VIВКБЯңылыҡтарБашҡорт телеМәҙәниәтРәсәй башкорттарыБашҡорттар - донъяла Башҡорт Ғаиләһе ЙылыАйыҡ ауылТарихВатандыһаҡлаусыларАтайсалФекерБашҡорт ырыуҙарыҠоролтай тауышыШайморатов вариҫтарыКалендарь ПроекттарВидеоРадий ХәбировБөйөк ЕңеүМәғариф Фольклор БР - 100 йылБелорет районыБөтә донъя башҡорттары ҡоролтайыЙәштәрЦифралы башҡортБәйгеФән һәм мәғрифәт йылыБашҡорт мәҙәниәте һәм рухи мираҫ йылыИжади майҙанҠазанЕкатеринбургФольклориадаВладивостокБөрөАғиҙелЙәрмәкәйCтәрлебашБалтасӨфө районыҠариҙелПодкастыИталияБлаговар районыБашҡорт халҡының үҫеш стратегияһы ГранттарБорайБашҡорт тарихы йылыМифтәхетдин АҡмуллаКейеҙ баҫыуӘхмәр ҮтәбайНурия ИҡсановаФәнГөлназ ЯҡуповаЭльвира МоталоваBashkort 2.0Тәтешле Башҡорт милли кейемеДинБашҡорттарҒәббәс ДәүләтшинӘлшәй районыБашҡортостан ҡатын-ҡыҙҙары берлегеУрал батырКанадаҺылыуҡайБашҡорт әҙәбиәтеБашҡорт биҙәүестәреМилли аш-һыуБашҡорт мәҙәниәте көндәреМишкә районыАҡбуҙатҠуштауЮлдыбайБейеүЙәйләүАуҙарышБелорецкТөркиәФедоровка районыМәләүезБизнесБуздәкАуырғазыСалауат районыМәсетлеТөньяҡ-көнсығыш башҡорттарыҠоролтай25ҠоролтайОнлайнБалаҡатайТөркмәнстанНефтекамаБабичСалауат ЮлаевБашҡорт теле көнөШүлгәнташБашВикиЙылайырБөрйәнҒафуриШаранҠыйғыВладимирКүгәрсенАлтайУдмурт РеспубликаһыМәләүезХәйбуллаХМАОИглинСалауатҠалтасыДүртөйлөСанкт-ПетербургИлешМәскәүӨфөТуризмКөйөргәҙеШишмәСаҡмағошДәүләкәнМиәкәМежгорьеБишбүләкТеатрСибайКүмертауУчалыБәләбәйЯңауылҺарытауСвердловск өлкәһеБаҡалыХалыҡ иҫәбен алыуПермьТуймазыИшембайБашҡорт балыОктябрьскийУраҙаҠурайҠымыҙБашҡорт атыМатуғатБлаговещенДыуанСпортАрхангелҮзбәкстанАсҡынСтәрлетамаҡҠырмыҫҡалыӘбйәлилИнтернетКушнаренкоНуриманКраснокамаБСТКоронавирусДиктантТөньяҡ амурҙарыТөньяҡ-көнбайыш башҡорттарыСиләбеЕйәнсураЫрымбурҠаҙағстанТатарстанТәбиғәтБаймаҡҺарытауБашҡорт теле йылыҠурғанҺамарДиалектРус телендәге материалдарИнтервьюФлэшмобШайморатовШәхесМәҡәләләр
Яңылыҡтар

Ауылды йәнләндергән йола

2 месяца назад

Ошо көндәрҙә Шишмә районы Түбәнге Хәжәт ауылында «Әүҙем оҙон ғүмерлелек» проекты буйынса 50 йәште уҙған ҡатын-ҡыҙҙар араһында быймалағы хоккей уйыны ойошторолдо.
Әйтергә кәрәк, был сара күптән йолаға әүерелгән. Тәүге йылдарҙа ауыл ҡатын-ҡыҙҙары үҙ-ара ғына ярышһа, артабан уларға тирә-яҡ ауылдар командалары ҡушылды, был иһә сараға йәнлелек һәм сәм өҫтәп ебәрҙе. Йылдан-йыл командалар һаны арта, уйынсыларҙың кейем-ҡорамалдары ла шартына еткерелә, уйнау кимәле үҙгәрә бара.
Быйыл да әүҙем ҡатын-ҡыҙҙар боҙ майҙанына йыйылды: Шишмә ҡасабаһынан, Дурас, Әмин ,Түбәнге Хәжәт ауылдарынан һәм райондың журналистар йыйылма командалары килгәйне.

Уйын бик сәмле барҙы. Ярыштың тәүге осоронда уҡ Шишмә командаһы уйынсылары ентекле әҙерлеге, уйнау ысулы менән айырылып торҙо, ысын мәғәнәһендә командалы уйын күрһәтте. Етеҙлек менән елдереп кенә уйнаны улар. Тура пас бирә белеү, шайбаны оҫта йөрөтөп, еңел генә ҡапҡаға гол индерү менән улар иғтибарҙы йәлеп итте, ҡаршы командаларҙың сәменә лә тейҙе. Тырышлыҡтары бушҡа китмәне — улар беренселекте берәүгә лә бирмәне. Түбәнге Хәжәттәр ҙә бирешмәне — тырышып уйнаны, икенсе урынға сыҡты, Дурас биләмәһе өсөнсө урын алды.
Командаларға I, II, III дәрәжәле дипломдар Йәмәғәт палатаһы етәксеһе Энже Әхмәдуллина тапшырҙы.
Мең ырыуы башлығы Әхнәф Тимербулатов та халыҡ менән бергә булды, сараның мөһимлеген билдәләп, ағинәйҙәр хәрәкәтендә әүҙем ҡатнашыусыларға рәхмәт хаттары һәм ҡиммәтле бүләктәр тапшырҙы.
Халҡыбыҙҙың рухи бағаналарын — ғөрөф-ғәҙәттәребеҙҙе, йолаларыбыҙҙы тергеҙеп, киләсәк быуынға тапшырыуҙы изге бурыс тип иҫәпләй был күркәм сарала ҡатнашыусылар.
Призлы урын алған өс командаға кубоктар, дипломдар һәм бүләктәр тапшырылды. Бәйгелә ҡатнашҡан башҡа хоккейсылар ҙа иғтибарһыҙ ҡалманы.

Сараны ойоштороу инициаторы – Мең ырыуҙары Советының йәштәр эше һәм спорт уйындары ойоштороу комиссияһы рәйесе, әүҙем йәмәғәт эшмәкәре Әнисә Мостафа ҡыҙы Әлмөхәмәтова. Уның тырышлығы менән был сара Республика Башлығы гранты иҫәбенә уҙғарылды. Шулай уҡ бәйгене ойоштороуҙа Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы, Мең ырыуҙары Советы, Шишмә районы башҡорттары ҡоролтайы, Шишмә районы хакимиәте һәм Шишмә ҡасабаһы әүҙем ярҙам күрһәтте.


Бәйгелә ҡатнашыусылар һәм ҡунаҡтар ойоштороусыларға матур һәм рухи яктан берләштереүгә йүнәлтелгән сараны ойошторған өсөн ҙур рәхмәт әйтте һәм уңыштар теләне.

Уртаҡлашыу