VIВКБЯңылыҡтарБашҡорт телеМәҙәниәтРәсәй башкорттарыБашҡорттар - донъяла Айыҡ ауылТарихВатандыһаҡлаусыларАтайсалБәйгеБашҡорт тарихы йылыФекерБашҡорт ырыуҙарыҠоролтай тауышыШайморатов вариҫтарыКалендарь ПроекттарВидеоРадий ХәбировБөйөк ЕңеүМәғариф Фольклор БР - 100 йылБелорет районыБөтә донъя башҡорттары ҡоролтайыЙәштәрЦифралы башҡортФән һәм мәғрифәт йылыБашҡорт мәҙәниәте һәм рухи мираҫ йылыИжади майҙанҠазанЕкатеринбургФольклориадаВладивостокБөрөАғиҙелЙәрмәкәйCтәрлебашБалтасӨфө районыҠариҙелПодкастыИталияБлаговар районыБашҡорт халҡының үҫеш стратегияһы ГранттарБорайМифтәхетдин АҡмуллаКейеҙ баҫыуӘхмәр ҮтәбайНурия ИҡсановаФәнГөлназ ЯҡуповаЭльвира МоталоваBashkort 2.0Тәтешле Башҡорт милли кейемеДинБашҡорттарҒәббәс ДәүләтшинӘлшәй районыБашҡортостан ҡатын-ҡыҙҙары берлегеУрал батырКанадаҺылыуҡайБашҡорт әҙәбиәтеБашҡорт биҙәүестәреМилли аш-һыуБашҡорт мәҙәниәте көндәреМишкә районыАҡбуҙатҠуштауЮлдыбайБейеүЙәйләүАуҙарышБелорецкТөркиәФедоровка районыМәләүезБизнесБуздәкАуырғазыСалауат районыМәсетлеТөньяҡ-көнсығыш башҡорттарыҠоролтай25ҠоролтайОнлайнБалаҡатайТөркмәнстанНефтекамаБабичСалауат ЮлаевБашҡорт теле көнөШүлгәнташБашВикиЙылайырБөрйәнҒафуриШаранҠыйғыВладимирКүгәрсенАлтайУдмурт РеспубликаһыМәләүезХәйбуллаХМАОИглинСалауатҠалтасыДүртөйлөСанкт-ПетербургИлешМәскәүӨфөТуризмКөйөргәҙеШишмәСаҡмағошДәүләкәнМиәкәМежгорьеБишбүләкТеатрСибайКүмертауУчалыБәләбәйЯңауылҺарытауСвердловск өлкәһеБаҡалыХалыҡ иҫәбен алыуПермьТуймазыИшембайБашҡорт балыОктябрьскийУраҙаҠурайҠымыҙБашҡорт атыМатуғатБлаговещенДыуанСпортАрхангелҮзбәкстанАсҡынСтәрлетамаҡҠырмыҫҡалыӘбйәлилИнтернетКушнаренкоНуриманКраснокамаБСТКоронавирусДиктантТөньяҡ амурҙарыТөньяҡ-көнбайыш башҡорттарыСиләбеЕйәнсураЫрымбурҠаҙағстанТатарстанТәбиғәтБаймаҡҺарытауБашҡорт теле йылыҠурғанҺамарДиалектРус телендәге материалдарИнтервьюФлэшмобШайморатовШәхесМәҡәләләр
Яңылыҡтар

Яугирҙәр ялан сәскәләре бүләк итте

9 июль, 21:44

Башҡортостандың сәхнә оҫталары махсус хәрби операция биләмәһенә йыш килеп, фронт янындағы госпиталдәрҙә, Донецк һәм Луганк халыҡ республикаларының мәктәптәрендә, мәҙәниәт учреждениеларында, республикабыҙ тарафынан шефлыҡҡа алынған Красный Луч ҡалаһында концерт менән сығыш яһай. Ошо рәүешле улар яугирҙәрҙең хәрби рухын күтәрә, Рәсәйҙең яңы төбәктәрендәге халыҡты республикабыҙҙың мәҙәниәт, сәнғәт өлгөләре менән таныштыра.

“Студент” мөрәжәғәт иткәс...

Хөсәйен Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһы артистары былтыр декабрҙә Луганскиҙың Ровеньки ҡалаһындағы яугирҙәр реабилитация үткән госпиталдә, шулай уҡ Петровское ҡалаһының Миңлеғәле Шайморатов исемендәге мәктәбендә сығыш яһаны. Күптән түгел иһә улар МХО биләмәһенә концерт менән генә түгел, гуманитар ярҙам да тейәп барҙы.

– Март айында миңә Рәсәй Геройы Алмас Сафин исемендәге батальондың “Студент” позывнойлы яугире мөрәжәғәт итеп, гуманитар ярҙам килтереүҙе һораны. Үтенесте филармонияның етәкселегенә, коллективына еткерҙем, – ти мәҙәниәт учреждениеһының реклама һәм йәмәғәтселек менән бәйләнеш буйынса бүлеге етәксеһе Ирина Захарова. – Ҙур рәхмәт – барыһы ла мине хупланы. Һөҙөмтәлә аҡса йыйыу ойошторҙоҡ. Изге башланғысыбыҙға Республика халыҡ ижады үҙәгенән, Салауат башҡорт драма театрынан коллегаларыбыҙ ҡушылды, туғандарыбыҙ, дуҫтарыбыҙ ҙа ситтә ҡалманы. Бер ай эсендә 300 мең һумдан ашыу аҡса йыйҙыҡ. Ошо суммаға запас аккумуляторлы электр самокаты, “Булат” дрондарына ике детектор һәм яугирҙәргә башҡа кәрәк-яраҡ, шулай уҡ, “Фортуна” позывнойлы һалдаттың үтенесе буйынса, МХО биләмәһендә сығыш яһаған артистар өсөн тауыш ҡорамалы алдыҡ.

Филармонияның сәхнә оҫталары Әлфиә Юлсурина, Мәхмүт Нәҙершин, Зөлфиә Авзалова, Айрат Ҡарасов, Руслан Рахманғолов, тауыш операторы Геннадий Липатов, водителдәр Александр Бирюков, Эдуард Кәлимуллин һәм башҡалар составындағы команда ике машинала Луганск Халыҡ Республикаһына гуманитар ылау тейәп китә.

– Сәфәребеҙ ҡатмарлы ла, тулҡынландырғыс та булды. Дүрт мең километрҙан ашыу ер үттек, – ти Башҡортостандың атҡаҙанған артисы, республиканың Халыҡ инструменттары милли оркестры солисы Руслан Рахманғолов. – Тыныс булмаған биләмәгә ҡурҡыу тойғоһо менән барһаҡ та, бурысыбыҙҙы үтәүҙән ҡәнәғәтлек кисереп ҡайттыҡ. Гуманитар ярҙамды тапшырҙыҡ, шулай уҡ ике урында концерт менән сығыш яһаныҡ. Рухлы тамашаларыбыҙ яугирҙәрҙе илһамландырғандыр тип ышанам. Ғөмүмән, сәфәребеҙҙән ҡәнәғәтбеҙ, ул дөйөм еңеүебеҙгә аҙ ғына булһа ла өлөш индерер. Башҡорт дәүләт филармонияһы етәкселегенә һәм коллективына, республиканың Мәҙәниәт министрлығына, шул көндәрҙе яныбыҙҙа үткәргән һәр кемгә ҙур рәхмәт белдерәбеҙ – һәммәбеҙ бергә ҙур ғаилә, команда булдыҡ.

“Башҡортостан” йырын бергәләп башҡарғандар

Башҡорт дәүләт филармонияһы вәкилдәренең Белгород өлкәһендәге концерты һәм Росгвардияның Салауат Юлаев исемендәге 1-се, 2-се батальондары яугирҙәре менән осрашыуы Башҡортостан Башлығының Рәсәй Федерацияһы ғәскәрҙәре менән хеҙмәттәшлек буйынса кәңәшсеһе Артур Йомағужин ярҙамында ойошторолған.

– Белгородтағы госпиталдә һәм яҡташ яугирҙәребеҙ хеҙмәт иткән батальондарҙағы концерттарыбыҙ үтә тулҡынландырғыс, ихлас булды. Уларҙы ойоштороуҙа булышлыҡ күрһәткән Артур Ғәлимйән улына ҙур рәхмәт белдерәбеҙ. Яҡташыбыҙ беҙҙең менән даими бәйләнештә булды, күп мәсьәләләрҙе хәл итте, – ти филармонияның бүлек етәксеһе Ирина Захарова. – Шулай уҡ Салауат Юлаев исемендәге 1-се, 2-се батальондарҙың командирҙарына, Рәсәй Милли гвардияһының ғәскәри часы полкы етәкселегенә, “Амур”, “Аксель”, “Заман” позывнойлы яугирҙәребеҙгә рәхмәт!

Яҡташтарыбыҙға Белгород өлкәһе Яковлев муниципаль округы хакимиәтенең мәҙәниәт, спорт һәм йәштәр сәйәсәте идаралығы ла булышлыҡ ҡылған: концертты урындағы “Йондоҙло” мәҙәниәт йортонда ҡуйырға рөхсәт иткән.

– Яугирҙәр Башҡортостандан артистарҙы ҡабул итеү үтенесе менән ингәс, шатланып ризалаштыҡ, – ти идаралыҡ етәксеһе Светлана Губина. – Махсус хәрби операция биләмәһендәгеләргә яҡташтары менән осрашыу, туған телен, йырҙарын ишетеү ни ҡәҙәр мөһим икәнен аңлайбыҙ. Башҡортостан яугирҙәренә – беҙҙең хәүефһеҙлегебеҙ, ә филармония артистарына көнөбөҙҙө биҙәп, күңелебеҙҙе күтәргәндәре өсөн ҙур рәхмәт!

Концертта тыуған яҡ, Башҡортостан тураһында йырҙар, илһөйәрлек рухындағы композициялар яңғыраған. Халыҡ инструменттары милли оркестры артистары Айрат Ҡарасов һәм Руслан Рахманғолов яугирҙәрҙе ҡурай, баян моңдары менән ҡыуандырған. Ә Әлфиә Юлсурина “Башҡортостан” йырын башҡарғанда уға тотош зал аягүрә баҫып ҡушылған! Артистарҙы алҡыштар, гөлләмәләр менән күмгәндәр. Улар өсөн иң ҡәҙерле бүләк яугирҙәр үҙҙәре йыйған ялан сәскәләре булған.

“Ҡурҡмайынса килеүегеҙгә рәхмәт!”

Иртәгәһе көндә филармония артистары госпиталдә сығыш яһаған. Яралы яугирҙәр өсөн концерт “Йондоҙло” мәҙәниәт йортоноң художество етәксеһе Светлана Кофонова, “Блоговесть” йәмғиәте һәм Виктор Дроздов ярҙамында ойошторолған.

Бында ниндәй генә хәлдәге, ниндәй генә яҙмышлы кешеләр юҡ!.. Шулай булыуға ҡарамаҫтан, госпиталдәге көндәлек мәшәҡәттәр араһында һәр кем илаһи моң мөхитенә сума. Яралы, әммә һынмаҫ рухлы яугирҙәр ҙә, медицина персоналы ла башҡорт йырҙарын әсирләнеп тыңлай. Аҡ халатлылар араһында яҡташыбыҙ – Иглин районынан Лиана исемле ҡатын да була. Уның ире эвакуация бригадаһында хеҙмәт итә икән. Тап беҙҙең артистар сығыш яһаған көндә яугир госпиталгә килгән, ҡатыны менән икәүләп концерт ҡарағандар.

– Был ғаилә парына ихлас һоҡландым. Лиана иң яуаплы мәлдә ире менән бергә. Хәрби ҡатыны булараҡ, алғы сафта. Аллаһ Тәғәлә уларға бәхет, именлек бирһен, – тип теләй Башҡортостандың атҡаҙанған артисы, филармонияның Музыка-әҙәбиәт лекторияһы солисы Зөлфиә Авзалова. – Ә беҙ, артистар, еңеү, тыныслыҡ тиҙерәк килһен өсөн мөмкин булғанды эшләргә – ошондай сәфәрҙәргә сығырға, ижадыбыҙ аша һөйөүебеҙҙе белдерергә әҙербеҙ, яугирҙәребеҙҙең иҫәнлеген һорап доғалар уҡыйбыҙ.

Беҙ концерт ҡуйып бөткәс, хәрбиҙәр яныбыҙға килеп изге теләктәрен әйтте, “Ҡурҡмайынса килгәнегеҙ, күңелебеҙҙе күтәргәнегеҙ өсөн ихлас күңелдән рәхмәт!” тине. Ошо һүҙҙәре әле лә йөрәгебеҙҙе йылыта.

* * *

Биш көнлөк сәфәр, дүрт мең километрҙан ашыу юл. Тәьҫораттар иһә әллә күпме йылдарға етерлек. Араның алыҫ булыуына ҡарамаҫтан, филармония водителдәре лә арыу тоймаған, киреһенсә, рухи көс туплап ҡайтҡан. Кәрәк икән, тағы ла барырға әҙербеҙ, ти улар.

Билдәле булыуынса, Хөсәйен Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһы илһөйәрлек, мәрхәмәтлек проекттарын даими тормошҡа ашыра. Шул иҫәптән “Ватанды һаҡлаусылар” дәүләт фондының республикалағы филиалы менән тығыҙ хеҙмәттәшлек итәләр, уларға ярҙам һорап мөрәжәғәт иткән МХО ветерандарын үҙҙәренең концерттарына, байрам сараларына саҡыралар. Өҫтәүенә, мәғлүм булыуынса, филармонияның солисы, Башҡортостандың халыҡ артисы Радик Динәхмәтов 2023 йылдың июленән махсус хәрби операция биләмәһендә. “Башҡортостан” полкы составында хәрби бурыстарын үтәгән яҡташыбыҙ – сәнғәт әһелдәренең дә Ватан саҡырыуын һалдаттарса ҡабул итеп, ил именлеге һағына баҫырға әҙерлегенең асыҡ сағылышы, ҡаһарманлыҡ өлгөһө.

Фотолар Башҡорт дәүләт филармонияһынан алынды.

Дилбәр Ишморатова.
Уртаҡлашыу