|
|
Яңылыҡтар
Төньяҡ-көнбайыш башҡорттары үҙ асылын һаҡлай«Ҡыҙ кеше ҡурсаҡ уйнап үҫһә, ғүмер буйы ҡурсаулы була. Күңелгә бәләкәйҙән һалынған һөйөү, наҙ яҡшылыҡҡа, матурлыҡҡа ынтылдырып йәшәтә», — ти ҡул эштәре оҫтаһы, Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Әнисә Саттарова. Асҡын ҡыҙы мәктәптә уҡығанда ҡурсаҡ түңәрәгендә ҙур теләк менән шөғөлләнә. Ошо ҡул эштәрен файҙаланып, төрлө спектаклдәр ҙә ҡуялар. — Хаҡлы ялға сығып, һаулығыма бәйле өйҙә ултырғанда бала сағым йыш иҫемә төшә башланы. Ҡул эшемде алып ҡайтып, етеле шәм яҡтыһында тегеп ултырған мәлдәрем... Ниндәй ҙур теләк, ынтылыш, күңел ҡәнәғәтлеге! Ошо тойғолар миңә әле лә кәрәк! Шундай уйҙар менән тағы ла энәгә тотондом, — ти бөгөн 76 йәшлек Әнисә Ғәлим ҡыҙы. Асҡын ҡыҙы Илеш егетенә кейәүгә сығып, яҙмышын Үрге Йәркәй менән бәйләгән, ике ул үҫтергәндәр. Ғүмер буйы китапханала эшләп, ғилем таратҡан Әнисә Ғәлим ҡыҙы. Хаҡлы ялға сыҡҡас, 2014 йылдан алып ижад «ҡаҙанында» ҡайнай — күңелдәргә матурлыҡ, рух өләшә. — Өлкәнәйгәс теккән тәүге ҡурсаҡтарым — ете башҡорт ырыуы ҡыҙҙары, — ти Әнисә апай. — Һәр береһендә — айырым милли үҙенсәлек, һыҙат, холоҡ, тәрбиә. Унан «Урал батыр» эпосындағы образдарҙы һынландырып, төрлө ҡурсаҡтар эшләнем. Был йәһәттән республикала юл ярыусыларҙың береһе булдым. Әле бына «Урал» менән "Шүлгән«де алып килгәнмен. Эпос образдарын сағылдырған ҡурсаҡтар циклы хаҡында видеояҙма ла эшләнгән. Хәҙер «Ай йола» төркөмөн дә ҡушып, уларҙың көйөн өҫтәп, яңы видео төшөрөү уйым бар — ейәнсәрем ярҙам итәм тине. Әнисә Ғәлим ҡыҙы, төньяҡ-көнбайыш башҡорто булараҡ, ошо төбәк халҡының милли асылын сағылдырған ҡурсаҡтар ҙа тегә. «Балаларыңдың уңыштары үҙеңдекенән ҡәҙерлерәк була бит: ейәнсәремдең ҡашмау һәм хәситә эшләп, район олимпиадаһында беренсе урын яулауы өсөн шул ҡәҙәр һөйөндөм. Милли шөғөлөм дауам итә, Аллаға шөкөр», — ти оҫтабикә. Һоҡланғыс ҡул эштәре менән республика кимәлендәге барлыҡ сараларҙа ла тиерлек әүҙем ҡатнаша, сағыу еңеүҙәр яулай, «Тамға» фестиваленең бер биҙәге Әнисә апай Саттарова. Бала сағындағы шөғөлө уны киң танытып, әле лә ҙур маҡсаттар менән йәшәтә, тарихҡа «сумдырып», киләсәккә яҡты хыялдар ҡорҙора. Фотоларҙа: 1. «Милли ҡиммәттәребеҙ ижадҡа илһамландыра», — ти Әнисә Саттарова. 2. «Урал батыр». 3. Төньяҡ-көнбайыштағы башҡорт ҡыҙҙары өлгөләре. Айрат Нурмөхәмәтов фотолары.
Илеш районы. |