|
|
Яңылыҡтар
"Алтын уҡ" майҙанға йыйҙыУҡ – иң боронғо ҡорал төрҙәренең береһе, уҡ атыу – башҡорттар шөғөлләнгән сәнғәт. Халҡыбыҙҙа борондан ат сабыштары, билбау көрәше һәм уҡ атыу ысын ир-егеттәр өсөн лайыҡлы шөғөл һаналған, ҡатын-ҡыҙҙар ҙа үҙен мәргәнлектә һынаған. Бөгөн ул – мауыҡтырғыс спорт төрө, маһирлыҡ, таһыллыҡ һәм етеҙлек билдәһе. Өҫтәүенә уҡ атҡанда ҡорһаҡ, арҡа, күкрәк, ҡул мускулдары нығына, тын алыу юлы, кәүҙә тотошо яҡшыра. Шулай итеп, был ғәмәлдең сәләмәтлек өсөн дә файҙаһы ҙур. Бөгөн Өфө районының Шамонин ауылы эргәһендәге һабантуй яланында III "Алтын уҡ" төбәк-ара башҡорт мәҙәниәте фестивале үткәрелде. Өфө башлығы бүләгенә традицион уҡ атыу ярыштары башҡорт халҡының йолаларын һаҡлау, тергеҙеү һәм артабан үҫтереү, традицион уҡ атыуҙы үҫтереү һәм популярлаштырыу, йәштәрҙе мәҙәниәтебеҙгә, йолаларыбыҙға йәлеп итеү маҡсатында йыл һайын уҙғарыла. Сараны Өфө районы хакимиәте, Өфө районының мәҙәниәт һәм сәнғәт идаралығы һәм “Юрмаш мәргәне” уҡсылар клубы ойошторҙо. Фестивалде асыу тантанаһында Өфө районы хакимиәте башлығы Николай Ельников, “Айыҡ ауыл”, “Өлгөлө башҡорт ғаиләһе” проекттары кураторы, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты ағзаһы, Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың атҡаҙанған табибы, медицина фәндәре докторы, Башҡортостан дәүләт медицина университеты профессоры, билдәле йәмәғәт эшмәкәре Сәлиә Мырҙабаева, тарихсы, тарих фәндәре кандидаты, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты рәйесе, Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаты Юлдаш Йосопов, Өфө районы эшҡыуарҙары берекмәһенең коммерцияға ҡарамаған партнерлыҡ советы рәйесе Азат Фазлыев, "Аҡбуҙат” йылҡысылыҡ һәм ат спорты буйынса компетенциялар үҙәге директоры Руслан Фәйзуллин, “Башҡорт аты” коммерцияға ҡарамаған ойошмаһы, башҡорт атын өйрәнеү буйынса ғилми-тикшеренеү институты етәксеһе Руслан Ғизәтуллин һәм башҡалар ҡатнашты. - Өс йыл элек, был милли спорт төрө буйынса ярыштарҙы үткәреү тураһында һүҙ йөрөткән сағыбыҙҙа, ниндәй эште башлағаныбыҙ тураһында ныҡлап аңлап етмәй инек. Әммә яйлап, бәләкәй аҙымдар менән етди сараға “килеп еттек”. Артабан ошо үҙенә тартып торған урында ярышыусылар араһында Өфө районында йәшәүселәр генә түгел, тотош ҙур илебеҙҙән ҡатнашыусылар күп булһын. Һәр спортсыға сыҙамлыҡ, еңеүгә ихтыяр көсө теләйем. Иң көслө спортсы еңеү яулаһын, – тине сығышында Николай Ельников. Сәлиә Мырҙабаева Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының ошондай ҙур, сәләмәт тормош алып барыуға, милли йолаларыбыҙҙы һаҡлауға, башҡорт халҡының мәҙәниәтен һәм тарихын пропагандалауға өндәгән саранан ситтә ҡалмауы тураһында әйтте. - Өфө районының Шамонин ауылы, “Айыҡ ауыл” республика конкурсы еңеүсеһе – өлгөлө ҡасаба. Бында күршеләренә, туғандарына, яҡындарына, республикаға, ғөмүмән, проблемаларға битараф ҡалмағандар йәшәй. Барығыҙға ла, Өфө районы хакимиәтенә саҡырғанығыҙ, һеҙҙең менән осрашыу, республика, илебеҙҙең сәскә атыуы, барыбыҙҙың да берҙәм булыуы өсөн һығымталар яһау, яңы мәсьәләләр ҡуйыу мөмкинлеге өсөн рәхмәт белдерәм, – тине Сәлиә Шәрифйән ҡыҙы. Сәлиә Мырҙабаева бер төркөм хеҙмәт уңғандарына Рәсәй Дәүләт Думаһы депутаты Эльвира Айытҡолованың Рәхмәт хаттарын тапшырҙы. Наградаға лайыҡ булыусылар араһында Рәми Ғарипов исемендәге 1-се башҡорт республика гимназия-интернатының уҡ атыу буйынса тренеры Рәйес Низаметдинов, Өфө районының Шамонин урта белем биреү мәктәбе директоры Зилә Нуриева, “Дарман” автономиялы коммерцияға ҡарамаған ойошмаһы етәксеһе, Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Роберт Хәмиҙуллин һәм башҡалар бар ине. “Хыял” халыҡ ижады үҫеше үҙәге етәксеһе, Өфө районының “Юрмаш мәргәне” уҡсылар клубын ойошторусы Венера Юлдашбаева, Өфө районының Рус Юрмашы ауыл хакимиәте башлығы Динар Әлетдинов, Башҡортостан Милли музейының этнография бүлеге етәксеһе Лилиә Барлыбаева һәм башҡалар Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының Рәхмәт хаттарына лайыҡ булды. Уларҙы Юлдаш Йосопов тапшырҙы. Ярыштарҙа республикабыҙҙың 20-гә яҡын район-ҡалаһынан төрлө йәш төркөмөндәге спортсылар, шулай уҡ Татарстан Республикаһынан һәм Ырымбур, Силәбе өлкәләренән вәкилдәр бар ине. Уларҙың барыһы ла милли кейемдә сығыш яһаны. Әйткәндәй, был – ошо фестивалдең төп шарттарының береһе. Ярыштарҙан тыш, фестиваль майҙансығында Башҡортостан Милли музейының “Башҡорт халҡының матди мәҙәниәте – башҡорт тирмәһе”, Өфө районының 95 йыллығына арналған “Кесе Ватаным” күргәҙмәләре, уҡ атыу буйынса оҫталыҡ дәресе үткәрелде, унда теләгән һәр кем традицион уҡ атыу мөмкинлегенә эйә булды. “Геройҙар биләмәһе” интерактив майҙансығы ойошторолдо, унда Өфө районының ирекмәндәр берләшмәләре оҫталыҡтарын күрһәтте – маскировка селтәрҙәре үреү буйынса һәм шашка менән фланкировкалау буйынса оҫталыҡ дәресе үтте. Йәнә ашыҡтар менән оҫталыҡ дәресе (балалар өсөн һөйәк уйыны) һәм балалар өсөн рогатканан атыу буйынса чемпионат булды. Һәм, әлбиттә, тирмәлә башҡорт милли аш-һыуы тәҡдим ителде, традицион кәсептәре менән таныштырыу булды. Турнир барышында ижади коллективтарҙың сығышы, төрлө һөнәр оҫталарының күргәҙмә-һатыу йәрминкәләре, балалар өсөн аттракциондар, заманса интерактив майҙансыҡтар эшләне. Иртәнән кискә тиклем байрам яланы осҡан уҡ тауышына ҡушылып, халыҡ менән бергә шаулап, йырлап, бейеп торҙо, шат тауыштарға күмелде. Рәйес НИЗАМЕТДИНОВ, Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре һәм мәғариф отличнигы: - Уҡ атыу менән шөғөлләнеүемә быйыл – һигеҙ йыл. Учалы районында был милли спорт төрө менән мауыға башлағайным. Өфөгә күскәс тә был яратҡан шөғөлөмдө ташламаным: балаларға уҡ атыу серҙәрен өйрәтәбеҙ, төрлө ярыштар ойошторабыҙ. Автор фотолары. |