|
![]() Яңылыҡтар
Туған тел яҙмышын хәстәрләпБөгөн, 1 июлдә, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы офисында Башҡортостан Республикаһы район һәм ҡала башҡорттары ҡоролтайҙары рәйестәре ҡатнашлығында кәңәшмә үтте. Ҡатнашыусыларҙы Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Президиумы рәйесе, Рәсәй Дәүләт Думаһы депутаты Эльвира Айытҡолова тәбрикләне. Башҡортостанда балалар баҡсаларында башҡорт телен уҡытыу һәм өйрәнеү буйынса мониторинг тураһында БР мәғариф министры урынбаҫары Әлфиә Ғәлиева сығыш яһаны. Башҡортостан Башлығы йөкләмәһе буйынса республика балалар баҡсаларында башҡорт телен үҙләштереү һәм милли мөхит булдырыу мәсьәләләре хаҡында Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының Мәғариф, фән, башҡорт телен һәм әҙәбиәтен үҫтереү буйынса комиссия рәйесе, «Аҡбуҙат» журналының баш мөхәррире Лариса Абдуллина әйтеп үтте. — Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының VI съезында телде һаҡлаусы төп фактор булараҡ милли мәғариф проблемалары ла күтәрелде. Мәктәпкәсә белем биреү ойошмаларында һәм балаларҙы мәктәп алдынан әҙерләгәндә башҡорт телен уҡытыу методикаһын камиллаштырыу һәм башҡорт телен өйрәнеү өсөн методик әсбаптар әҙерләү буйынса тәҡдимдәр индерелде. Башҡортостан Башлығының йөкләмәһенә ярашлы Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының мәғариф, фән, башҡорт телен һәм әҙәбиәтен үҫтереү буйынса комиссияһы 2025 йылдың мартынан республиканың район-ҡалаларында методик советтар үткәрә. Бөгөн ошондай саралар 47 район-ҡалаларҙа уҙҙы, комиссия ағзалары 90 балалар баҡсаһында булып, 180 төркөм менән танышты, 5 меңгә яҡын балалар менән аралашты. Һәр балаға «Аҡбуҙат» журналы, төркөмгә башҡорт телендә өҫтәл уйындары таратылды. Тәрбиәләнеүселәр араһында башҡорт телендә иркен һөйләшеүселәр, телде аңлаусы балалар, әммә һөйләшмәгәндәр, шулай уҡ, телде бөтөнләй белмәгәндәр ҙә осраны. Осрашыуҙың маҡсаты — уҡытыусыларға, балалар баҡсаһы етәкселәренә, тәрбиәселәренә, ата-әсәләргә бала тәрбиәләүҙә туған телдең, халыҡ традицияларының ролен аңлатыу һәм балалар баҡсаларында башҡорт телен өйрәнеүҙе ойоштороу, башҡорт төркөмдәрен асыу булып тора. Методик совет сиктәрендә балалар баҡсаларында милли һәм тыуған яҡты өйрәнеү мөйөштәре, патриотик мөйөштәр, уҡыу-уҡытыу программалары, методик ҡулланмалар, балаларҙың милли составы, кадрҙар мәсьәләһе ҡаралды. Шулай уҡ, Башҡортостан Республикаһының телдәр тураһындағы закондың үтәлеше тикшерелде. Балалар баҡсаһында алтаҡталарҙың яҙылышы, урынлашыуы һәм символикаларҙың биҙәлеше тураһында урында уҡ методик кәңәштәр бирелде, — тип билдәләне Лариса Хашим ҡыҙы. «Башҡортостан Республикаһының иң грамоталы муниципаль берәмеге — 2025» беренсе республика конкурсы тураһында Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы рәйесе Юлдаш Йосопов сығыш яһаны. — 2025 йылдың 21 февралендә, Халыҡ - ара туған телдәр көнөндә Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы һәм Башҡорт телен үҫтереү һәм һаҡлау фонды «Башҡортостан республикаһы халыҡтары телдәре тураһында» БР Законын тормошҡа ашырыу буйынса эште иң яҡшы ойоштороуға «Башҡортостан Республикаһының иң грамоталы муниципаль берәмеге — 2025» беренсе Республика конкурсын үткәреү тураһында иғлан иткәйне. Конкурстың маҡсаты — башҡорт һәм рус телдәрен дәүләт телдәре булараҡ популярлаштырыу; ойошма-предприятиеларҙың, географик объекттарҙың, юл күрһәткестәренең яҙыуҙарында, урамдарҙың, туҡталыштарҙың исемдәрендә һәм рус һәм башҡорт телдәрендәге башҡа яҙыуҙарҙа хаталарҙы бөтөрөү һ. б. Конкурста республиканың муниципаль берәмектәре (ҡала округтары, муниципаль райондар) ҡатнаша ала. Бәйгегә йомғаҡ яһағанда район һәм ҡала хакимиәтенең «РФ халыҡтары телдәре тураһында» РФ Законын һәм «БР халыҡтары телдәре тураһында» БР Законын тормошҡа ашырыу буйынса эшен ойоштороу сифаты баһаланасаҡ. Конкурстың положениеһы, баһалау критерийҙары менән Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы сайтында һәм социаль селтәрҙәге рәсми төркөмөндә танышырға мөмкин. Ҡатнашыу өсөн, положение буйынса, 2025 йылдың 28 мартына тиклем ғариза бирергә кәрәк ине. Бөгөн тик 17 муниципалитеттан ғына ғариза теркәлгән. Шуға күрә ғариза ҡабул итеүҙе 15 июлгә тиклем оҙайтырға ҡарар иттек. Портфолионы 31 октябрға тиклем тапшырыу кәрәк. Конкурсҡа йомғаҡ 2025 йылдың 14 декабрендә башҡорт теле көнөндә яһаласаҡ. Төп баһалау критерийҙарының береһе — «Хатаһыҙ ҡала» һанлы ярҙамсы чат-бот һәм «Башперевод» АИС программаларын ҡулланыу тора, — тине Юлдаш Мөхәммәт улы. |