|
|
Ҡоролтай тауышы
Эпосыбыҙҙы донъяға танытҡан шәхес17 июль Рәсәйҙә Берҙәм фольклор көнө билдәләнә. Ошо уңайҙан Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының мәғариф, фән, башҡорт телен һәм әҙәбиәтен үҫтереү буйынса комиссияһы «Бөйөк башҡорт фольклорсыһы, БАССР-ҙың халыҡ сәсәне Мөхәмәтша Буранғоловтың исемен мәңгеләштереү» тигән темаға түңәрәк өҫтәл ойошторҙо. Сара «Берҙәм Рәсәй» партияһының йәмәғәтселек менән эш штабында үтте.
Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының мәғариф, фән, башҡорт телен һәм әҙәбиәтен үҫтереү буйынса комиссияһы рәйесе, «Аҡбуҙат» журналының баш мөхәррире Лариса Абдуллина ҡоролтай исеменән барыһын да байрам менән тәбрикләне һәм Республика Башлығы Радий Хәбиров ҡул ҡуйған Указға ярашлы, «Урал батыр» эпосы көнө боронғо ҡомартҡыны яҙып алған сәсәндең исеме менән тығыҙ бәйле булырға тейешлеген әйтеп үтте. Ул шулай уҡ атаҡлы сәсән Мөхәмәтша Буранғоловтың исемен мәңгелештереү буйынса эшлекле тәҡдимдәр менән сығыш яһарға саҡырҙы. Ул шулай «Аҡбуҙат» журналаның «Урал батыр» эпосына арналып сығарылған һаны менән таныштырҙы. Уны танылған рәссамдар иҫ киткес һүрәттәр менән биҙәгән. Башҡортостан Республикаһы Мәғариф министрлығының Милли мәғариф идаралығы етәксеһе Морат Ишемғолов үҙ сығышында Республикала иғлан ителгән «Урал батыр» эпосы көнө уңайынан Мәғариф министрлығы тарафынан эпостарҙы ғына түгел, уларҙы яҙып алған шәхестәрҙең биографияһын өйрәнеүгә лә ҙур урын бүленеүен билдәләне. Башҡортостан Республикаһы Халыҡ ижады үҙәгенең генераль директоры урынбаҫары, «Сәсәндәр» үҙәге етәксеһе Нәфисә Тулыбаева 51 эпосы булған башҡорт халҡының Эпостар энициклопедияһы булдырылырға тейешлеген, унда оҙон көйҙәрҙе лә индереү кәрәклеген һыҙыҡ өҫтөнә алды. Ул шулай уҡ М. Буранғолов исемендәге премия фольклорсыларға ла бирелергә тейешлеген әйтте. Башҡортостан Яҙыусылар союзы рәйесе урынбаҫары Тәнзилә Дәүләтбирҙина: «Башҡортостан Яҙыусылар союзының М. Буранғолов исемендәге бүләге бар. Әммә ул бер мәл онотолоп ҡалған. Моғайын, яңы һайланған рәйес, идара ағзалары был эште яңынан тергеҙеп ебәрер, тип ышанам!» — тине. Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы аппараты белгесе, Өфө фән һәм технологиялар университеты доценты Нурислам Ҡалмантаев —М. Буранғоловҡа арнап ғилми конференциялар ойошторған, фәнни йыйынтыҡтар әҙерләп сығарған ғалим. Ул, үҙ сиратында, сәсәндең исемен мәңгеләштереү эше Ырымбур өлкәһендә лә дауам итергә тейешлегенә, ауылдарҙа, иҫтәлекле урындарҙа таҡтаташ асырға кәрәклегенә иғтибар бүлде. Ғалим-этнолог, юрист, философия фәндәре кандидаты Зәкирйән Әминев —2013 йылда «Эпос „Урал батыр“ и мифология башкир» тигән китап сығарған фән әһеле. Ул: «Өфө ҡалаһында М. Буранғоловҡа һәйкәл дә, урам да булыуы мөһим. Сәсәндең эшмәкәрлеге аша беҙҙе бар донъя таный. Беҙ эпосҡа иғтибар бүлгән кеүек, уны яҙып алыусыны һис оноторға тейеш түгелбеҙ!» — тине. Драматург, тәржемәсе, сценарист, балалар яҙыусыһы Сәрүәр Сурина — «Урал батыр» эпосын яттан һөйләгән балаларҙы төшөрөп алған журналист. Телевидение фондында уның 50-нән ашыу фильмы һаҡлана. «Балаларҙың артабанғы яҙмышын күҙәтеп барырға, уларҙы әҙерләгән уҡытыусыларҙы, педагогтарҙы ла ҙурларға кәрәк! Ҡанатландырып ебәрһәк, улар тағы ла тырышып эшләйәсәк!» — тине Сәрүәр Рәшит ҡыҙы. Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының аҡһаҡалдар ҡоро ағзаһы, мәғариф ветераны Ғәлиә Мөхәмәтйәнова үҙ сығышында балалар, тәрбиәселәр, уҡытыусылар өсөн «Урал батыр» эпосын өйрәнеү буйынса айырым методик әсбаптар булдырыу тураһында фекер әйтте.
Әлшәй районы менән дә тығыҙ бәйле Мөхәмәтша Буранғоловтың эшмәкәрлеге. Ул тормошондағы ауыр йылдарында ошо төбәккә килеп һыйына. Район башҡорттары ҡоролтайы рәйесе Мирғәсим Әкимбәтов төбәк исеменән сәләмләне һәм һүҙҙе Мөхәмәтша Буранғолов исемендәге лицей директоры Илдус Баймөхәмәтовҡа бирҙе. Илдус Илдар улы шәхестең киң күңелле, халыҡсан асылы хаҡында Әлшәй районында яҡшы хәтерләүҙәре, даими рәүештә саралар ойошторолоп тороуҙары, 2004 йылда лицейға исем бирелеүе, 2006 йылда алдында бюст ҡуйылыуы хаҡында ентекләп һөйләне. Ике йылға бер ойошторлған сараны быйыл да үткәрергә һәм Мәғариф министрлығы планына индереүҙе һораны. Хәтирәләрендә Мөхәмәтша Буранғолов Мәләүез ерлегендәге емешле ижады тураһында ихлас телгә ала. Мәләүез ҡалаһы Мөхәмәтша Буранғолов исемендәге 1-се һанлы ҡала китапханаһының мөдире Айгөл Үмәрғәлина, әйҙәүсе белгесе Рәзилә Ҡотлогилдина төбәк исеменән сәләмләне. Рәзилә Фәтих ҡыҙы: «Беҙҙә бик күп бай материал тупланған. Мөхәмәтша Буранғолов — халҡыбыҙҙың бөйөк шәхесе. Шуға күрә Мәләүез ҡалаһында мотлаҡ уға бағышланған музей булырға тейеш. Ул бер бина эсендә бәләкәй генә кабинет та, музей мөйөшө лә түгел. Ә айырым бина. Ошо эште бергәләп атҡарып сыҡһаҡ ине!» — тигән теләк белдерҙе. Ырымбур өлкәһе башҡорттары ҡоролтайы рәйесе Йәғәфәр Яманһарин сараны ойошторған өсөн рәхмәт әйтте һәм М. Буранғоловҡа бәйле сараларҙы йышыраҡ һәм ырымбурҙарҙы саҡырып ойошторорға саҡырҙы.
«Тамыр» балалар каналы етәксеһе Гөлназ Ҡолһарина балалар өсөн күп тапшырыуҙар эшләнеүе, уларҙа тап эпос геройҙары балалар менән йәнһүрәттәр аша аралашыуы хаҡында һөйләне. Ул шулай уҡ «Урал батыр» эпосын яттан һөйләү конкурсына М. Буранғолов исемен бирергә тәҡдим итте. Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының башҡарма комитет ағзаһы, Башҡорт телен һаҡлау һәм үҫтереү ойошмаһы директоры Гөлназ Йосопова: "Балаларға бөтә фәһемле фекерҙәрҙе уйындар аша еткереү маҡсатынан эш алып барабыҙ. Киләсәктә лә эпос, уны яҙып алыусы хаҡында яңы уйындар эшләргә тип торабыҙ!"— тине. Танылған режиссер Булат Йосопов Өфөлә М. Буранғолов музейы булырға тейеш, тигән фекерҙә: «Баш ҡалала полярниктарҙың В.Альбанов исемендәге музейы, музыка сәнғәтенең Ф. Шаляпин исемендәге музейы бар. Әҙәбиәтселәрҙең М. Буранғолов исемендәге музейын булдырыу зарур! Йәнә лә данлыҡлы шәхестең исемен һәм ижадын мәңгеләштереү буйынса эш төркөмө кәрәк!» Тележурналист Рәшиҙә Ишембәтов балалар өсөн ҡыҫҡа видеоматериалдар менән бергә өлкәндәр өсөн ҙур, киң даирәлә фекер еткерелгән тапшырыуҙар эшләү мөһимлеген билдәләне. «Фольклор, халыҡ ижады тураһында телевидениела айырым тапшырыу булдырылһа ла,яҡшы булыр!» — тине ул. "Ағиҙел" журналының баш мөхәррире Мөнир Ҡунафин:. "Сәсәндең ҙур драматург булыуын да онотмайыҡ. Киләсәктә фольклор материалына нигеҙләнгән М. Буранғолов исемендәге театр фестивале лә ойошторорға кәрәк!" - тине.
Мөхәмәтша Буранғоловтың исемен һәм ижадын мәңгеләштереү буйынса был тәүге йыйылыштарҙың береһе. Фекерҙәштәр йышыраҡ кәңәшләшергә, тигән фекер менән М. Буранғоловтың ҡәберенә юлланды. Ерләнгәндән һуң тәүге тапҡыр атаҡлы сәсәндең ҡәберенә йәмәғәтселәр, ғалимдар, яҙыусылар, сәнғәт әһелдәре сәскә һалған һәм доға ҡылған көн булып тарихта ҡалды бөгөнгө осрашыу. |