Башҡорт телеЯңылыҡтарМәҙәниәтРәсәй башкорттарыБашҡорттар - донъяла Айыҡ ауылТарихБашҡорт тарихы йылыФекерБашҡорт ырыуҙарыҠоролтай тауышыШайморатов вариҫтарыКалендарь ПроекттарВидеоРадий ХәбировБөйөк ЕңеүМәғариф Фольклор БР - 100 йылБелорет районыБөтә донъя башҡорттары ҡоролтайыЙәштәрФән һәм мәғрифәт йылыҠазанЕкатеринбургФольклориадаЙәрмәкәйCтәрлебашБалтасӨфө районыҠариҙелПодкастыБлаговар районыБашҡорт халҡының үҫеш стратегияһы ГранттарБорайМифтәхетдин АҡмуллаФәнГөлназ ЯҡуповаТәтешле Башҡорт милли кейемеБашҡорттарҒәббәс ДәүләтшинӘлшәй районыУрал батырБашҡорт әҙәбиәтеМилли аш-һыуБашҡорт мәҙәниәте көндәреАҡбуҙатБейеүБизнесБуздәкАуырғазыСалауат районыМәсетлеТөньяҡ-көнсығыш башҡорттарыБалаҡатайНефтекамаБабичСалауат ЮлаевБашҡорт теле көнөБашВикиЙылайырБөрйәнҒафуриШаранҠыйғыКүгәрсенУдмурт РеспубликаһыМәләүезХәйбуллаХМАОИглинСалауатДүртөйлөСанкт-ПетербургИлешМәскәүӨфөТуризмСаҡмағошМиәкәМежгорьеБишбүләкТеатрСибайКүмертауУчалыЯңауылҺарытауСвердловск өлкәһеБаҡалыХалыҡ иҫәбен алыуПермьТуймазыИшембайБашҡорт балыОктябрьскийҠурайБашҡорт атыМатуғатБлаговещенДыуанСпортАрхангелҮзбәкстанАсҡынСтәрлетамаҡҠырмыҫҡалыӘбйәлилИнтернетКушнаренкоНуриманКраснокамаБСТКоронавирусДиктантТөньяҡ амурҙарыТөньяҡ-көнбайыш башҡорттарыСиләбеЕйәнсураЫрымбурҠаҙағстанТатарстанТәбиғәтБаймаҡҺарытауБашҡорт теле йылыҠурғанҺамарДиалектРус телендәге материалдарИнтервьюФлэшмобШайморатовШәхесМәҡәләләр
Яңылыҡтар

Райондарҙа тел тураһындағы ҡануниәттең үтәлешен контролгә алғандар

9 октябрь, 11:17

Парламентта “Башҡортостан Республикаһында тел сәйәсәте өлкәһендә ҡануниәтте үтәү торошо тураһында” темаһына түңәрәк өҫтәл үтте.

Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтайҙа «Башҡортостан Республикаһында тел сәйәсәте өлкәһендә ҡануниәтте үтәү торошо тураһында» темаһына түңәрәк өҫтәл үтте. Ҡатнашыусыларҙы Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай рәйесе урынбаҫары Тамара Танһыҡҡужина тәбрикләне.

БР Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтайҙың Фән, мәғариф, мәҙәниәт, йәштәр сәйәсәте һәм спорт буйынса комитеты рәйесе Айбулат Хажин «Башҡортостан Республикаһында тел сәйәсәте өлкәһендәге ҡануниәттең үтәлеше торошо тураһында» темаһына сығыш яһап, муниципаль берәмектәрҙә тел тураһындағы закон үтәлешен тикшереү һөҙөмтәһе менән таныштырҙы.

«Коллектив мөрәжәғәттәр килеүен дауам итә. Көҙгө сессияла алты муниципаль райондың сығыштарын тыңлаясаҡбыҙ. Беҙҙең комиссия Стәрлетамаҡ, Салауат, Октябрьский ҡалаларында тел тураһындағы закондың үтәлешен урынға сығып тикшерҙе», — тип белдерҙе Айбулат Вәкил улы. Шулай уҡ ул был ҡалаларҙа асыҡланған етешһеҙлектәрҙе атаны.

Түңәрәк өҫтәлдә БР Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтайҙың Фән, мәғариф, мәҙәниәт, йәштәр сәйәсәте һәм спорт буйынса комитеты ағзаһы, Бөтә Донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитеты рәйесе Юлдаш Йосопов — «Башҡортостанда тел активизмының төп йүнәлештәре», «Аҡбуҙат» журналының баш мөхәррире Лариса Абдуллина — «Мәктәпкәсә белем биреү учреждениеларында башҡорт телен өйрәнеүсе төркөмдәр асыу буйынса Башҡортостан Республикаһы Башлығының йөкләмәһен үтәү тураһында», Рәсәй Фәндәр академияһы Өфө федераль тикшеренеү үҙәгенең Тарих, тел һәм әҙәбиәт институты директоры Зөһрә Рәхмәтуллина — «Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте ҡарамағындағы телдәр буйынса комиссия эше тураһында», Башҡортостан Республикаһы Мәғариф министрлығының Милли мәғариф идаралығының милли мәғариф бүлеге начальнигы Розалиә Сафиуллина — «Башҡортостан Республикаһының милли һәм этномәҙәни үҙенсәлектәрен иҫәпкә алып, мәғариф өлкәһендә дәүләт тел сәйәсәтен тормошҡа ашырыу», «Башҡорт телен һаҡлау һәм үҫтереү фонды» автономиялы коммерцияға ҡарамаған ойошмаһы директоры Гөлназ Йосопова «Башҡорт телен һаҡлау һәм үҫтереү буйынса фонд эшмәкәрлеге йомғаҡтары һәм пландары тураһында» тамаһына докладтар менән сығыш яһаны.

Сарала республикала башҡорт телен тергеҙеү, һаҡлау һәм үҫтереү буйынса эш йомғаҡтарын тикшереү һәм үҫеш перспективалары билдәләнде.

Тамара ТАНҺЫҠҠУЖИНА, Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай рәйесе урынбаҫары:

— Беҙҙең түңәрәк өҫтәл «Башҡортостан Республикаһында тел сәйәсәте өлкәһендә ҡануниәтте үтәү торошо тураһында» темаһына. Әлбиттә, төп сығышыбыҙ профиль комитеты эше буйынса. Йыл ярым дауамында беҙ муниципалитеттар араһында тыңлауҙар үткәрәбеҙ. Улар «Башҡортостан Республикаһы халыҡтары телдәре тураһындағы» законды тормошҡа ашырыу буйынса үҙҙәренең отчеттарын бирә. Әлбиттә, башта шул һорауҙы ҡараныҡ. Байтаҡ ҡына ҡунаҡтарҙы саҡырҙыҡ. Хөкүмәт ҡарамағындағы телдәр буйынса комиссия эшләй. Ундағы булған яңылыҡтар тураһында һүҙ барҙы. Башҡорт телен үҫтереү һәм һаҡлау фонды үҙенең эшен бик яҡшы алып бара. Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы төрлө проекттарҙы тормошҡа ашыра, улар ошо эшмәкәрлеге тураһында доклад менән сығыш яһаны.

Рәмилә Мусина
Рәмилә МУСИНА фотолары.
Уртаҡлашыу