VIВКБЯңылыҡтарБашҡорт телеМәҙәниәтРәсәй башкорттарыБашҡорттар - донъяла Башҡорт Ғаиләһе ЙылыАйыҡ ауылТарихВатандыһаҡлаусыларАтайсалФекерБашҡорт ырыуҙарыҠоролтай тауышыШайморатов вариҫтарыКалендарь ПроекттарВидеоРадий ХәбировБөйөк ЕңеүМәғариф Фольклор БР - 100 йылБелорет районыБөтә донъя башҡорттары ҡоролтайыЙәштәрЦифралы башҡортБәйгеФән һәм мәғрифәт йылыБашҡорт мәҙәниәте һәм рухи мираҫ йылыИжади майҙанҠазанЕкатеринбургФольклориадаВладивостокБөрөАғиҙелЙәрмәкәйCтәрлебашБалтасӨфө районыҠариҙелПодкастыИталияБлаговар районыБашҡорт халҡының үҫеш стратегияһы ГранттарБорайБашҡорт тарихы йылыМифтәхетдин АҡмуллаКейеҙ баҫыуӘхмәр ҮтәбайНурия ИҡсановаФәнГөлназ ЯҡуповаЭльвира МоталоваBashkort 2.0Тәтешле Башҡорт милли кейемеДинБашҡорттарҒәббәс ДәүләтшинӘлшәй районыБашҡортостан ҡатын-ҡыҙҙары берлегеУрал батырКанадаҺылыуҡайБашҡорт әҙәбиәтеБашҡорт биҙәүестәреМилли аш-һыуБашҡорт мәҙәниәте көндәреМишкә районыАҡбуҙатҠуштауЮлдыбайБейеүЙәйләүАуҙарышБелорецкТөркиәФедоровка районыМәләүезБизнесБуздәкАуырғазыСалауат районыМәсетлеТөньяҡ-көнсығыш башҡорттарыҠоролтай25ҠоролтайОнлайнБалаҡатайТөркмәнстанНефтекамаБабичСалауат ЮлаевБашҡорт теле көнөШүлгәнташБашВикиЙылайырБөрйәнҒафуриШаранҠыйғыВладимирКүгәрсенАлтайУдмурт РеспубликаһыМәләүезХәйбуллаХМАОИглинСалауатҠалтасыДүртөйлөСанкт-ПетербургИлешМәскәүӨфөТуризмКөйөргәҙеШишмәСаҡмағошДәүләкәнМиәкәМежгорьеБишбүләкТеатрСибайКүмертауУчалыБәләбәйЯңауылҺарытауСвердловск өлкәһеБаҡалыХалыҡ иҫәбен алыуПермьТуймазыИшембайБашҡорт балыОктябрьскийУраҙаҠурайҠымыҙБашҡорт атыМатуғатБлаговещенДыуанСпортАрхангелҮзбәкстанАсҡынСтәрлетамаҡҠырмыҫҡалыӘбйәлилИнтернетКушнаренкоНуриманКраснокамаБСТКоронавирусДиктантТөньяҡ амурҙарыТөньяҡ-көнбайыш башҡорттарыСиләбеЕйәнсураЫрымбурҠаҙағстанТатарстанТәбиғәтБаймаҡҺарытауБашҡорт теле йылыҠурғанҺамарДиалектРус телендәге материалдарИнтервьюФлэшмобШайморатовШәхесМәҡәләләр
Яңылыҡтар

Байрам менән, хөрмәтле тәрбиәселәр!

27 сентябрь 2025, 09:31

“Заман менән бергә атлаған, алдынғы ҡарашлы, ғәҙел, һиҙгер күңелле һөнәр оҫтаһы”, – ти уның хаҡында хеҙмәттәштәре, яҡташтары. Асҡын районы үҙәгенең 2-се балалар баҡсаһы мөдире, башҡорттар ҡоролтайы менән әүҙем эш алып барған Лариса Мөхәмәтшина был һүҙҙәргә ысынлап та лайыҡ.

Ул хеҙмәт юлын 1987 йылда Асҡын ремонт-техника предприятиеһында башлай, бер йылдан иһә Башҡорт дәүләт педагогия институтының (хәҙерге БДПУ) художество-графика факультетына уҡырға инә. Юғары белем алғас, хеҙмәт юлын Балалар ижады үҙәгендә башлай. Ошонда 20 йылдан ашыу өҫтәмә белем биреү педагогы, методик совет ағзаһы булған, учреждениеның, район үҙәгенең йәмәғәт тормошонда әүҙем ҡатнашҡан Лариса Фәрид ҡыҙы төрлө яҡлы бай тәжрибә туплай. Уның тәрбиәләнеүселәре Рәсәй, республика, район конкурстарында, фестивалдәрендә даими еңеүҙәр яулай. Лариса Фәрид ҡыҙының өҫтәмә белем биреү өлкәһендәге юғары эш һөҙөмтәһе – уның “Йыл педагогы-2006” республика конкурсында ҡатнашып, еңеүсе тип танылыуы.

Тәжрибәле һөнәр оҫтаһы 2014 йылда “Өҫтәмә белем биреүҙә заманса педагогика” программаһы буйынса әҙерлек үтә. 2016 йылдың июленән Асҡын ауылындағы 2-се балалар баҡсаһы мөдире итеп тәғәйенләнә.

Лариса Мөхәмәтшина өсөн был эш вазифауи бурыс ҡына түгел, ә йәшәү рәүеше лә. Етәксе булараҡ, ул балалар баҡсаһы заманса үҫешһен, хеҙмәткәрҙәр уңайлы шарттарҙа эшләһен, ата-әсә бында балаларын ышанып тапшырһын өсөн бар күңелен, көсөн һала. Уның тырышлығы арҡаһында мәктәпкәсә учреждение ысын шатлыҡ, ижад йортона, бәләкәстәрҙе төрлө яҡлап үҫтереү урынына әйләнә. Лариса Фәрид ҡыҙы туплаған коллективта уртаҡ маҡсаттарға ынтылған, бер-береһенә ярҙам итергә әҙер торған, тәрбиәлә заманса алымдарға өҫтөнлөк биргән, мәрхәмәтле күңелле педагогтар эшләй. Улар үҙҙәрен аңлаған, көткән, хөрмәт иткән, яратҡан балалар баҡсаһына көн дә ашҡынып, һағынып, яңы көс-дәрт менән килә. Был – тәү сиратта етәксенең эште ойоштора белеү һөҙөмтәһе. Хеҙмәттәштәренә ныҡлы терәк, аҡыллы остаз булған Лариса Мөхәмәтшина балаларҙың атай-әсәйҙәре араһында ла оло хөрмәт ҡаҙанған.

Етәксенең тырышлығы арҡаһында мәктәпкәсә учреждениела һөнәри байрамдарҙы, төрлө иҫтәлекле даталарға ярашлы сараларҙы киң, бай йөкмәткеле итеп үткәреү матур йолаға әйләнгән. Бында ветерандар хаҡында ла онотмайҙар. Хеҙмәткәрҙәрҙең һаулығын хәстәрләүгә лә ҙур иғтибар бүленә. Балалар баҡсаһының интерьерында дизайнер ҡарарҙарына өҫтөнлөк биреү ҙә эшмәкәрлеккә сағыулыҡ, күңелдәргә шатлыҡ, яҡтылыҡ өҫтәй.

Лариса Мөхәмәтшина һәр тәрбиәләнеүсеһен исеме менән белә, барыһына индивидуаль алымдар ҡуллана, һис ҡасан битараф ҡалмай. Шуға ла сығарылыш балалары ла аҙаҡ йыш ҡунаҡҡа килеп йөрөй.

Мәктәпкәсә учреждениела башҡорт, рус һ.б. халыҡтарҙың милли үҙенсәлектәрен тергеҙеүгә ҙур иғтибар бүленә, был маҡсатта төрлө саралар, байрамдар даими уҙғарыла.

Йәш быуынды тәрбиәләүгә, белем биреүгә ҙур өлөш индергәне өсөн Лариса Мөхәмәтшина Башҡортостан Мәғариф министрлығының Почет грамотаһы, “Башҡортостан Республикаһының мәғариф алдынғыһы” исеме, Рәсәй Мәғариф һәм фән министрлығының Почет грамотаһы, “Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре” мәртәбәле исеме менән наградланған. Уның етәкселегендә мәктәпкәсә учреждение 2019 йылда “2018-2019 йылдың өлгөлө балалар баҡсаһы” Бөтә Рәсәй смотр-конкурсында еңеү яулаған. Ойошма инде ун йыл дауамында район рейтингында беренселекте бирмәй.

Лариса Фәрид ҡыҙы Башҡортостанда Балалар хоҡуҡтары буйынса вәкилдең Асҡындағы йәмәғәт ярҙамсыһы ла. 2016 йылдан – райондың Ҡатын-ҡыҙҙар советы ағзаһы. Асҡын йәмәғәт палатаһы рәйесе.

Ғаиләһендә лә бәхетле ул. Ире Азат Мәғҙәнур улы менән ике ул үҫтергәндәр. Хәҙер – бер ейәнсәр һәм дүрт ейәненең яратҡан өләсәһе.

Ҡәҙерле дуҫтар! “Башҡортостан” гәзитенең “Бәйләнештә” селтәрендәге төркөмөндә барған “Күңелемдә – ҡояш” конкурсында ҡатнашыусылар өсөн әүҙем тауыш биреүегеҙҙе һорайбыҙ.

Фотолар Л. Мөхәмәтшинаның шәхси архивынан алынды.

Дилбәр Ишморатова.
Уртаҡлашыу