|
![]() Яңылыҡтар
Ижад усағының ҡуҙҙары2023 йылда Башҡортостан Башлығы Грантына республика Мәҙәниәт министрлығы, республика халыҡ ижады, муниципаль райондар һәм ҡул оҫталары тарафынан тормошҡа ашырылған “Башҡортостандың нағышлы картаһы” проекты төбәгебеҙҙең бөтә милли, тарихи, мәҙәни байлығын бер туҡымала сағылдырған үҙенсәлекле экспонат булды. Картала сиктәр менән айырымланған барлыҡ 54 район да күрһәтелгән. Республиканың 28 алтын ҡуллы ҡатын-ҡыҙы ошондай матурлыҡты һәм республика кодын барлыҡҡа килтергән. Дуҫлыҡта, татыулыҡта 130-ҙан ашыу милләт вәкиле йәшәгән республика муниципалитеттарының уға ғына хас булған милли, тарихи, мәҙәни, географик үҙенсәлектәрен, символдарын, сәнәғәт, тәбиғәт объекттарын күрһәтеү бурысы ошо ҡул оҫталары иңенә төштө. Маҡтаулы эште лайыҡлы башҡарып сыҡҡан оҫталар араһында Мишкә ҡыҙы Наталья Леонидовна Биктышева ла бар. Бындай ҙур бурысты күңелеңде һалмай, тыуған яғыңа һөйөү, илһөйәрлек һәм ғорурлыҡ тойғолары кисермәй үтәп сығыуы мөмкин дә түгелдер. Мишкә районының картаһын нағышлау эшенә тиклем район мәҙәниәт йорто директоры урынбаҫары Әлмира Ғәлимова уның макетын эшләй. Макет үҙәгендә алтын төҫөндәге яҡты ҡояш райондың ҙур ғорурлығы – игенсене, ә мари, башҡорт, татар, урыҫ халыҡтарының милли биҙәктәре улар араһындағы берҙәмлекте, дуҫлыҡты кәүҙәләндерә. Ҡул оҫталарының ҡайһыһына был бурысты йөкмәтеү тураһында оҙаҡ баш ватмай етәкселәр, оҫталыҡтары менән бәләкәй саҡтарынан танылған Наталья Биктышева һәм Лилиә Имаеваға маҡтаулы һәм яуаплы эште тапшыралар. – Был һөнәргә әүәҫлек миңә өләсәйемдән бирелгәндер. Бишенсе класта уҡығанда уның ҡул эштәренә һоҡланып, ”их, миңә лә өйрәнергә ине” тип баҙнатһыҙ ғына сигеү серҙәрен һорашҡаным хәтерҙә, – ти Наталья. – Аҙ ғына буш ваҡытым булдымы, ҡул эшенә тотонам, был ижади илһам сығанағы ла, күңелгә тыныслыҡ биреүсе, уйға һалыусы ғәжәп мәл дә. Донъя мәшәҡәттәре, хәстәрлектәр бер аҙға онотолоп тора. Биктышевтарҙың 180 квадрат метр майҙанды биләгән ике ҡатлы йорттарының һәр бүлмәһе Натальяның ижал емештәре менән тулған, сигеүле мендәр һәм япмалар, милли биҙәкле таҫтамалдар һәм күлдәктәр... Һәр береһе күҙҙең яуын алырлыҡ. Яҡташтары туй таҫтамалдарына, милли кейемдәргә, биҙәкле мендәрҙәргә ҡул оҫтаһына күпләп заказдар бирә. Матурлыҡ донъяһына ғашиҡ ҡатындың башҡа шөғөлдәре лә етерлек. Ул бөгөн аҫыл зат вәкилдәре араһында ҙур һорау менән файҙаланған тырнаҡ сервисы менән мауыға, район үҙәгендә үҙ эшен асҡан. “Клиенттарым етерлек, эргә-тирәләге ауылдарҙан да киләләр”, – ти маникюр оҫтаһы. Наталья һәм Алексей Биктышевтар ғаиләһендә биш бала тәрбиәләнә. Өлкәндәре Виолетта финанс университетында ситтән тороп уҡый. 19 йәшлек Антон – армия хеҙмәтендә. Святослав, Андрей һәм Павел – мәктәп уҡыусылары. Ире Алексей Геннадьевич оҙаҡ йылдар вахта ысулы менән Когалымда эшләй. Яңғыҙ донъя көтөү, хужалыҡты алып барыу, күп мәсьәләләрҙе бер үҙеңә хәл итеү, кәрәк саҡта таяныс булмауҙың ауырлығын Натальяға аҙ кисерергә тура килмәгән, шулай ҙа әсә зарланырға күнекмәгән. “Дөрөҫөн әйткәндә, балаларым атайһыҙ үҫте. Атай кеше улдарын матди яҡтан тәьмин итте, ҙур йорт һалды, теләктәрен үтәне, тик оло ғаилә өсөн атай кәңәше лә, тура һүҙе лә, янда булыуы ла кәрәк, – ти ул. – Беҙ уны балалар менән һағынып көтөп алабыҙ. Ирҙәре йылдар буйы вахтала эшләгән ҡатын-ҡыҙҙарҙың хәлен яҡшы аңлайым, яҙмыштары еңелдән түгел. Яҡындарыңдың ҡәҙерен, ғаилә йылылығын бергә торғанда әллә ни баһаламайһың, донъя мәшәҡәттәренә күмелеп төҫһөҙләнә, күрәһең”. Алексей менән Натальяға ауылда “әйтерһең дә, бер туғандар, йөҙ-ҡиәфәттәре менән дә, холоҡ-фиғелдәре менән дә, уңғанлыҡтары йәһәтенән дә ҡалай оҡшаштар!” тип һоҡланалар. – Ғүмер буйы бергәбеҙ, бер урамда йүгерешеп уйнап үҫтек, бергә мәктәпкә йөрөнөк, бер-беребеҙҙе биш бармаҡтай беләбеҙ һәм шуға күрәлер ҙә бер-беребеҙгә, ғаиләбеҙгә ни тиклем кәрәкле һәм ҡәҙерле булыуыбыҙҙы яҡшы аңлайбыҙ, – ти Наталья Леонидовна. Күп балалы ғаилә усағына ут, илһам өҫтәп тороусы әсә көс-дәртте яҡташтары менән аралашыуҙан, үҙешмәкәрлектә ихлас ҡатнашыуҙан, йыр-моң даирәһендә кинәнес менән йөҙөүҙән таба торғандыр. Ул әүҙем ҡатнашҡан “Балан тәлгәше” (“Полан аршаш”) ансамбле ауылдағы мари ҡатын-ҡыҙҙарының ижади тормошона йәм һәм йылылыҡ өҫтәп торған матур биҙәктәрҙең береһе, күңел йыуанысы. Ижад усағыңдың ҡуҙҙары һүнмәһен, баҙлап янһын, Наталья! Айрат Нурмөхәмәтов фотолары. |