VIВКБЯңылыҡтарБашҡорт телеМәҙәниәтРәсәй башкорттарыБашҡорттар - донъяла Айыҡ ауылТарихВатандыһаҡлаусыларАтайсалБәйгеБашҡорт тарихы йылыФекерБашҡорт ырыуҙарыҠоролтай тауышыШайморатов вариҫтарыКалендарь ПроекттарВидеоРадий ХәбировБөйөк ЕңеүМәғариф Фольклор БР - 100 йылБелорет районыБөтә донъя башҡорттары ҡоролтайыЙәштәрЦифралы башҡортФән һәм мәғрифәт йылыБашҡорт мәҙәниәте һәм рухи мираҫ йылыИжади майҙанҠазанЕкатеринбургФольклориадаВладивостокБөрөАғиҙелЙәрмәкәйCтәрлебашБалтасӨфө районыҠариҙелПодкастыИталияБлаговар районыБашҡорт халҡының үҫеш стратегияһы ГранттарБорайМифтәхетдин АҡмуллаКейеҙ баҫыуӘхмәр ҮтәбайНурия ИҡсановаФәнГөлназ ЯҡуповаЭльвира МоталоваBashkort 2.0Тәтешле Башҡорт милли кейемеДинБашҡорттарҒәббәс ДәүләтшинӘлшәй районыБашҡортостан ҡатын-ҡыҙҙары берлегеУрал батырКанадаҺылыуҡайБашҡорт әҙәбиәтеБашҡорт биҙәүестәреМилли аш-һыуБашҡорт мәҙәниәте көндәреМишкә районыАҡбуҙатҠуштауЮлдыбайБейеүЙәйләүАуҙарышБелорецкТөркиәФедоровка районыМәләүезБизнесБуздәкАуырғазыСалауат районыМәсетлеТөньяҡ-көнсығыш башҡорттарыҠоролтай25ҠоролтайОнлайнБалаҡатайТөркмәнстанНефтекамаБабичСалауат ЮлаевБашҡорт теле көнөШүлгәнташБашВикиЙылайырБөрйәнҒафуриШаранҠыйғыВладимирКүгәрсенАлтайУдмурт РеспубликаһыМәләүезХәйбуллаХМАОИглинСалауатҠалтасыДүртөйлөСанкт-ПетербургИлешМәскәүӨфөТуризмКөйөргәҙеШишмәСаҡмағошДәүләкәнМиәкәМежгорьеБишбүләкТеатрСибайКүмертауУчалыБәләбәйЯңауылҺарытауСвердловск өлкәһеБаҡалыХалыҡ иҫәбен алыуПермьТуймазыИшембайБашҡорт балыОктябрьскийУраҙаҠурайҠымыҙБашҡорт атыМатуғатБлаговещенДыуанСпортАрхангелҮзбәкстанАсҡынСтәрлетамаҡҠырмыҫҡалыӘбйәлилИнтернетКушнаренкоНуриманКраснокамаБСТКоронавирусДиктантТөньяҡ амурҙарыТөньяҡ-көнбайыш башҡорттарыСиләбеЕйәнсураЫрымбурҠаҙағстанТатарстанТәбиғәтБаймаҡҺарытауБашҡорт теле йылыҠурғанҺамарДиалектРус телендәге материалдарИнтервьюФлэшмобШайморатовШәхесМәҡәләләр
Яңылыҡтар

Ышаныс менән алға барабыҙ!

26 ноябрь, 16:08

Ошо көндәрҙә Мәсетле районында «Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы» халыҡ-ара йәмәғәт берекмәләре берлегенең 30 йыллығы арналған мәртәбәле сара үтте.

Тарихтан билдәле булыуынса, 1995 йылдың июнендә Өфөлә «Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы» йәмәғәт ойошмаһының I съезы үтә. Ошо датанан башлап бөгөнгө Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы хәрәкәтенең йылъяҙмаһы башлана. Был өс тиҫтә йыл республикабыҙ һәм Мәсетле районы өсөн туған телде, милли мәҙәниәтте, ғөрөф-ғәҙәттәрҙе, йолаларҙы һәм башҡа матди һәм рухи байлыҡты һаҡлауҙа һәм үҫтереүҙә ҙур әһәмиәткә эйә.

Милләт киләсәген хәстәрләп

Район мәҙәниәт йортонда халҡыбыҙҙың киләсәгенә битараф булмаған, үҙенең хеҙмәте менән уның үҫешенә өлөш индергән иң әүҙем замандаштарыбыҙ йыйылды. Сараны асыу тантанаһы башҡорт халҡының «Урал» милли гимны менән башланды. Мәсетле районы хакимиәте башлығы Әнис Әсәҙуллин сығышында район башҡорттары ҡоролтайы эшмәкәрлегенә тос өлөш индергән шәхестәргә рәхмәт белдерҙе. Районда халыҡтың мәҙәниәтен үҫтереүгә йүнәлтелгән маҡсатлы программаларҙың уңышлы ойошторолоуы, ауылдарыбыҙҙа йәшәгән халыҡтарҙың милли йолаларын һаҡлауға, тергеҙеүгә булышлыҡ итеүен билдәләне. Башҡорт халыҡының милли мәҙәниәтен байытыуға, телен үҫтереүгә һәм рухын нығытыуға лайыҡлы өлөш индереүселәргә район хакимиәте, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының, район башҡорттары ҡоролтайының Маҡтау грамоталары тапшырылды. Мәсетле районы ҡоролтайы аҡһаҡалы, район мөхтәсибәтенең йәмәғәтселек менән эшләү буйынса ярҙамсыһы Зәкирйән Ғатауллин, донъяның виртуоз ҡумыҙсыһы, Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы, атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре һәм Шәйехзада Бабич исемендәге йәштәр дәүләт премияһы лауреаты Миңлеғәфүр Зәйнетдинов, Мәсетле районы хакимиәтенең эштәр идарасыһы Анфиса Ишмөхәмәтова, «Урал» телестудияһы директоры, Мәсетле районы башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты рәйесе Зәлифә Ғәлиуллина, Үҙәк район китапханаһы уҡыу залының баш китапханасыһы Гүзәл Хәйретдинова, мәғариф бүлеге туған телдәр буйынса методисы Венера Шафиҡова, «Урал» телестудияһы мөдире Рита Вәлиева, Яңы Мишәр ауыл биләмәһе башлығы Баймөхәмәт Ғүмәров, районы хакимиәтенең йәштәр сәйәсәте һәм спорт секторы мөдире Марат Ханнанов, Ҡорғат ауылы китапханасыһы Әлмирә Мәүликәева, «Айша» хәйриә йорто етәксеһе Ольга Зәбихуллина лайыҡлы баһаһын алды.

Башҡорт халҡының мәҙәниәтен, телен, йолаларын һаҡлау һәм үҫтереүгә тос өлөш индергәндәре өсөн Мәсетле районы хакимиәте башлығы Әнис Әсәҙуллин менән Дыуан-Мәсетле ауылы «Ағинәйҙәр» ойошмаһы етәксеһе Гөлназ Әхмәтханова «Ал да нур сәс халҡыңа» миҙалы менән бүләкләнде. Сарала Мәсетле районы башҡорттары ҡоролтайы рәйесе Зәлифә Ғәлиуллина һуңғы йылдарҙа башҡарылған эштәргә йомғаҡ яһаны һәм киләсәккә пландар менән уртаҡлашты.

Мәғрифәтселек юлында

Ошо урында райондағы ҡоролтай хәрәкәтенә йән өрөүсе, уның эшен һөҙөмтәле итеүгә тос өлөш индереүсе кешеләр хаҡында аныҡлабыраҡ әйтеп үтергә теләк бар. Шундай шәхестәрҙең береһе — Зәкирйән Ғатауллин.

Яҡташыбыҙ 1960 йылда Ләмәҙтамаҡ ауылында тыуған. Күмертау педагогия училищеһының физик тәрбиә бүлеген, Башҡортостан ауыл хужалығы институтының иҡтисад факультетын, Башҡортостан дәүләт хеҙмәте һәм идара итеү академияһын (юриспруденция), Ҡазандың «Мөхәммәҙиә» мәҙрәсәһен (имам-хатип, Ислам нигеҙҙәре уҡытыусыһы) тамамлаған.

Ләмәҙтамаҡ мәктәбендә уҡытыусы һәм тренер, шулай уҡ Ҡатай-Иванов һәм Дыуан район-ара һалым полицияһы бүлектәрендә әйҙәүсе белгес булып эшләгән. 14 йыл дауамында, хаҡлы ялға сыҡҡансы, Башҡортостан Республикаһы Ер һәм мөлкәт мөнәсәбәттәре министрлығының Мәсетле районы буйынса милек менән идара итеү комитетын етәкләгән. Шулай уҡ Өфө эшҡыуарлыҡ һәм хоҡуҡ техникумының Оло Ыҡтамаҡ филиалында уҡытҡан.

2007 — 2013 йылдарҙа Зәкирйән Шәкирйән улы Мәсетле районы башҡорттары ҡоролтайы рәйесе булараҡ, халҡының милли мәҙәниәтен, телен һәм рухи мираҫын һаҡлау һәм үҫтереү өсөн күп эштәр башҡарҙы. Бөгөн дә төбәк халҡы араһында дин нигеҙҙәрен өйрәнеү буйынса мәғрифәтселек эшмәкәрлеге алып бара.
Уның хеҙмәт һәм йәмәғәт эшмәкәрлеге Рәсәй Һалым полицияһы департаментының Почет грамотаһы, «Башҡортостан Республикаһының барлыҡҡа килеүенә — 100 йыл» юбилей миҙалы, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитетының Рәхмәт хаты менән билдәләнгән.

Донъя тотҡаһы булған ҡатындарҙан

Дыуан-Мәсетле ауылы «Ағинәйҙәр» ойошмаһы етәксеһе Гөлназ Әхмәтханова Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының юғары наградаһына — «Ал да нур сәс халҡыңа» миҙалына лайыҡ булды, тип үрҙә телгә алғайныҡ.

Гөлназ Фәрүәз ҡыҙы тыумышы менән Йыланыш ауылынан. Мәктәпте тамамлағас, Мәсәғүт педагогия училищеһына уҡырға инә, М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетында ситтән тороп белем ала. Хеҙмәт юлын иһә Әбдрәхим мәктәбендә башлаған.

2016 йылда ғаилә Дыуан-Мәсетле ауылына күсә. Мәсетле ҡасаба-ара китапхана системаһының 7-се Дыуан-Мәсетле филиалына эшкә урынлаша, Башҡорт дәүләт педагогия университетының өҫтәмә белем биреү институтында китапхана эше буйынса һөнәри әҙерлек үтә. Китапханасының яуаплылығы, һөнәрен яратыуы һөҙөмтәһендә китапхана эше тейешле кимәлдә ойошторола һәм алып барыла.

Гөлназ Фәрүәз ҡыҙы тыуған яҡты өйрәнеү йүнәлешендә әүҙем эшмәкәрлек алып бара, йыл һайын халыҡ араһында БСТ каналындағы «Алтын тирмә» һәм «Дарман» тапшырыуҙары кеүек саралар ойоштора. Ололар һәм балалар өсөн китапханала һәм Йыланыш ауыл клубында «Әлләсе» уйыны уҙып тора. Китапхана ҡарамағында «Оҫта ҡулдар клубы», «Беҙ әкиәт яратабыҙ» ҡурсаҡ театры эшләп килә.

Ғөмүмән, Гөлназ Әхмәтханованың Мәсетле районының йәмғиәт тормошондағы урынын баһалап бөткөһөҙ. Ул Мәсетле районы башҡорттары ҡоролтайының әүҙем ағзаһы, 2022 йылдан Дыуан- Мәсетле ауылының — «Ағинәйҙәр» ойошмаһы рәйесе. Уның маҡсаты — башҡорт ҡатын-ҡыҙҙарының милли мәҙәниәтте, йолаларҙы, ғөрөф-ғәҙәттәрҙе тергеҙеү, һаҡлау һәм үҫтереү буйынса эшен әүҙемләштереү, ғаилә һәм әхлаҡи ҡиммәттәрҙе нығытыу. Ғаиләнең абруйын күтәреү, йәштәр араһында тәрбиәүи эштәр алып барыу, эскелеккә ҡаршы тороу, социаль ярҙам күрһәтеү кеүек маҡсаттар эшмәкәрлегенең төп йүнәлештәре булып тора.

Бөгөн ағинәйҙәр ябай хужабикәләр генә түгел, ә йәмғиәт тормошонда әүҙем ҡатнашыусылар. Улар — гуманитар ярҙам йыйыусы ирекмәндәрҙең алғы сафында (нәҡ ҡатын-ҡыҙҙар йылы ойоҡбаштар бәйләй, маскировкалау селтәрҙәре үрә, окоп шәмдәре әҙерләй), уларҙың йырҙары һәм бейеүҙәре райондағы һәр сараны биҙәй.

Гөлназ Фәрүәз ҡыҙы халыҡ кәсептәрен тергеҙеү буйынса ла әүҙем эш алып бара. Уның етәкселегендә «Илһамлы хеҙмәт — илгә ҡеүәт!», «Сәйҙә ҡунаҡта», «Эх, тәмле бәрәңге!», «Ағы барҙың — туғы бар», «Балан тәмле бәлештә» исемле фольклор байрамдары уҙҙы.

Быйыл иһә Дыуан-Мәсетле ағинәйҙәре Данис Ғәлимов етәкселегендә «Мин һине яратам, тормош!» республика фестивалендә ҡатнашып,
«Оркестрҙар һәм ансамблдәр» номинацияһында музыка ҡоралдарында уйнаусы иң яҡшы башҡарыусылар тип танылды, шулай уҡ улар беренсе урын яуланы. Шулай, алға әйҙәп торған оҫта етәксең булғанда, эштәр күпкә ырай!

Гөлназ Фәрүәз ҡыҙының «Ал да нур сәс халҡыңа» миҙалына лайыҡ булыуы юҡҡа түгел, тыуған еренән көс алып, уға ҡот өҫтәп, халҡына тоғро ҡалып һәм донъянан йәм-тәм табып йәшәй ул! Ул бәхетле әсәй ҙә. Өс балаһына матур тәрбиә биргән, өләсәй булыу бәхетенә лә өлгәшкән.

Тамырҙары — тыуған ерендә

Һәр кеше үҙ яҙмышын үҙе һайлай. Кемдер бәхетен ҡалала эҙләй, бәғзеләре уны юллап ер сигенә китә, ә кемдер тыуған ерендә ҡалып, үҙ еренең ысын хужаһы булып, тырыш хеҙмәте менән уның бәҫен арттыра.

Шундайҙарҙың береһе — Мәсетле районы хакимиәте башлығы Әнис Ҡасим улы Әсәҙуллин. Иле, халҡы өсөн янып эшләү, йәшәү эҙһеҙ ҡалмай, әлбиттә. Әүҙем йәмәғәт эшмәкәрлеге, башҡорт халҡының мәҙәниәтен, телен, традицияларын үҫтереү һәм һаҡлау өсөн шарттар булдырғаны өсөн Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының юғары наградаһына — «Ал да нур сәс халҡыңа» миҙалына лайыҡ булды ул.

Әнис Ҡасим улы 1965 йылда Абдулла ауылында донъяға килгән. Башҡорт дәүләт аграр университетын һәм Башҡортостан Республикаһы Башлығы ҡарамағындағы дәүләт хеҙмәте һәм идара итеү академияһын тамамлаған.

2016 йылда Әнис Ҡасим улы халыҡ ышанысын яулап, Мәсетле районы хакимиәте башлығы итеп һайлана. Шул ваҡыттан алып районда тыуған ерен үҫтереү, данлау буйынса фиҙакәр эштәр башҡара.

Район үҙәгендә уның етәкселегендә Оло Ыҡтамаҡ ауылында йәш ғаиләләргә ысын бүләк — 140 урынлыҡ яңы балалар баҡсаһы төҙөлә. Фельдшер-акушер пунктары төҙөкләндерелә, халыҡҡа медицина ярҙамы яҡыная. Йылытыу системалары яңыртыла, ауыл хужалығы тармағы яңы технологиялар менән тулыландырыла.

Бынан тыш, райондың мәҙәни тормошо ла яңы бейеклектәргә күтәрелә: Халыҡ-ара ҡумыҙ һәм өҙләү фестивале, «Мәсетле оҫтаханаһы» конкурсы райондың визит карточкаһына әйләнә, республика кимәлендә һәм унан тыш танылыу таба.
Хакимиәттең эше уның етәкселегендә көйлө һәм яуаплы алып барыла. Социаль блок, финанс өлкәһе, мәҙәниәт, иҡтисад — барыһы ла бер тында, бер маҡсат менән эшләй. Һәр хеҙмәткәр үҙ өлөшөн индерә, халыҡ мәнфәғәте тәүге урында тора.

Әнис Ҡасим улы — Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған дәүләт һәм муниципаль хеҙмәткәре, Салауат Юлаев ордены кавалеры. Был наградалар — уның күп йыллыҡ тырышлығы һәм район үҫешенә индергән баһалап бөткөһөҙ өлөшөнөң яҡшы күрһәткесе.

Етәксе халыҡҡа яҡынлығы, ябайлығы, өлкәндәрҙе хөрмәт итеүе менән айырылып тора. Район башлығы халыҡ менән, ойошмалар менән райондың социаль-иҡтисади үҫеше мәсьәләләре буйынса эшләүгә ҙур әһәмиәт бирә.

Мәсетле районы хакимиәте башлығының ярҙамы менән Башҡорт тарихы йылы сиктәрендә һәм Президент фондының мәҙәни башланғыстарын тормошҡа ашырыу нигеҙендә, 2021 йылдың 28 октябрендә Мәсетле районында Ҡошсо ырыуының I съезы үтте, киң һәм мөһим сараға әүерелде. 2024 йылдың 16 июлендә Мәсетле районында «Ҡошсо ырыуы съезы» II Халыҡ-ара фольклор байрамы уҙҙы. Ул илдәге Ғаилә йылына, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының Йәштәр йылына һәм республиканың милли геройы Салауат Юлаевтың тыуыуына 270 йыл тулыуға арналды.

Шулай уҡ Әнис Әсәҙуллин өсөн сәләмәт тормошто пропагандалау һәр ваҡыт төп бурыстарҙың береһе булып тора һәм шуға күрә мәсетлеләр Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы башланғысы менән ойошторолған «Айыҡ ауыл» республика конкурсында оло теләк менән ҡатнаша.

2021 йыл йомғаҡтары буйынса Яңы Мишәр ауылы муниципаль этапта еңеүсе тип танылды. Республика кимәлендә өсөнсө урынды алып, ике миллион һумлыҡ сертификатҡа эйә булды улар. Был аҡсаны ауыл халҡы төҙөкләндереүгә: балалар майҙансығы төҙөүгә йүнәлтте. 2023 — 2024 йылда Мәсетле районының намыҫын муниципаль этап еңеүселәре — Һөләймән һәм Ясин ауылы яҡланы. Һөҙөмтәлә улар 200 мең һум аҡса алды һәм ауылдарын төҙөкләндерҙе.

Әнис Ҡасим улы ярҙамында район үҙәгендәге балалар баҡсаларында башҡорт төркөмдәре асыла башланы. 2024 — 2025 йылдарҙа «Йәшәһен башҡорт теле» проекты сиктәрендә «Миләш», «Ромашка» һәм «Ҡояшҡай» балалар баҡсаларында башҡорт төркөмдәре кескәйҙәр өсөн ишектәрен асты.

Әнис Әсәҙуллин тыуған еренә хеҙмәт итеүгә ғүмерен бағышлаған һәм үҙ халҡының милли мәҙәниәтен, телен һәм рухи мираҫын һаҡлау һәм үҫтереү өсөн күп эштәр башҡарған абруйлы шәхес. Ул, ысын мәғәнәһендә, Мәсетле халҡына нур сәсә.

Байрамға әүерелде

Ҡоролтайҙың утыҙ йыллығына арналған сара сиктәрендә Мәсетле районында айыҡлыҡ байрамы ла үтте. Унда «Айыҡ ауыл — 2025» республика конкурсының муниципаль этабында әүҙем ҡатнашыусы ауылдарҙырҙың вәкилдәре йыйылды.
Әйтергә кәрәк, районда бәйге көсөргәнешле барҙы. Һәр ауылда эскелеккә ҡаршы профилактик саралар үткәрелде. Конкурста ҡатнашыусы ауылдар араһында айыҡ йәшәү рәүешен пропагандалау буйынса эш алып барылды, рейдтар, алкоголгә, тәмәкегә, наркотиктарға бәйле ауырыуҙарға бирешкәндәргә ярҙам күрһәтеү һәм башҡа саралар ойошторолдо.

Ойоштороу комитеты ағзалары уларҙың эштәрен даими баһалап торҙо. Комитет составында Мәсетле районы хакимиәте башлығының социаль мәсьәләләр буйынса урынбаҫары Илнур Вәлиев, район хакимиәтенең эштәр идарасыһы Анфиса Ишмөхәмәтова, Мәсетле районы башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитеты рәйесе Зәлифә Ғәлиуллина, район хакимиәтенең мәғлүмәт-аналитика бүлеге етәксеһе Айгөл Шәрәпова, район хакимиәтенең йәштәр сәйәсәте һәм спорт секторы мөдире Марат Ханнанов, Мәсетле районының «Ғаилә» хеҙмәте етәксеһе Лариса Миңлебаева һәм үҫмерҙәр эштәре һәм уларҙың хоҡуҡтарын яҡлау буйынса комиссияның баш белгесе Регина Ғилманова еңеүселәрҙе билдәләне.

«Айыҡ ауыл — 2025» республика конкурсының муниципаль этабының еңеүсеһе тип Иҫке Мишәр ауылы танылды. Уларға илле меңлек сертификат тапшырылды. Хәҙер улар республика конкурсында район исеменән сығыш яҡлаясаҡ. Икенсе урынды Ҡорғат ауылы яуланы. Өсөнсө урынға Теләш ауылы лайыҡ булды.
«Ғөрөф-ғәҙҙәтәребеҙҙе һаҡлап» номинацияһында Ләмәҙтамаҡ ауылы, «МХО-ла ҡатнашыусыларға ярҙам һәм хәстәрлек» номинацияһында Оло Аҡа ауылы еңеүсе тип табылды.

Башҡорт төркөмө асылды

Шулай уҡ, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының 30 йыллығына арналған ҙур саралар сиктәрендә, «Йәшәһен башҡорт теле» проектының дауамы булып райондың тағы ла бер балалар баҡсаһында башҡорт төркөмө асылды.
Район үҙәгенең «Ҡояшҡай» бабалар баҡсаһында асылған башҡорт төркөмөндә ундан ашыу бала тәрбиәләнә. Ҡунаҡтарға балалар һәм тәрбиәселәр башҡорт халыҡ уйындарын, башҡорт телендә дәрес өлгөһөн күрһәтте, кескәйҙәр бейеүҙәре һәм йырҙары менән ҡыуандырҙы.
Мәртәбәле сарала Мәсетле районы хакимиәте башлығы Әнис Әсәҙуллин, хакимиәт башлығының социаль мәсьәләләр буйынса урынбаҫары Илнур Вәлиев, Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы, Бөтә донъя Башҡорттары Ҡоролтайының Мәҙәниәт һәм киң мәғлүмәт саралары буйынса комиссияһы эксперты, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Ш.Бабич исемендәге дәүләт республика йәштәр премияһы лауреаты, виртуоз-ҡубыҙсы Миңлеғәфүр Зәйнетдинов, Мәсетле районы башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты рәйесе Зәлифә Ғәлиуллина, Ҡошсо ырыуының ҡор башы, аҡһаҡал Әхмәтнур Хафизов, Мәсетле районы имам- мөхтәсибенең йәмәғәтселек менән бәйләнеш буйынса ярҙамсыһы Закирйән Ғатауллин, «Айша» хәйриә фонды етәксеһе Ольга Зәбихуллина, мәғариф бүлеге хеҙмәткәрҙәре ҡатнашты.
Барыһы ла баланы милли рухта тәрбиәләү эше сабый тыуғансы уҡ башланырға тейеш, тип билдәләне. Әнис Ҡәсим улы район хакимиәте исеменән балалар баҡсаһына тирмә бүләк итте. Артабан уның эсе матур итеп йыһазландырыласаҡ һәм бәләкәстәр башҡорт халҡының тарихы, мәҙәниәте, көнкүреше менән яҡындан таныша аласаҡ.

Анфиса ИШМӨХӘМӘТОВА
Альбина Зарипова фотолары Мәсетле районы.
Уртаҡлашыу