|
|
Яңылыҡтар
Түбәнге Ташбүкән "Бәйге"гә йыйҙыБашҡорттарҙа борондан ат сабыштары, билбау көрәше, уҡ атыу һәм башҡа милли спорт төрҙәре ысын ир-егеттәр өсөн лайыҡлы шөғөл һаналған, ҡатын-ҡыҙҙар ҙа үҙен мәргәнлектә һынаған. 2020 йылда традицион спорт төрҙәрен популярлаштырыу маҡсатында башҡорт халыҡ ярыштарының мөһим, киң таралған төрҙәренең исемлеге булдырылды һәм уға “Бәйге” башҡорт күпбәйгеһе тигән исем бирелде. Атлеттарҙың хәүефһеҙлеге, еңеүселәрҙе билдәләүҙең берҙәм ҡағиҙәләре, снарядтарҙың бер төрлөлөгө һәм улар менән шөғөлләнергә теләүселәрҙең күплеге – ошо шарттар күпбәйгегә киң популярлыҡ яуларға булышлыҡ итте. Ярыштарҙың бер нисә төрө “Бәйге”нең нигеҙен билдәләй: суҡмар ырғытыу, таяҡ тартыу, “тарт-эт”, тартыш, арҡан тартыу, уҡ атыу, бүрәнә ауҙарыу һәм башҡалар. Үткән шаршамбы Ғафури районының Түбәнге Ташбүкән ауылында, “Айыҡ ауыл” конкурсына ярашлы, Ҡышҡы ғаилә уйындары барышында үткәрелгән “Бәйге” һәм “Башҡорт күпбәйгеһе” ярыштарында Ғафури районы ауылдарынан ғына түгел, күрше райондарҙан да ҡатнашыусылар булды. Сараның маҡсаты сәләмәт тормошто пропагандалау, популярлаштырыу һәм үҫтереү, оҫталыҡты арттырыу, көслө спортсыларҙы асыҡлау, йәштәрҙе спорттың милли төрөнә йәлеп итеү ине. Әйткәндәй, Ғафури районының Ташбүкән ауыл биләмәһенә Түбәнге Ташбүкән, Үрге Ташбүкән һәм Ҡурғашлы ауылдары ҡарай. Ауыл биләмәһенә Илдар Моғаттар улы Ҡотов етәкселек итә. – Үткән йылдар ауыл биләмәһе өсөн бик һөйөнөслө булды, беҙгә газ үткәрелде. Телевышканың ҡуйылыуы, мобиль бәйләнештең булдырылыуы ла ҡыуаныслы күренешкә әүерелде, – тип матур яңылыҡтар тураһында һөйләне Илдар Моғаттар улы. Түбәнге Ташбүкән ауылы “Айыҡ ауыл” республика конкурсының район этабында еңеү яуланы һәм республика кимәленә сыҡты. Шуныһы үҙенсәлекле: Түбәнге Ташбүкән ауылы хакимиәтенә ҡараған Ҡурғашлы мәктәбендә хаҡлы ялдағы осоусы Салауат Мөхәмәтйәнов тарафынан “Салауат – АВИА” аэроклубы асылды. Ул Ғафури районы ДОСААФ-ының бүлексәһе булып тора. Бының өсөн өс бүлмә файҙаланыуға тапшырылған. Йәш быуын вәкилдәренә илһөйәрлекте тәрбиәләү, төрлө осоу аппараттары, шул иҫәптән дрондар менән таныштырыу эше яйға һалынған. Аэроклуб ике мотодельтаплан, ике урынлы самолет менән тулыланған. Үрке Ташбүкән ауылы эргәһендә 400 метр оҙонлоғондағы осоу һыҙаты барлыҡҡа килгән, ангар төҙөлгән, осоуҙарҙы ойоштороу, туристарҙы йәлеп итеү өсөн туристик база булдырыу менән шөғөлләнәләр. Түбәнге Ташбүкән ауылы һуңғы йылдарҙа социаль әһәмиәтле төрлө проекттарҙа әүҙем ҡатнаша һәм еңеүгә өлгәшә. 2024 йыл аҙағында ғына Ташбүкән ауыл биләмәһен үҫтереүгә булышлыҡ итеүсе коммерцияға ҡарамаған “Роза һәм Ко” фондының сираттағы проекты (етәксеһе Роза Кәримова) нигеҙендә элекке мәктәп бинаһына капиталь ремонт эшләнеп, өр-яңы төҫ алған мәҙәниәт усағы асылғайны. Урмандар төбәгендә төйәкләнгән был ауылдар оҫталары менән дан яулаған. Элек-электән умартасылар, балта оҫталары, ҡул оҫталары булған был биләмәлә татыу ғаиләләр, уңған кешеләр йәшәй. Ятып ҡалғансы – атып ҡал! Ҡунаҡтарҙы түбәнге ташбүкәндәр сағыу милли кейемдә, йыр-бейеүҙәр менән ҡаршыланы. Сарала ҡатнашыусыларҙы Ғафури районы хакимиәте башлығының социаль мәсьәләләр буйынса урынбаҫары Гүзәл Байдәүләтова, Ғафури районының башҡорттар ҡоролтайы рәйесе Фаил Зәйнетдинов, “Ағиҙел” журналының баш мөхәррире, Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы Мөнир Ҡунафин, “Йәшлек” гәзитенең баш мөхәррире, Башҡортостандың атҡаҙанған матбуғат һәм киң мәғлүмәт хеҙмәткәре Артур Дәүләтбәков һәм башҡалар сәләмләне. – Бөгөнгө сара “Айыҡ ауыл 2025-2026” республика конкурсына ярашлы үтә. Түбәнге Ташбүкән ауылы, 16 ауыл биләмәһе араһында район этабында еңеп, республика кимәленә үтте. Түбәнге Ташбүкән ауылы тарихи документтарҙа 1795 йылда 39 хужалыҡтан һәм 251 кешенән торған ауыл булараҡ теркәлгән, – тип һөйләне Ғафури районы хакимиәте башлғының социаль мәсьәләләр буйынса урынбаҫары Гүзәл Байдәүләтова. – Әлеге көндә ауылда 140 кеше йәшәй. Ауылда мәҙәниәт йорто, фельдшер-акушерлыҡ пункты эшләй. Махсус хәрби операцияла бөгөн ике кеше хеҙмәт итә: Ғәлим Ҡәдир улы Ҡот Мөхәмәт һәм Айҙар Булат улы Ғилманов. Ауыл халҡы яугирҙәребеҙгә гуманитар ярҙам күрһәтеүҙә бик әүҙем. 2026 йыл Рәсәйҙә – Халыҡтар берҙәмлеге йылы, ә Башҡортостанда Ҙур һәм татыу ғаилә йылы тип иғлан ителде. Түбәнге Ташбүкән ауылы ла берҙәм, татыу ғаиләләре, оҫталары менән дан тота. Быйылғы “Айыҡ ауыл” конкурсында ташбүкәндәрҙең еңеп сығыуҙарын теләйем! Алыҫ араларҙы яҡын итеп беҙҙең бәйгене күтәреп алып ҡатнашыусы башҡа райондарҙан килеүселәргә оло рәхмәтемде белдерәм. Байрамыбыҙ мөбәрәк булһын! Мәртәбәле ҡунаҡтар сығыш яһағандан һуң, Ҡышҡы уйындарға старт бирелде, унда республикабыҙ райондарынан да вәкилдәр булды. Артабан сарала ҡатнашыусылар бәйгеләр үтәсәк майҙанға йүнәлде. Унда командаларҙы көс-ғәйрәт кенә түгел, етеҙлек, ныҡышмалылыҡ, сәмселлек талап иткән етди һынауҙар, әүәл-әүәлдән төрлө ырыу батырҙары араһында үткән бәйгеләрҙә булған ярыштар көтә ине. Спорт – ул үҙенә күрә сәнғәт, юғары мәҙәниәт. Уның өсөн талант та, тырышлыҡ та, яратыу ҙа, күңел һалыу ҙа кәрәк. Тағы спорт командала эшләргә, бер-береңде күтәрергә, ҡеүәтләргә, йыуатырға өйрәтә. Ошоларҙың барыһы ла тағы бер тапҡыр Ғафури районында раҫланды. Әлбиттә, һәр бәйгенең еңеүсеһе, алдынғы урындарҙы биләүселәре була. Ғаилә уйындарында беренсе урынды – Ғафури районынан Рәхимовтар, икенсе урынды – Стәрлетамаҡ районынан Нурмөхәмәтовтар, өсөнсө урынды Архангел районынан Исламғоловтар яуланы. Ауырғазы районынан Ибәтуллиндар “Еңеүгә ихтыяр көсө” номинацияһында иң яҡшыһы тип билдәләнде, Ишембай районынан Үзбәковтар “Ижади ғаилә” номинацияһында иң яҡшыһы тип танылды. Иң мөһиме – Түбәнге Ташбүкәндә үткәрелгән бәйгеләр йәнә бер тапҡыр халҡыбыҙҙың берҙәмлеген, дуҫлығын һәм, әлбиттә, рух ныҡлығын күрһәтте. Әлфиә Вәлиева фотолары. Ғафури районы. |