VIВКБЯңылыҡтарБашҡорт телеМәҙәниәтРәсәй башкорттарыБашҡорттар - донъяла Айыҡ ауылТарихВатандыһаҡлаусыларАтайсалБәйгеБашҡорт тарихы йылыФекерБашҡорт ырыуҙарыҠоролтай тауышыШайморатов вариҫтарыКалендарь ПроекттарВидеоРадий ХәбировБөйөк ЕңеүМәғариф Фольклор БР - 100 йылБелорет районыБөтә донъя башҡорттары ҡоролтайыЙәштәрЦифралы башҡортФән һәм мәғрифәт йылыБашҡорт мәҙәниәте һәм рухи мираҫ йылыИжади майҙанҠазанЕкатеринбургФольклориадаВладивостокБөрөАғиҙелЙәрмәкәйCтәрлебашБалтасӨфө районыҠариҙелПодкастыИталияБлаговар районыБашҡорт халҡының үҫеш стратегияһы ГранттарБорайМифтәхетдин АҡмуллаКейеҙ баҫыуӘхмәр ҮтәбайНурия ИҡсановаФәнГөлназ ЯҡуповаЭльвира МоталоваBashkort 2.0Тәтешле Башҡорт милли кейемеДинБашҡорттарҒәббәс ДәүләтшинӘлшәй районыБашҡортостан ҡатын-ҡыҙҙары берлегеУрал батырКанадаҺылыуҡайБашҡорт әҙәбиәтеБашҡорт биҙәүестәреМилли аш-һыуБашҡорт мәҙәниәте көндәреМишкә районыАҡбуҙатҠуштауЮлдыбайБейеүЙәйләүАуҙарышБелорецкТөркиәФедоровка районыМәләүезБизнесБуздәкАуырғазыСалауат районыМәсетлеТөньяҡ-көнсығыш башҡорттарыҠоролтай25ҠоролтайОнлайнБалаҡатайТөркмәнстанНефтекамаБабичСалауат ЮлаевБашҡорт теле көнөШүлгәнташБашВикиЙылайырБөрйәнҒафуриШаранҠыйғыВладимирКүгәрсенАлтайУдмурт РеспубликаһыМәләүезХәйбуллаХМАОИглинСалауатҠалтасыДүртөйлөСанкт-ПетербургИлешМәскәүӨфөТуризмКөйөргәҙеШишмәСаҡмағошДәүләкәнМиәкәМежгорьеБишбүләкТеатрСибайКүмертауУчалыБәләбәйЯңауылҺарытауСвердловск өлкәһеБаҡалыХалыҡ иҫәбен алыуПермьТуймазыИшембайБашҡорт балыОктябрьскийУраҙаҠурайҠымыҙБашҡорт атыМатуғатБлаговещенДыуанСпортАрхангелҮзбәкстанАсҡынСтәрлетамаҡҠырмыҫҡалыӘбйәлилИнтернетКушнаренкоНуриманКраснокамаБСТКоронавирусДиктантТөньяҡ амурҙарыТөньяҡ-көнбайыш башҡорттарыСиләбеЕйәнсураЫрымбурҠаҙағстанТатарстанТәбиғәтБаймаҡҺарытауБашҡорт теле йылыҠурғанҺамарДиалектРус телендәге материалдарИнтервьюФлэшмобШайморатовШәхесМәҡәләләр
Яңылыҡтар

“Ниндәй булған ул Һомай?” тип һораусылар күбәйҙе”

15 июль, 11:23

“Берҙәм дәүләт имтихандарын уңышлы тапшырҙым. Мәктәпте алтын миҙалға тамамлайым. М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетының башҡорт филологияһы факультетына уҡырға ингем, туған телебеҙҙе үҫтереүгә, халҡыбыҙҙы, “Урал батыр” эпосын тағы ла киңерәк танытыуға үҙ өлөшөмдө индергем килә!”

Баҡалы районының Мостафа урта мәктәбен тамамлаған йәш милләттәшебеҙ Миләүшә Дусыеваның ихлас күңелдән әйткән ошо ялҡынлы һүҙҙәренән һуң өләсәһе Фәйрүзә ханым хатта илап ебәрҙе. Оло ҡыуаныстан, ғорурлыҡтан был күҙ йәштәре. Йәштәребеҙҙең туған телем, милләтем, рухи ҡиммәттәрем тип янып йәшәүен, маҡсаттарын тормошҡа ашырырға ынтылып тороуын күреү – һәммәбеҙ өсөн сикһеҙ шатлыҡ, ысын бәхет бит.

Билдәле булыуынса, Баҡалы ҡыҙы күптән түгел “Урал батыр” эпосын яттан һөйләгән йәш сәсәндәрҙең 27-се төбәк-ара конкурсында абсолют еңеүсе тип танылды. Остазы, Мостафа урта мәктәбенең башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Эльмира Насирова әйтеүенсә, был ҡаҙаныш – ун йыл өҙлөкһөҙ дауам иткән тырыш хеҙмәт емеше.

– Миләүшә ете йәшендә, икенсе класта уҡығанында, бөйөк эпосыбыҙҙың 500 юлын ятлағайны инде, – ти педагог. – Үҫә килә әҫәргә ҡарата ҡыҙыҡһыныуы арта ғына барҙы. Эпостың мәғәнәһен, Урал батыр биргән тормош һабаҡтарын тәрән аңлап, тулыһынса ятлауға өлгәште. Бөйөк әҫәрҙең һәр һүҙен, ундағы хәл-ваҡиғаларҙы йөрәгең аша үткәрмәйенсә, эсендә “йәшәмәйенсә”, бындай юғары уңыш яулау мөмкин түгел.

– Ысынлап та, мәктәп йылдарын “Урал батыр” менән бергә үттек, – тип һүҙгә ҡушылды Миләүшә. – Уҡы, тырыш, һин булдыра аласаҡһың, тип гел генә дәртләндереп торған атай-әсәйемә, остазым Эльмира Рәүис ҡыҙына ҙур рәхмәт. Шундай рухи ярҙам булмаһа, ярты юлда туҡтап ҡалған, әлеге ҡаҙанышҡа өлгәшә алмаған да булыр инем.

“Урал батыр”ҙы ятлағанда телмәрем яҡшырҙы, күңелемдә туған телемә ҡарата һөйөү тойғоһо көсәйҙе. Бөйөк эпосты тормош дәреслеге кеүек ҡабул итә башланым: төрлө хәлдәрҙә, һынау алдында торған ваҡыттарҙа Урал батырҙың әйткәндәрен иҫемә төшөрәм. Хатта ҡайһы бер кешеләр менән аралашҡанда уларға эпостағы һүҙҙәр аша аҡыл да биреп ҡуям.

“Урал батыр” мине һәр саҡ алға, еңеүгә әйҙәгәндәй, ти Миләүшә. Ул мәктәп, район кимәлендәге сараларҙа гел әүҙем ҡатнашҡан, башҡорт теле һәм әҙәбиәте генә түгел, ә рус теле һәм әҙәбиәте, сәнғәт йүнәлешендәге конкурстарҙа күп тапҡыр еңеү яулаған. Республика, төбәк-ара олимпиадаларында даими көсөн һынағанлыҡтан, юғары уҡыу йорттары педагогтары, ғалимдары уны күреп-белеп, бер нисә йыл элек үк үҙҙәренә уҡырға килергә саҡыра башлаған.

– Бөйөк эпосыбыҙ күңелемә тыуған төйәгебеҙгә ҡарата шул ҡәҙәр ҙур һөйөү һалған: ҡайҙа йөрөһәм дә, тиңдәштәремә республикабыҙҙы, милләтебеҙҙе данлап һөйләргә тырышам, – ти Миләүшә. – Ошо йәһәттән быйыл “Ай йола” төркөмөнөң “Урал батыр” эпосы менән бергә башҡорт халҡын донъяла киң танытыуына ныҡ ҡыуандым. Ихлас ғорурландым. Эпосыбыҙ, ысынлап та, бөйөк. Уны барлыҡ башҡорт йәштәре белергә тейеш. Ятлай алмаған хәлдә лә, асылын, йөкмәткеһен, тәрбиә һабаҡтарын өйрәнһендәр ине.

Әйткәндәй, “Ай йола” төркөмөнөң йыры киң таралғас, бик күп йәштәр “Урал батыр” менән ҡыҙыҡһына башланы. “Күрҙеңме, һин ятлаған эпос тураһында!” – тип бихисап дуҫтарым, таныштарым видеолар ебәрҙе, “Ниндәй булған ул Һомай?” тип һорауҙар яуҙырҙылар... Шул саҡтағы шатлығым, ғорурланыуым!

Быйыл төбәк-ара конкурста абсолют еңеүсе булғас, Миләүшәгә төп бүләкте – велосипед – тапшырҙылар.

– Ныҡ ҡыуандым, рәхмәтлемен, – ти ҡыҙ ихлас күңелдән. – Иң мөһиме – еңдем, булдырҙым, мине ишеттеләр, күрҙеләр! Эпоста Урал батыр: “Миңә һарай кәрәкмәй, миңә бүләк кәрәкмәй”, – ти бит. Был уңышымдан, хеҙмәтемдән милләтебеҙгә, туған телебеҙгә файҙа булһын. Киләсәктә лә шуға ынтылып йәшәйәсәкмен.

Фотолар: Миләүшә Дусыеваның шәхси архивынан.

Баҡалы районы.

Дилбәр Ишморатова
Уртаҡлашыу