|
|
Яңылыҡтар
Мөжәүировтар "Мөғжизә яланында" балҡыныларБашҡортостан Республикаһы көнө алдынан үҙәк телеканалда яҡташтарҙың сағыу сығышын күреү, төп байрамыбыҙ айҡанлы ҡотлауҙар, изге теләктәр ишетеү ҙур һөйөнөс тә булды, ғорурлыҡ та кисерҙек. Уральск ҡасабаһынан Мөжәүировтар ғаиләһе популярҙан популяр тапшырыуҙа ҡатнашыуы тураһында алдан да белә инек, әммә һөйөнсөнө ваҡытынан алда асмай торҙоҡ. Ҡурайсы, остаз һәм ҡурай яһау оҫтаһы Дим Рәфҡәт улы, Ирәмәл ижад үҙәген еткәләгән, айырыуса туҡыусылыҡ сәнғәте тергеҙелеүгә күп көс һалған Динара Рәис ҡыҙы тураһында Яйыҡ гәзитендә даими яҙып торабыҙ. Нисек яҙмайһың инде, үҙҙәре, уҡыусылары һәм өйрәнсектәре яңынан-яңы ижади конкурстарҙа ҡатнашалар, төбәк даны киң таралыуға булышлыҡ итәләр. Телетапшырыуҙа балҡыған балалары лаата-әсәһенә оҡшап һәләтле һәм тейешле тәрбиә алғандар. Динислам 4-се класта уҡый, бик әүҙем егет: бейеү, барбан һуғыу, шахмат, көрәш менән мауыға. Дилара-һылыуҡай 7-се класта, Ирәмәл өлгөлө халыҡ бейеүҙәре ансамблендә ихлас шөғөлләнә, конкурстарҙа-концерттарҙа уңышлы ҡатнаша. ... Шәп, лайыҡлы кешеләр икәнен күптән беләбеҙ, шулай ҙа беренсе һорау үҙенән-үҙе пәйҙә була — федераль телеканалдағы популяр тапшырыу-тамашаға нисек эләгә алдығыҙ? -«Мөғжизәләр яланы» үҙемде хәтерләй башлағандан алып ғаиләмдең иң яратҡан телетапшырыуы булды, йома һайын экран алдына йыйылыр инек. Айырыуса мәрхүм атайым йотлоғоп ҡараны, уйынсыларҙан да алда яуапты тапҡан осраҡтары йыш булды. Үкенес, ғүмере саҡ ҡына оҙонораҡ булһа, яҡындарының да «Мөғжизәләр яланында» сығыш яһауын күҙәтеү уға ныҡ ҡыуаныслы булыр ине.... Үҙемдең ғаиләлә лә был традиция дауам итте. Шулай, берҙе ата-әсәм беҙгә ҡунаҡҡа килгәндәрендә, ошо тапашырыу башланғас, үҙем дә абайламаҫтан балаларҙан ниңәлер һорай ҡуйҙым — ә һеҙҙең үҙегеҙҙең дә ҡатнашҡы килмәйме? Улар, әлбиттә, ҡуш ҡуллап риза. Был һөйләшеү тураһында, бәлки, онотҡан да булыр инем, балалар даими рәүештә иҫкә төшөрә башланы — ҡатнашырға заявка ебәрҙеңме, тип төпсөнәләр. Күңелдәре булһын өсөн генә яҙҙым да, оноттом. Һис көтмәгәндә «ВатсАпп» мессенджерына саҡырыу килмәһенме! Дөрөҫөн генә әйткәндә, башта интернет жуликтары алдап маташа, тип ҡабул иттем. Хәбәрнамәләр менән алыша торғас, хәлдең ысынлығына төшөндөм һәм ирем янына йүгерҙем — ни эшләргә? Ул ни, семтем дә икеләнмәйенсә: «Барабыҙ!»- тине. Арҡаны ныҡлап терәгәс, мин дә тынысланып, әҙерләнә башланыҡ. Эйе, бындай форсат ғүмергә бер генә сығыуы мөмкиндер ул. Иң ныҡлы әҙерлек талап иткәне — ижади номер күрһәтеү. Бейеү оҫтаһы Гөлиә Кәримова Дилараға "Ләү, ләү, ләүсәтин«де өйрәтә, юғары талаптарға тура килгән фонограмманы Илгез Йомағужин яҙҙыртып биргән. Һуңынан сәхнәлә ҡыҙсыҡ бик тә килештереп тыпырҙатһа, Дим Рәфҡәт улы ҡурай тарта, Динислам барабан һуға, ә Динара Рәис ҡыҙы ғаилә ансамбленә ҡумыҙҙа уйнап ҡушыла. Йырлап та ишеттерҙеләр. Дан килеп сыҡты, залдағы тамашасылар алҡыштарға күмде, ә ғәйәт ҙур телеаудиторияны тәшкил иткән нисәмә миллион кеше саф башҡорт сәнғәтен ҡыҙыҡһынып һәм йылы хистәр менән ҡараған — быны яҡынса ла күҙ алдына килтерерлек түгел! Костюмдар, сәхнә образдары булдырыу тәңгәлендә «Ирәмәл» ижад үҙәге, Уральск мәҙәниәт йорто белгестәре ныҡшмалы эшләй, ололарҙың кейемдәре — «Ләйсән» бейеү ансамбленеке. Бөтәһе лә ихлас ярҙам итә, үҙ өлөшөн индерә. «Мөғжизәләр яланы» тапшырыуын алыштырғыһыҙ алып барыусы Леонид Якубовичҡа күстәнәс менән барыу күптәнге йола. Федераль телеканалда төбәк үҙенсәлектәрен күрһәтеп ҡалыу өсөн уңай форсат бит был. Шуға ла учалылар йомарт тотона. Яңы Байрамғолдан Азат һәм Сажидә Шәриповтар ҡымыҙ бирә, Учалы ҡалаһынан халыҡ кәсептәре оҫталары Азат һәм Аида Хәбибуллиндар — ҡупшы ағас сувенирҙар, Мөжәүировтар ғаиләһе башлығының апаһы Римма Яхина тел йоторлоҡ бауырһаҡ бешерә. Район хакимиәите Учалы тураһында китап, мәҙәниәт бүлеге — башҡорт кейемдәрендәге егет һәм ҡыҙ ҡурсаҡтарын тапшыра. Дим Рәфҡәт улы ҡурайсы ғына түгел, танылған ҡурай яһау оҫтаһы булараҡ, әлбиттә, милли музыка инструментын әҙерләй. Улай ғына ла түгел, Леонид Аркадьевичты ҡурай тартырға ла өйрәтеп ҡараны. Әлбиттә, ул бер ни сығара алманы, яҡташыбыҙ шаярыу-ҡатыш тынысландырҙы: «Теләгегеҙ булып, миңә дәрестәргә килһәгеҙ, һеҙҙе лә өйрәтеп буласаҡ!» «Ирәмәл» үҙәгендә шөғөлләнгән йәш оҫта-оҫтабикәләр Аида Кинйәбаева етәкселегендә «Якубович бабайҙары» өсөн футболка менән бейсболканы башҡорт стилендә милли орнаменттар менән биҙәйҙәр. Тағын да бүләк күп була әле, костюмдар менән бергә иҫәпләгәндә йөк ныҡ күп сыҡҡас, Мөжәировтан ирекһеҙҙән Мәскәүгә үҙ автомобилдәрендә барырға тәүәкәлләй. Район Советы депутаттары, хакимиәт һәм район башҡорттары ҡоролтайы сәфәр сығыуға финанс йәһәттән өлөшләтә булышлыҡ иткән. -Беҙҙең шәхсән түгел, бар райондың сығышы булды, сөнки бихисап кеше булышлыҡ итте. Телетапшырыуҙың стандарттары буйынса, мин эфирҙа рәхмәт әйткән кешеләрҙең барыһы ла трансляцияла ҡалдырылмаған шул! — тип бер аҙ уфтанып ҡуйҙы Динара Рәис ҡыҙы.- Нисек кенә булмаһын, төп байрамыбыҙ — Республика көнө алдынан был хаҡта бөтә илгә белгетеү, Башҡортостан халҡын ҡотлау форсаты сыҡҡанға ныҡ бәхетлемен! Районды, Башҡортостанды вәкилләгәс, ныҡ тырыштыҡ, бар көс-илһамыбыҙҙы һалдыҡ. Милли кеймдә сығыш яһау барыбыҙға ла кинәнес булды һәм дәрт-дарман өҫтәне, башҡорт булмышын һәм асылын шул тиклем яҡшы сағылдыра бит ул. Иманым камил, донъяла иң ҡупшы, һәр кемгә лә иң килешкән кейемдәр — фәҡәт милли костюмдар. Ә Дим Рәфҡәт улы Леонид Аркадьевич менән аралашҡанда, 10 октябрь республикала тәүләп Ҡурай көнө үткәрелеү тураһында ла ғорурлыҡ бәйән итте. Һәм һуңынан тап был көн (телетапшырыу алданыраҡ төшөрөлөп, аҙағынан видеояҙмала трансляциялана) Дим Мөжәүиров Өфөлә үткән тантаналарҙа ла ҡатнаша. Улай ғына ла түгел, «Башҡортостан» дәүләт концерт залында үткән ҡурайсылар, халыҡ музыка ҡоралдарында уйнаусылар семинарына спикер, йәғни, әңгәмә ойошторусы һәм алып барыусы итеп тәғәйенләнә, милли инструменттарҙың перспективалары, киңерәк йәелдереү һорауҙары һәр яҡлап ҡарала. Әлбиттә, оҫталарҙың күргәҙмәһендә лә ҡатнаша. Ғөмүмән, БР Башлығы башланғысы менән быйыл тәүләп үткәрелгән Ҡурай көнөнән бик тә илһамланып, яңы уй-ниәттәр менән ҡайтҡан. Уйындың үҙе тураһында ла яҙайыҡ бер аҙ. Афарин, Динара ханым дөйөм мәҙәни һәм белем кимәле арҡаһында боронғо рус һүҙҙәрен белеүҙә рус кешеләренән һис тә ҡалышманы. Беренсе турҙа, хатта, уҙып та китте. Тапшырыуҙы диҡҡәт менән күҙәттек, таҫтамал «потиральце» ла икәнлеге һис башҡа килмәне, ә яҡташыбыҙ белде! Икенсе турҙа ла икенсе ҡатнашыусының еңеүен далан йылмайыуы менән аңлатылалыр: уға сират еткәндә «противень» һүҙенән башҡа варианттар ҙа йүнләп ҡалмайғайны. Хәҙер тик киң ҡалай таба мәғәнәһендә ҡулланылһа, элек күсермә йә исемлек тигәнде лә ошо һүҙ менән әйткәндәр икән. Оҙон һүҙҙең ҡыҫҡаһы — башҡорт теле, башҡорт мәҙәниәте менән ҡыҙыҡһыныу рус телен өйрәнеүгә ҡамасаулай тигән уйҙырмаларға һис тә ышанмағыҙ! P.S. Кем телевизорҙан ҡарай алмаған, интернетта ошо һылтанма буйынса рәхәтләнеп тамаша ҡыла алаһығыҙ - https://ruserialy.org/204-pole-cudes-poslednij-vypusk-ot-10-10-2025.html#play |