|
|
Яңылыҡтар
«Урал гүзәле» билдәләндеЭмма Тимерғәзина исемендәге «Урал гүзәле» балалар милли матурлыҡ һәм йолалар конкурсының финалы үтте Финал ике этаптан торҙо. «Визит карточкаһы» этабында финалсылар үҙҙәренең ғаиләһе, кесе Ватаны менән таныштырҙы, ғаиләһенең Бөйөк Ватан һуғышы геройҙары хаҡында һөйләне. «Ижади номер» этабында финалға сығыусылар конкурс өсөн махсус яҙылған автор йырҙарын башҡарҙы, ҡурай, ҡумыҙ, думбыра кеүек милли уйын ҡоралдары яңғыраны. Нәфис һүҙгә һоҡланып, һылыуҡайҙар туған башҡорт телен белеүен, сәхнә оҫталығын күрһәтә алды, тип яҙа ойоштороусылар. |