VIВКБЯңылыҡтарБашҡорт телеМәҙәниәтРәсәй башкорттарыБашҡорттар - донъяла Айыҡ ауылТарихВатандыһаҡлаусыларАтайсалБәйгеБашҡорт тарихы йылыФекерБашҡорт ырыуҙарыҠоролтай тауышыШайморатов вариҫтарыКалендарь ПроекттарВидеоРадий ХәбировБөйөк ЕңеүМәғариф Фольклор БР - 100 йылБелорет районыБөтә донъя башҡорттары ҡоролтайыЙәштәрЦифралы башҡортФән һәм мәғрифәт йылыБашҡорт мәҙәниәте һәм рухи мираҫ йылыИжади майҙанҠазанЕкатеринбургФольклориадаВладивостокБөрөАғиҙелЙәрмәкәйCтәрлебашБалтасӨфө районыҠариҙелПодкастыИталияБлаговар районыБашҡорт халҡының үҫеш стратегияһы ГранттарБорайМифтәхетдин АҡмуллаКейеҙ баҫыуӘхмәр ҮтәбайНурия ИҡсановаФәнГөлназ ЯҡуповаЭльвира МоталоваBashkort 2.0Тәтешле Башҡорт милли кейемеДинБашҡорттарҒәббәс ДәүләтшинӘлшәй районыБашҡортостан ҡатын-ҡыҙҙары берлегеУрал батырКанадаҺылыуҡайБашҡорт әҙәбиәтеБашҡорт биҙәүестәреМилли аш-һыуБашҡорт мәҙәниәте көндәреМишкә районыАҡбуҙатҠуштауЮлдыбайБейеүЙәйләүАуҙарышБелорецкТөркиәФедоровка районыМәләүезБизнесБуздәкАуырғазыСалауат районыМәсетлеТөньяҡ-көнсығыш башҡорттарыҠоролтай25ҠоролтайОнлайнБалаҡатайТөркмәнстанНефтекамаБабичСалауат ЮлаевБашҡорт теле көнөШүлгәнташБашВикиЙылайырБөрйәнҒафуриШаранҠыйғыВладимирКүгәрсенАлтайУдмурт РеспубликаһыМәләүезХәйбуллаХМАОИглинСалауатҠалтасыДүртөйлөСанкт-ПетербургИлешМәскәүӨфөТуризмКөйөргәҙеШишмәСаҡмағошДәүләкәнМиәкәМежгорьеБишбүләкТеатрСибайКүмертауУчалыБәләбәйЯңауылҺарытауСвердловск өлкәһеБаҡалыХалыҡ иҫәбен алыуПермьТуймазыИшембайБашҡорт балыОктябрьскийУраҙаҠурайҠымыҙБашҡорт атыМатуғатБлаговещенДыуанСпортАрхангелҮзбәкстанАсҡынСтәрлетамаҡҠырмыҫҡалыӘбйәлилИнтернетКушнаренкоНуриманКраснокамаБСТКоронавирусДиктантТөньяҡ амурҙарыТөньяҡ-көнбайыш башҡорттарыСиләбеЕйәнсураЫрымбурҠаҙағстанТатарстанТәбиғәтБаймаҡҺарытауБашҡорт теле йылыҠурғанҺамарДиалектРус телендәге материалдарИнтервьюФлэшмобШайморатовШәхесМәҡәләләр
Яңылыҡтар

“Бал ҡорттарынан өлгө алам”

17 июль, 23:13

– Таң менән торам да, баҡсама сығып, һәр ағас-ҡыуағымды, гөл-сәскәләремде һыйпап, һөйөп сығам, еләк-емештәремде тәмләйем. Күңелемә шулай әйтеп аңлатҡыһыҙ көс алам да йәйге оҙон көн буйына дәртләнеп, бызылдашҡан бал ҡорттарым менән бергә арыу-талыу белмәй, йүгерә-йүгерә эшләйем, – ти йөҙө оло ҡәнәғәтлектән балҡыған умартасы Тәслимә Рәхимова.

Атаһының һүҙҙәрен онотмайынса...

Архангел районының Абҙан ауылында тыуып, аҙаҡ ғүмеренең байтаҡ өлөшөн ҡалала үткәргән, хаҡлы ялға сыҡҡас иһә изге төйәгенә ҡайтып төпләнгән апай, быйыл етмеш йәшен тултырһа ла, йәштәрҙәй етеҙ, егәрле, көр күңелле. Үҙе әйтмешләй, бал ҡорттарынан өлгө ала, улар кеүек өҙлөкһөҙ хәрәкәттә.

– Ҙур ғаиләлә баш бала булыуым да холҡома тәьҫир иткәндер, – ти Тәслимә Ғәйнислам ҡыҙы. – Минең бер туған алты ҡустым бар. Әсәй-атайым – Гөлсирә һәм Ғәйнислам Шәрәфетдиновтар ғүмер буйы колхозда эшләне. Миҙгел дауамында сөгөлдөр баҫыуынан бушай алманылар, атайым хужалыҡтың умарталығын да ҡараны. Шуға ла миңә, “өлкән апай”ға, йорт-ҡураның барлыҡ мәшәҡәттәрен күтәрергә, балаларҙы ла ҡарарға тура килде. Хәҙер бының өсөн “Аллаға шөкөр!” тим – бәләкәйҙән ҡул аҫтына ингәс, ауылда кәрәкле бөтә эштәрҙе белеп үҫтем.

Ысынлап та, ауылдаштары әйтеүенсә, уңған Тәслимә ханым нимәгә тотонһа, шуны “гөлгә күмә”. Ғаиләһе менән оҙаҡ ваҡыт ҡалала йәшәп, 2002 йылда Абҙанға ҡайтып төпләнгәненән алып баҡса үҫтерә, унда умарталар ҙа ҡуйған.

– Бәләкәйҙән атайҙың иң өлкән “малайы” булып, артынан эйәреп йөрөп, ир-ат һөнәрҙәрен дә үҙләштерҙем, – ти Тәслимә ханым. – Ә ул шәп балта оҫтаһы ла, ҡортсо ла ине. “Мин китеп барһам, умартасылыҡ эшемде дауам итмәҫһегеҙ инде”, – тип бошона торғайны. Шуға ла, Абҙанда атайымдың кәсебе дауам итергә тейеш, тигән ниәттә ҡайттым да инде ауылыма. Йортом тыуған нигеҙебеҙгә күрше генә. Уны ҡустыларым менән ике улым төҙөп бирҙе.

Милли кәсепкә тотонор алдынан Тәслимә Ғәйнислам ҡыҙы Өфөлә, Башҡортостан дәүләт аграр университетында умартасылыҡ курстары үткән. “Эштең ғәмәли яҡтарын белгән хәлдә лә, теоретик белем ныҡ кәрәк. Йылдам үҙгәрештәр кисергән заманда умартасылыҡ та бер урында тормай, үҫешә. Ошо кәсеп менән шөғөлләнгәндәрҙең барыһына ла белемен камиллаштырып торорға тәҡдим итәм”, – ти Тәслимә ханым.

Умарталарын ул тәүҙә 25-кә еткергән булған. Һуңғы йылдарҙың йә яуынлы, йә ҡоролоҡло килеүенә бәйле, хәҙер күс иҫәбен әҙерәк кәметеп торған. Шулай ҙа үҙаллы тормош көткән улдарының да, ҡалала ғүмер иткән өс ҡустыһының да ғаиләләренә өләшергә етә.

– Улар үҙҙәре лә минең эшләгәнде көтөп ятмай, әлбиттә, гел ярҙамлашалар, – ти умартасы. – Әле, күрәһегеҙ, рамдар тулды. Ҡустылар ҡайтып, тәүге уңышты йыйышабыҙ, тине, уларҙы көтәм. Быйыл солоҡ түмәре лә алдым. Электән ныҡ ҡыҙыҡһына инем. Тик әлегә тейешенсә әҙерләнеп бөтмәгән, киләһе йыл, Аллаһ бирһә, ҡуйып ҡарармын инде.

Туристар беҙҙең ризыҡтарҙы белһен

Тәслимә Рәхимованың баҡсаһында төрлө еләк-емештең тулышып бешеп, “өҙөлөп төшәм” тип торған сағы. Ҡара, ҡыҙыл ҡарағатты, ҡурай еләктәрен, йылдағыса, биҙрә-биҙрә йыйып ала, үҙенән артҡанын һата ла. Ә Абҙанда таҙа продукцияға сират – эргәләге Инйәргә һыу инергә, шарлауыҡ күрергә килеүселәр, туристар бихисап. Шулай уҡ Өфө – Белорет трассаһы яҡында ғына, уның буйына сығып торһаң да, еләк-емешең йәһәт кенә “оса”.

– Ғөмүмән, беҙҙең Абҙанда йорт-ҡураңда, баҡсаңда тырышып эшләү иҫәбенә лә етеш йәшәргә мөмкин. Тик ялҡауланма ғына, – ти умартасы. – Еләк-емештән тәмле бәлештәр бешереп һатыу ҙа әҙме-күпме табыш килтерә. Мал тотҡан ауылдаштарыбыҙ иһә туристарҙы ит, һөт аҙыҡтары, ҡымыҙ менән тәьмин итә, электән бәйләнеш булдырып, ике яҡ өсөн дә файҙалы эш алып барғандар байтаҡ.

– Ял – тормошобоҙҙоң мөһим өлөшө. Беҙҙең яҡты яҡын күреп килгән туристар һәр йәһәттән ҡәнәғәт булып ҡайтһын, милли кәсептәребеҙҙе, аш-һыуыбыҙҙы белһен тип тырышыу ике яҡ өсөн дә отошло, – ти Тәслимә ханым. – Мин үҙем дә төрлө ер-һыу күреп, яҡшы ял итергә яратам. Ҡырҙа саҡта урындағы халыҡтың нисек йәшәгәнен күҙәтәм, айырыуса ниндәй кәсептәр менән шөғөлләнгәндәренә иғтибар итәм. Өлгө алам, йәки, киреһенсә, беҙҙә йүнселлек яҡшыраҡ үҫешкән икән, тип ҡуям. Ғөмүмән, йорт-ҡурала, баҡсала тырышлығың үҙеңә генә түгел, тыуған төйәгеңә лә бәрәкәт – ситтән килгәндәргә милли үҙенсәлектәрҙе, ҡиммәттәрҙе яҡындан күрһәтеп, нығыраҡ данларға мөмкин.

Тәслимә Рәхимова – райондың ҡортсолар кооперативы ағзаһы ла. Йәштәргә милли кәсепкә тотоноуҙа, уны үҫтереүҙә ярҙам итеү ниәтендә ошо эште лә ихлас алып барам, ти. “Абҙан элек-электән умартасылары менән данлы ауыл ул. Беҙҙә 90, хатта 100 йәшкә еткәндәрҙең күплеге шифалы бал менән туҡланып, сәләмәт тормош алып барыуыбыҙға ла бәйлелер. Киләсәктә лә ауылдаштарыбыҙ ошондай сифаттары, яҡтыға ынтылышы менән һоҡландырып йәшәһен, бал ҡорто кеүек өҙлөкһөҙ хәрәкәттә булһын ине”, – тип теләй Тәслимә ханым.

***

...Улдары, килендәре, биш ейән-ейәнсәре ураған һайын килеп, Тәслимә Ғәйнислам ҡыҙының хәлен белешеп, уға ярҙам итеп тора. Үҙҙәре олоғайып бөтһә лә, алты ҡустыһы ла “апай” тип килеп инә, бәләкәй саҡтарындағы кеүек, уны терәк-таяныс тип күрә, кәңәш, ярҙам һорай. “Шулай туғандарың менән ҡатышып, тыуған төйәгеңдә йәшәү, күңелеңә яҡын эш-ғәмәлдәр менән шөғөлләнеү – иң ҙур бәхет ул, – ти Абҙан умартасыһы. – Аллаһ ошо бәрәкәттән, тыуған еремдән айырмаһын”.

Автор фотолары.

Архангел районы.

Дилбәр Ишморатова.
Уртаҡлашыу