VIВКБЯңылыҡтарБашҡорт телеМәҙәниәтРәсәй башкорттарыБашҡорттар - донъяла Айыҡ ауылТарихВатандыһаҡлаусыларАтайсалБәйгеБашҡорт тарихы йылыФекерБашҡорт ырыуҙарыҠоролтай тауышыШайморатов вариҫтарыКалендарь ПроекттарВидеоРадий ХәбировБөйөк ЕңеүМәғариф Фольклор БР - 100 йылБелорет районыБөтә донъя башҡорттары ҡоролтайыЙәштәрЦифралы башҡортФән һәм мәғрифәт йылыБашҡорт мәҙәниәте һәм рухи мираҫ йылыИжади майҙанҠазанЕкатеринбургФольклориадаВладивостокБөрөАғиҙелЙәрмәкәйCтәрлебашБалтасӨфө районыҠариҙелПодкастыИталияБлаговар районыБашҡорт халҡының үҫеш стратегияһы ГранттарБорайМифтәхетдин АҡмуллаКейеҙ баҫыуӘхмәр ҮтәбайНурия ИҡсановаФәнГөлназ ЯҡуповаЭльвира МоталоваBashkort 2.0Тәтешле Башҡорт милли кейемеДинБашҡорттарҒәббәс ДәүләтшинӘлшәй районыБашҡортостан ҡатын-ҡыҙҙары берлегеУрал батырКанадаҺылыуҡайБашҡорт әҙәбиәтеБашҡорт биҙәүестәреМилли аш-һыуБашҡорт мәҙәниәте көндәреМишкә районыАҡбуҙатҠуштауЮлдыбайБейеүЙәйләүАуҙарышБелорецкТөркиәФедоровка районыМәләүезБизнесБуздәкАуырғазыСалауат районыМәсетлеТөньяҡ-көнсығыш башҡорттарыҠоролтай25ҠоролтайОнлайнБалаҡатайТөркмәнстанНефтекамаБабичСалауат ЮлаевБашҡорт теле көнөШүлгәнташБашВикиЙылайырБөрйәнҒафуриШаранҠыйғыВладимирКүгәрсенАлтайУдмурт РеспубликаһыМәләүезХәйбуллаХМАОИглинСалауатҠалтасыДүртөйлөСанкт-ПетербургИлешМәскәүӨфөТуризмКөйөргәҙеШишмәСаҡмағошДәүләкәнМиәкәМежгорьеБишбүләкТеатрСибайКүмертауУчалыБәләбәйЯңауылҺарытауСвердловск өлкәһеБаҡалыХалыҡ иҫәбен алыуПермьТуймазыИшембайБашҡорт балыОктябрьскийУраҙаҠурайҠымыҙБашҡорт атыМатуғатБлаговещенДыуанСпортАрхангелҮзбәкстанАсҡынСтәрлетамаҡҠырмыҫҡалыӘбйәлилИнтернетКушнаренкоНуриманКраснокамаБСТКоронавирусДиктантТөньяҡ амурҙарыТөньяҡ-көнбайыш башҡорттарыСиләбеЕйәнсураЫрымбурҠаҙағстанТатарстанТәбиғәтБаймаҡҺарытауБашҡорт теле йылыҠурғанҺамарДиалектРус телендәге материалдарИнтервьюФлэшмобШайморатовШәхесМәҡәләләр
Яңылыҡтар

Сабыр ҙа, көслө рухлы ла өләсәйҙәр

28 сентябрь, 13:50

Райондарға эш сәфәре менән барғанда төрлө яҙмышлы кешеләр менән осрашырға, танышырға тура килә. Тормош һынауҙары алдында ҡаушап ҡалмаған, иңенә төшкән ауырлыҡтарҙы сабырлыҡ менән күтәрә белгәндәр һәр ваҡыт хөрмәт һәм һоҡланыу хистәре уята. Бөгөнгө геройҙарыбыҙ – оло йөрәкле өләсәйҙәр ҙә тап шундай заттан.

Нәбирә Мөхәмәҙулла ҡыҙы Сәфиуллина һәм Сәлиә Хәбибулла ҡыҙы Сәғитова менән Ишембай районына командировкаға барғанда таныштыҡ. Улар икеһенә лә яҙмыш ҡушыуы буйынса ейән-ейәнсәрҙәрен тәрбиәләп үҫтерергә тура килгән.

Нәбирә Мөхәмәҙулла ҡыҙы оҙаҡ йылдар Ишембай трикотаж изделиелар фабрикаһында намыҫлы хеҙмәт итеп хаҡлы ялға сыҡҡан. Ике ул тәрбиәләп үҫтереп, уларҙы оло тормош юлына баҫтырған, төплө белем һәм тәрбиә биргән. Олоһо Илфат үҙен урмансылыҡ эшенә арнаған, бөгөн Ишембай районында маралдар үрсетеү менән шөғөлләнә. Бәләкәйе Ирек Ишембай ҡалаһында төпләнгән, өс бала атаһы. Әммә яҙмыштың үҙ ҡанундары һәм һынауҙары: өлкән улы Илфат дүрт бала менән яңғыҙ ҡала. Әлбиттә, әсәй һәм өләсәй булған Нәбирә апай ейән-ейәнсәрҙәрен үҙ ҡурсыуы аҫтына ала.

– Өлкән ҡыҙы Азалия – IX, Әдилә – VII, улы Илдан I класта уҡый, ә иң бәләкәйе Илсафҡа дүрт кенә йәш ине. Балаларҙы тәрбиәләшеү өсөн кире тыуған ауылым Байғужаға күсеп ҡайттым. Шунан алып бергә-бергә йәшәйбеҙ. Аллаға шөкөр, балалар үҫте. Азалиябыҙ Салауат медицина колледжын тамамлап, дауаханала эшләй. Тормошҡа сығып, үҙе әсәй булды, ҡыҙ үҫтерә. Әдилә урта мәктәпте алтын миҙалға тамамланы, әлеге көндә Өфө дәүләт нефть техник университетында уҡый. Ныҡ әүҙем ҡыҙ, уҡыу йортондағы барлыҡ сараларҙа тиерлек ҡатнаша. Илдан да мәктәпте уңышлы тамамлап, студент булып китте. Илсафыбыҙ Ишембай ҡала гимназияһының VIII класына барҙы. Балаларҙың үҫкәне һиҙелмәй ҙә ҡалды кеүек, йүгерҙем дә йүгерҙем. Йөҙөбөҙгә ҡыҙыллыҡ килтермәй тырышып уҡынылар, – тип сабыр ғына йылмайып бәйән итте Нәбирә Мөхәмәҙулла ҡыҙы.

Сәлиә Хәбибулла ҡыҙы Сәғитова ла – яҙмыштың байтаҡ һынауҙарын кисергән, ауырлыҡтар алдында бөгөлөп төшмәгән оло йөрәкле әсәй һәм өләсәй. Фажиғәле хәл арҡаһында ҡыҙы менән кейәүе мәрхүм булып, ун йәшлек ейәнсәре Милена етем ҡалғас, опекунлыҡ юллап, уны үҙ тәрбиәһенә ала. Шулай итеп, III класта уҡыған ҡыҙҙы Себерҙән Байғужаға күсереп алып ҡайта. Милена тәүҙә ауыл мәктәбендә уҡый, артабан Ишембай гимназия-интернатында белем ала. Артабан тырыш ҡыҙ, бала саҡ хыялын тормошҡа ашырып, Башҡортостан дәүләт медицина университетында педиатрия йүнәлеше буйынса белем ала. Бөгөн инде Милена ординатурала белемен камиллаштыра.

– Ейәнсәрем бала саҡтан төплө фекерле, етди булды. Студент сағында, финанс хәлде аңлап, аҡсаһын бик һаҡсыл тотондо, әле лә шулай. Уҡып, кеше булыуҙы маҡсат итеп алған. Башҡортостанға күсеп ҡайтҡанында бөтөнләй башҡортса белмәй ине, хәҙер матур итеп һөйләшә. “Табип кешегә ике телде лә һәйбәт белеү бик кәрәк. Башҡорттар менән – башҡортса, рустар менән русса һөйләш”, тип өйрәтәм, – ти Сәлиә Хәбибулла ҡыҙы.

Сәлиә Сәғитова Байғужа ауылының ағинәйҙәр ойошмаһының эшмәкәрлегендә әүҙем ҡатнаша.

– Был хәрәкәткә ҡушылыуыма ныҡ шатмын. Бик күп изге эштәр башҡарабыҙ, төрлө сараларҙан ситтә ҡалмайбыҙ. Үҙ-ара аралашып йәшәү күңелгә йәм бирә, йәшәүгә дәрт өҫтәй. Өйҙә ултырһаҡ, ауырып тик ултырыр инек, былай исмаһам, хәрәкттә – бәрәкәт тип йүгереп йөрөйбөҙ, – ти ағинәй.

Бына шундай оло йөрәкле, көслө рухлы, яҙмыш һынауҙарын лайыҡлы үткәргән һоҡланғыс өләсәйҙәр менән танышырға насип булды Байғужа ауылында.

Автор фотоһы.

Гөлдәр Яҡшығолова.
Уртаҡлашыу