VIВКБЯңылыҡтарБашҡорт телеМәҙәниәтРәсәй башкорттарыБашҡорттар - донъяла Айыҡ ауылТарихВатандыһаҡлаусыларАтайсалБәйгеБашҡорт тарихы йылыФекерБашҡорт ырыуҙарыҠоролтай тауышыШайморатов вариҫтарыКалендарь ПроекттарВидеоРадий ХәбировБөйөк ЕңеүМәғариф Фольклор БР - 100 йылБелорет районыБөтә донъя башҡорттары ҡоролтайыЙәштәрЦифралы башҡортФән һәм мәғрифәт йылыБашҡорт мәҙәниәте һәм рухи мираҫ йылыИжади майҙанҠазанЕкатеринбургФольклориадаВладивостокБөрөАғиҙелЙәрмәкәйCтәрлебашБалтасӨфө районыҠариҙелПодкастыИталияБлаговар районыБашҡорт халҡының үҫеш стратегияһы ГранттарБорайМифтәхетдин АҡмуллаКейеҙ баҫыуӘхмәр ҮтәбайНурия ИҡсановаФәнГөлназ ЯҡуповаЭльвира МоталоваBashkort 2.0Тәтешле Башҡорт милли кейемеДинБашҡорттарҒәббәс ДәүләтшинӘлшәй районыБашҡортостан ҡатын-ҡыҙҙары берлегеУрал батырКанадаҺылыуҡайБашҡорт әҙәбиәтеБашҡорт биҙәүестәреМилли аш-һыуБашҡорт мәҙәниәте көндәреМишкә районыАҡбуҙатҠуштауЮлдыбайБейеүЙәйләүАуҙарышБелорецкТөркиәФедоровка районыМәләүезБизнесБуздәкАуырғазыСалауат районыМәсетлеТөньяҡ-көнсығыш башҡорттарыҠоролтай25ҠоролтайОнлайнБалаҡатайТөркмәнстанНефтекамаБабичСалауат ЮлаевБашҡорт теле көнөШүлгәнташБашВикиЙылайырБөрйәнҒафуриШаранҠыйғыВладимирКүгәрсенАлтайУдмурт РеспубликаһыМәләүезХәйбуллаХМАОИглинСалауатҠалтасыДүртөйлөСанкт-ПетербургИлешМәскәүӨфөТуризмКөйөргәҙеШишмәСаҡмағошДәүләкәнМиәкәМежгорьеБишбүләкТеатрСибайКүмертауУчалыБәләбәйЯңауылҺарытауСвердловск өлкәһеБаҡалыХалыҡ иҫәбен алыуПермьТуймазыИшембайБашҡорт балыОктябрьскийУраҙаҠурайҠымыҙБашҡорт атыМатуғатБлаговещенДыуанСпортАрхангелҮзбәкстанАсҡынСтәрлетамаҡҠырмыҫҡалыӘбйәлилИнтернетКушнаренкоНуриманКраснокамаБСТКоронавирусДиктантТөньяҡ амурҙарыТөньяҡ-көнбайыш башҡорттарыСиләбеЕйәнсураЫрымбурҠаҙағстанТатарстанТәбиғәтБаймаҡҺарытауБашҡорт теле йылыҠурғанҺамарДиалектРус телендәге материалдарИнтервьюФлэшмобШайморатовШәхесМәҡәләләр
Яңылыҡтар

Матурлыҡ та, табышлы кәсеп тә

20 сентябрь, 19:35

Баймаҡ районында матур традицияға әйләнгән “Башҡорт аты” халыҡ-ара фестивалендә ҡатнашыусылар өсөн сағыу бер тамашаға әйләнде. Ябай кеше ҡулы менән тыуҙырылған мөғжизәләргә һәр кем һоҡланмайынса, уларҙы ҡулына алып ҡарамайынса, бер кем дә улар янынан тыныс уҙа алманы.

Мәләүез ҡалаһынан Гөлшат Хисаметдинова күргәҙмәгә үҙе эшләгән стилләштерелгән селтәр, төрлө биҙәүестәр алып килгән. Шулай уҡ уңған ханым малайҙар өсөн галстуктарға төрлө биҙәктәр һала, футболкаларҙы матур теләктәр, аҡыллы һүҙҙәр менән биҙәй.

—“Башҡорт аты” фестивалендә беренсе тапҡыр ҡатнашам. Төрлө төбәктәрҙән килгән оҫталарҙың ҡул эштәре бигерәк тә оҡшаны. Үҙемә оло тәжрибә, белем алдым. Бигерәк тә Баймаҡ районының ағинәйҙәренең эштәре хайран ҡалырлыҡ, иҫ киткес. Мин үҙем өс бала әсәһемен, һөнәрем буйынса уҡытыусы. Декрет ялында ултырғанда ниндәйҙер яңы шөғөлгә тотонғо килде һәм интернетта селтәр эшләү буйынса оҫталыҡ дәресенә юлыҡтым. Тиҙ генә өйрәнеп алдым һәм үҙемдең тәүге эшемде башҡарҙым. Уңышлы ғына килеп сыҡҡандай булғас, бар фантазиямды эшкә ҡушып, тағы ла дәртләнеберәк эшләргә тотондом. Зауыҡлы ғына итеп төрлөсә стилләштереп эшләгән селтәрҙәремде тәүҙә дуҫтарыма күрһәттем, аҙаҡ интернетҡа һала башланым, махсус төркөм төҙөнөм. Заказ биреүселәр күбәйҙе. Эшләп кенә өлгөрт, – тип ҡыуаныстары менән уртаҡлашты әңгәмәсем.

Гөлшат Хисаметдинованың ҡул эштәренә күберәк балалар баҡсаһында йөрөгән ҡыҙ һәм малайҙар өсөн заказ бирәләр, төрлө бейеү ансамблдәре эшләтеп ала. Яңы уҡыу йылы алдынан башҡорт орнаменттарына яраҡлаштырып биҙәктәр һалынған галстуктарға һорау ҙур булған. Шулай уҡ төрлө яҙыулы футболкаларға ғаилә, туғандары менән бергәләшеп шәжәрә байрамы, юбилей-туй үткәреүселәр заказ бирә,–ти Гөлдәр Хисаметдинова.

Эшләгән кешегә эш ҡарышмай. Оҫта яңы һөнәр үҙләштерһә, ғаиләһе өсөн бер аҙ табышлы кәсеп тә. Һәр эшенә ижади күҙлектән ҡараған Мәләүез оҫтабикәһенең ҡул эштәре матур ҙа, зауыҡлы ла.

Автор фотоһы.

Кәримә Усманова.
Уртаҡлашыу