙы кеүек – белемле, йомшаҡ һүҙле, матур. Эшкә дәртләнеп, йүгереп килгән, ҡупшылығы менән һоҡландырған, ауылым тип янып йәшәгән... Баланың аҡ ҡағыҙҙай күңеленә изгелек һала алған, – тип яуап бирә был һорауға Архангел районының Тәүәкәс мәктәбе уҡытыусылары. – Ул әле лә, 80 йәштән үтһә лә, белем усағынан айырылмай – төрлө яҡлап ярҙам итә, кәңәш бирә, шиғырҙарын уҡып күңелде дауалай, йылы һүҙҙәре менән дәртләндереп, һөнәребеҙгә ҡарата һөйөүҙе баҙлатып ебәрә”.

Башҡортостандың атҡаҙанған уҡытыусыһы, гәзитебеҙҙең тоғро дуҫы, 82 йәшлек хеҙмәт ветераны Роза апай ҒӘББӘСОВА менән уның тормошо, эшмәкәрлеге хаҡында әңгәмә ҡорҙоҡ.

– Тәүәкәс ауылында күптәр – һеҙҙең уҡыусыларығыҙ. “Алтын һуҡмаҡ” башында йылмайып ҡаршы алды, етәкләп йөрөттө, һис ҡасан тауыш күтәрмәне, тип һаман да рәхмәтле улар. Күркәм сифаттарығыҙҙың тамыры, әлбиттә, ғаиләләлер?

– Әсәйем шундай булды. Егәрле, изгелекле, йомшаҡ күңелле, әммә талапсан ине. Уны, Өфө педагогия училищеһын тамамлаған йәш белгесте, 1941 йылда Архангел районының Айытмәмбәт ауылына уҡытыу эшенә ебәрәләр. Шунда әсәйем ижади күңелле, шиғыр яҙыуға, һүрәт төшөрөүгә оҫта атайым менән таныша. Йәштәр ҡауышып, оҙаҡ та үтмәй, ғаилә башлығын Алкинға хәрби әҙерлек үтеүгә алып китәләр. 1943 йылда иһә мин тыуғанмын. Был хаҡта хәбәр ителгәс, атайым бер көнгә генә ҡайтып, мулланан сабыйына исем ҡуштырып китә. “Роза булһын ҡыҙым, – ти. – Һоҡландырып, матурлыҡҡа әйҙәп йәшәһен”.

Һуңғы ҡайтыуы был атайымдың... Хәрби әҙерлектән һуң фронтҡа ебәрелеп, йәшләй генә һәләк була ул. Ҡыҫҡа ғына ғүмерле атайым һәм бәләкәй бала менән тол ҡалған әсәйем. Улар хаҡындағы шиғырҙарым йөрәк аша үткәрелеп, илай-илай яҙылған. Ижади күңел, матурлыҡҡа ынтылыу, бар донъяны, кешеләрҙе яратыу – күркәм сифаттарым, әлбиттә, атайым менән әсәйемдән.

– Һәм йәшәүгә ҙур ынтылыш. Һуғыш осоронда тыуған балаларҙың шул сифаты һәр саҡ һоҡландыра.

– Эйе, һынауҙарҙа тыуған һыҙат инде был. Мин дә, башҡа тиҫтерҙәрем кеүек үк, бәләкәй генә саҡтан хеҙмәткә егелеп үҫтем. Ҡул эштәренә әүәҫ булдым. Әсәйем бәйләүгә оҫта ине. Унан күреп, алты йәшемдә ошо эшкә өйрәндем. Шул осорҙа тегә лә башланым. Районыбыҙҙың Муллаҡай ауылында ҡарт өләсәйемдең һеңлеһе Фәтхиәнең “Зингер” машинаһы бар ине. Өйрәнгем килә, әммә ул: “Яҡын килмә, ҡурҡыныс”, – тип тыйып ҡуйған. Ә үҙе аҙна һайын баҙарға май һатырға китә торғайны. Шул арала машина янына ултырам да тегергә маташа башлайым. Ыҙалана торғас, барыбер өйрәнеп алдым бит!

– Түшәк кәрәк-ярағы тегеп бир әле, Фәтхиә апай, – тип аҡ материал тотоп инде бер мәл ике туған апайым.

– Ана Розаға ҡуш, – булды яуап. – Минән ҡаса-боҫа өйрәнеп алды бит инде.

Шулай тәүге ҙур тегеү эшемде башҡарҙым. Ул саҡта миңә алты ғына йәш булған...

– Ә мәктәптә нисек уҡынығыҙ?

– Әсәйем Әсмә Баһауетдин ҡыҙын редакцияға эшкә алыуҙары сәбәпле, беҙгә район үҙәгенә күсергә тура килгән. Шуға ла мине Архангелдәге рус мәктәбенә бирҙеләр. Һаман да иҫемдә: парта янына ултырҙым да илап ебәрҙем. Һис ни аңламайым, русса бер ауыҙ һүҙ белмәйем бит. Уҡытыусым эргәмә килде лә башымдан һыйпай. Уның “Роза, Роза...” тигәнен генә аңлайым, башҡаһын – юҡ.

Ни хәл итәһең, тора-бара өйрәнеп киттем. Яҡшы уҡыным. Әммә шуныһы: урта мәктәпте тамамлағанда башҡортса уҡый ҙа, яҙа ла белмәй инем. Һөйләшәм генә. Ә туған телеңде камил белеүҙең ни тиклем мөһим икәнен аңлайым. Шуға ла артабан Салауат педагогия училищеһының башҡорт төркөмөнә уҡырға индем. Уҡытыусым Әҡлимә Ғиләж ҡыҙын ғүмерҙә лә онотмаясаҡмын. Ул үҙе татар милләтенән булһа ла, башҡорт телен шул ҡәҙәр яратып өйрәтте. Инша яҙғанда һәр саҡ эпиграф итеп дүрт юллыҡ шиғыр ижад итә башланым. Мәктәптә русса уҡығанда ундай һәләтем юҡ ине бит! Туған телдең ҡөҙрәтен шунда аңланым. Эйе, Салауат педагогия училищеһының башҡорт төркөмө минең өсөн Аллаһ күрһәткән юл булды. Артабан шуның бәрәкәтен күреп йәшәнем.

– Һеҙҙе белем биреү тармағына яңылыҡ индергән педагог булараҡ беләләр. “Шиғырҙар менән уҡытам” тигән темаға республика, төбәк-ара кимәлдәге конференцияларҙа сығыш яһағанһығыҙ, китаптар сығарғанһығыҙ.

– Тәүәкәстә башланғыс кластарҙа уҡыта башлағас, һәр дәрескә әҙерләнгәндә башҡорт хәрефтәренә, өндәренә айырым шиғыр яҙыуҙы эш планыма индерҙем. Балаларға ошо алым ныҡ оҡшай ине. Хәрефте лә, өндө лә тиҙ генә өйрәнәләр, шиғырҙы йәһәт ятлап алалар. Йәнә кластан тыш эштәр өсөн дә шиғырҙар яҙҙым. Урыҫ әкиәттәренең байтағын башҡортсаға тәржемә иттем. Ошо эштәремдең һөҙөмтәһенән сығып, Архангел районы башланғыс класс уҡытыусыларының методик берләшмәһе етәксеһе лә булараҡ, “Шиғырҙар менән уҡытам” тигән темаға төрлө кимәлдәге конференцияларҙа, секция ултырыштарында даими сығыш яһай торғайным. Шиғырҙарым дәреслектәргә лә инде. Улар буйынса уҡытҡан педагогтар мине асыҡ дәрестәргә лә саҡыра ине. Әйткәндәй, башҡорт хәрефтәренә, өндәренә арнап яҙған шиғырҙарым аҙаҡ туғыҙ китапта баҫылып сыҡты.

Дөрләп янған усаҡтай ялҡынлы булды ижади хеҙмәтем. Мәктәпкә атлап түгел, йүгереп барыр инем. Уҡыусыларым араһынан күптәр минең юлды дауам итеп, башҡорт теле һәм әҙәбиәте йүнәлеше буйынса юғары уҡыу йорттарына инде. Үҙҙәренең программаларын төҙөп, гранттар алып эшләйҙәр. Ғорурланам, һәр береһенә уңыштар теләйем.

– Ирегеҙ Зөфәир Ихсан улын, эшен мөкиббән яратҡан педагог, тәжрибәле етәксе булды, тип хөрмәтләп иҫкә алалар.

– Ғәжәп ипле, зыялы шәхес ине ул. Ауылыбыҙҙа мәктәп директоры булды. Уҡыусыларға “икеле” ҡуйғанды яратманы. “Бала насар баһа алған, тимәк, уҡытыусы үҙе эшләп еткермәгән”, тип ғәҙел ҡарар сығарыр ине. Уҡытыусыларға һис ҡасан ҡысҡырманы, әммә үтә талапсан булды. Тәүәкәстәге әлеге мәктәпте төҙөтөү эшендә башлап йөрөнө. Белем биреү өсөн барлыҡ шарттарҙы тыуҙырырға тырышты, үҙенән алда ауылдаштарын уйланы. Ысын етәксе, педагог булды.

Бына, күрәһегеҙ, бүлмәмдә үткәндәрҙән күпме иҫтәлек: фотоһүрәттәр, гәзит-журналдар, дәрес өсөн күргәҙмә материалдар... Барыһы ла ирем менән бергә үткән ғүмер юлыбыҙҙың, педагогик хеҙмәтебеҙҙең йылы иҫтәлеге. Туғандар килһә, бүлмәмде музей менән сағыштыра. Әйткәндәй, әсәйем яңынан кейәүгә сыҡты, ике һеңлем, ике ҡустым бар. Уларҙың ғаиләләре, балалары менән татыу ғүмер итәбеҙ. Улым Айрат һәм киленем Гөлнара мине шул ҡәҙәр яҡшы ҡарай, Аллаға шөкөр. Хәстәрлеккә күмелеп йәшәйем. Киленем үҙем кеүек әүҙем, өлгөр, ауыл китапханасыһы булараҡ, халыҡ мәнфәғәтендә бихисап эштәр атҡара, махсус хәрби операция яугирҙәренә ярҙамға күп хеҙмәт һала. Улым Айрат иһә гуманитар ылау менән биш тапҡыр МХО биләмәһенә барып ҡайтты.

– Һеҙ – Тәүәкәстә Ағинәйҙәр ҡорон, “Ынйылар” ансамблен ойоштороусы ла. Башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары ойошмаһының әүҙем ағзаһы булғанһығыҙ.

– Эйе, оҙаҡ йылдар башҡарған ошо һәм башҡа йәмәғәт эштәрем өсөн күптән түгел Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының “Ал да нур сәс халҡыңа!” миҙалы менән дә бүләкләнеләр. Районыбыҙҙа мин башлаған төрлө милли саралар уңышлы дауам итә. Мәҫәлән, яңыраҡ Ҡыҫынты ауылында “Ҡорама байрамы” үтте, күргәҙмәгә минең ҡул эштәремде лә алдылар, шиғырҙарымды уҡынылар.

Әйткәндәй, китаптарым хәҙер 12-гә етте. Уларҙың береһе атайыма – йәшләй генә Бөйөк Ватан һуғышында һәләк булған яугиргә бағышланған. 82 куплеттан торған поэмам бар. Ул Ватанын һаҡлаған һалдаттарға арнала. Ижад емештәремде осрашыуҙарҙа һөйләйем, айырыуса йәш быуын аңына еткерергә тырышам – тыныслыҡтың, татыулыҡтың ҡәҙерен белегеҙ тип өндәйем.

Исемемә килгәндә... Бер мәл Мәскәүҙә сыҡҡан дини журнал ҡулыма килеп эләкте. Уҡыһам, баҡһаң, мосолман әҙәбиәтендә олуғ Мөхәммәт ғәләйһис-сәләмде рауза менән сағыштырғандар икән. Пәйғәмбәр сәскәһемен дәһә! Яугир атайым исемде белмәй ҡушмаған!

Айрат Нурмөхәмәтов фотоһы.

Архангел районы.

Дилбәр Ишморатова.
Уртаҡлашыу