|
![]() Яңылыҡтар
Балалар баҡсаларында башҡорт теле нисек өйрәтелә?Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы, уның мәғариф, фән, башҡорт телен һәм әҙәбиәтен һаҡлау буйынса комиссияһы «Башҡорт телен һаҡлау һәм үҫтереү буйынса төп мәсьәләләр» темаһына Методик совет ултырышын үткәрҙе. Сараны Эльвира Ринат ҡыҙы Айытҡолова алып барҙы. Көн тәртибе буйынса, «Башҡортостан Башлығының ҡушыуына ярашлы, республиканың балалар баҡсаларында башҡорт телен өйрәнеү һәм милли мөхит булдырыу» темаһына Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының мәғариф, фән, башҡорт телен һәм әҙәбиәтен һаҡлау буйынса комиссияһы рәйесе Лариса Абдуллина сығыш яһаны. Икенсе һорау буйынса, «Башҡортостандың мәктәпкәсә белем биреү учреждениеларында башҡорт телен уҡытыуға һәм өйрәнеүгә мониторинг» темаһына республиканың Мәғариф һәм фән министрлығындағы милли белем биреү бүлеге етәксеһе Розалия Сафиуллина киң мәғлүмәт бирҙе. Өсөнсө һорау «Мәктәпкәсә белем биреү ойошмаларында башҡорт телен уҡытыу һәм өйрәнеү» темаһына бағышланды, уның буйынса Өфө ҡалаһы хакимиәтенең мәғариф идаралығы етәксеһе урынбаҫары Ирина Басенко сығыш яһаны.
|